-4 °С
Болотло
Йәшел сәй файҙалымы?
Йәшел сәйҙең файҙаһы күп булһа ла, ҡайһы берәүҙәр өсөн сикләүҙәр бар. Хатта бәғзеләргә уны эсеү бөтөнләй тыйыла! Уның йөрәк ритмын боҙоуы, ҡан баҫымын түбәнәйтеүе ихтимал. Шуға ла гипотония булғандарға һәм йөрәк сирлеләргә йәшел сәй хәүефле, ти табиптар.
Ашҡаҙан сиренән яфаланған кешеләрҙең эсен ауырттырыуы, үҙәген көйҙөрөүө мөмкин. Төнгөлөккә йәшел сәй эсеүҙән тыйылырға кәрәк, йоҡлай алмай йөҙәүегеҙ бар. Подагра (быуынға тоҙ ултырыуы) сиренә юлыҡҡандарға ла уны эсеү рөхсәт ителмәй. Йәшел сәй организмдың таҙа һыуға ихтыяжын хәл итә алмай, шуға күрә һыу урынына йәшел сәй ҡулланыу ғәҙәтен ташларға кәрәк.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo