Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Июнь 2023, 14:21

Пахистахис

"Нисек шаулатып үҫтерәһең?" дә "нисек сәскә аттыраһың?" тигән һорауға яуап бер генә: 

Пахистахис
Пахистахис

Тыуған иле - Южная Америка. Мәңге йәшел кустарник тропиктарҙа үҫә. Беҙҙең илдә ул өй шарттарында ғына үҫә ала. Ҡыҙыу ҡояш нурҙарын да яратмай, һалҡынды ла яратмай.
Йәйге эҫе көндәрҙә аҙнаһына бер тапҡыр һыу менән һәпкеләйем. Сәскәләренә һыу тейҙерергә ярамай, ҡойолоп төшә, япраҡтарына ғына һиптерәм. Һыуҙы ярата, оҙағыраҡ һыу ҡоймаһаң япраҡтары ҡойолоп төшә. Шулай уҡ, ел һуҡһа ла япраҡтарын ҡоя. Йәй көндәре һыуҙы көн аша тиерлек ҡоям. Көҙ һәм ҡыш айҙарында инде - өс дүрт көнгә бер, аҙнаһына бер ҡойһаң да етә .
Йыл һайын яҙғыһын яңы тупраҡҡа, яңы һауытҡа күсерәм.


Тупраҡ: ҡара тупраҡ, торф ( янған ҡоро тиреҫ, аттыҡы - иң һәйбәте), ҡайын аҫтынан алынған урмандан япраҡлы тупраҡ, ваҡ йылға ҡомо. ( Соотношение 1: 2 : 2 : 1 ) .
Магазин тупрағын да алырға була, тик составын ҡарап алырға кәрәк. Магазин тупрағы идеаль тип әйтеп булмай. Төрлө тупраҡтарҙы алып ҡарағаным бар, бөтәһе лә һәйбәт түгел . Ҡайһыларында торф күп була, һәм гөлдәрҙе ҡоротоуға юл асыҡ. Үҙең ҡушып эшләү иң отошлоһо.
Нисек шаулатып үҫтерәһең дә, нисек сәскә аттыраһың, тигән һорауға яуап бер генә: ул тупраҡ. Уның составы. Йыл буйына үҫеп ултырыусы гөл тупраҡтағы булған файҙалы микроэлементтарҙы һурып алып бөтә тиерлек. Артабан үҫеү һәм сәскә атыу өсөн файҙалы микроэлементтар етмәй башлай һәм гөл тик ултыра. Шуға ла яҙлы , көҙлө тупраҡты алмаштырыу мөһим . Ағас һәм башҡа ҙур гөлдәрҙе генә өс-дүрт йылға бер алмаштырып була тупрағын. Ә пахистахистың тупрағын йыл һайын яңыртырға кәрәк .
Оҙаҡ йылдар үҫтереү дәүерендә пахистахисҡа бер ниндәй ауырыу ҙа ҡорт та төшкәне юҡ. Һыу ҡоймай оҙаҡлап китһәң генә япраҡтарын ҡоя. Ҡоро һөлдә ултырып ҡалһа ла , сығарып ташларға ашыҡмағыҙ. 15 см  ҡалдырып ҡырҡһағыҙ , пахистахисығыҙ яңынан үҫеп китәсәк.


Шулай итеп, һеҙ пахистахис үҫентеһе һатып алдығыҙ икән, ти. Онотҡанда бер һыу ҡойоп ҡына матур гөл үҫер тип өмөтләнһәгеҙ , ныҡ яңылышаһығыҙ . Ул сыбыҡ һымаҡ буйға үҫеп тик ултырасаҡ , йәки арҡыс торҡос, сатай ботай үҫеп йәнегеҙҙе көйҙөрәсәк . Юҡҡамы ней , күптәр оҡшаманы сығарып ташланым тип яҙҙы , кемдәрҙер кире үҙемә алып килеп ташланы һатып бир тип .
Пахистахисты алғас та, әгәр стакандаһауытҡа ултыртығыҙ  булһа . Яй үҫә тиһәләр ҙә, бик яй ҙа түгел , шәп кенә үҫә ул . Һәр хәлдә миндә шәп үҫә .

Ултырған тупрағынан алып 15 см тирәһе ботаҡ (пенек ) ҡалдырып ҡырҡығыҙ . Ҡырҡып алған ботаҡты һыуға ҡуйып тамырландырығыҙ , тағы бер гөлөгөҙ булыр . Ә теге пенек ике ботаҡ ебәрер . Үҫә биргәс , тағы ла ҡырҡығыҙ . Инде дүрт ботаҡ булды . Тағы үҫеүен көтәбеҙ сабыр ғына . Үҫә биргәс тағы ла ҡырҡабыҙ . Дүрт ботаҡта тағы ла икешәр үҫеп сығасаҡ бит инде . Ҡабаланмайбыҙ һәм ике бөртөк сәскәһенә алданмайбыҙ . Үҫә биргәс тағы ҡырҡабыҙ . Был процедура оҙаҡ ҡына бара . Хәҙер башлаһағыҙ , алдағы йәйгә шикарный пахистахис өйөгөҙҙө йәмләп , кешеләрҙең күҙен ҡыҙҙырып ултырасаҡ .
16 - 24 ботаҡҡа еткереп үҫтереп алғас ҡына , пахистахисҡа сәскә атырға рөхсәт итәбеҙ . Шунда ғына ул күҙҙең яуын алырлыҡ матур гөлгә әйләнәсәк . Шуға тиклем сабырлыҡ туплайбыҙ һәм ваҡытында йәлләмәй ҡырҡабыҙ ҙа ҡырҡабыҙ .
Күпселек гөлдәрҙе ҡырҡып формировать итеү кәрәклеген күптәр белмәй . Ҡайһы бер кеше ҡырҡырға йәлләй . Үҙеңдән үҙең ҡыҙғанған һымаҡ инде был . Гөл ҡуйы булып үҫһен өсөн ҡырҡыу мотлаҡ .
Бөтә гөлдәргә лә, йылы һыу ҡоям. Ҡоҙоҡтан йәки крандан алынған һыуыҡ һыуҙы түгел ! Йәй көндәре ямғыр һыуын , ҡыш көндәре ҡарҙы иретеп ҡоям . Һыу ҙа роль уйнай . Йомшаҡ һыу кәрәк гөлдәргә .
Пахистахисҡа бер ниндәй ҙә ашлама ҡулланғаным юҡ, шәкәрҙән башҡа .
Пахистахисты яҙғаным бар инде, оҙаҡ йылдар үҫтерәм тип. Иң иң яратҡан гөлдәремдең береһе ул .
Сибайҙа урамда һатып ултырған әбейҙән 50 һумға ғына алғайным мин уны. Күп гөлдәрҙе япрағынан таныйым. Пахистахис икәнен танып, белеп алдым. Бәләкәс кенә бармаҡ башындай ғына үҫенте ине ул . Һатып ултырған әбейем үҙе үк , уны алма тип икенсе гөлдәр тәҡдим итеп ҡараны ла , ныҡышып алып киткәс башын сайҡап ултырып ҡалғайны . Бармаҡ башындай сыбыҡтан әллә күпме итеп үҫтереп алдым мин уны . Ярты Башҡортостанға таратҡанмындыр инде . Бер йылы һигеҙенсе мартта ун апайға бүләк иткәйнем , уларҙа үҫәме икән белмәйем . Бөтә Юлдыбай ,Баймаҡ ,Сибай гөл үҫтереүселәре алдылар уны . Хатта Өфөгә лә күп ебәрҙем. Хәйбулла , Ейәнсура , Күгәрсен , Бөрйән , Белорет , Мәсетле , Көйөргәҙе райондарына ла осто ул пахистахис. Һаман да һораусылар кәмемәүенә иҫем китә . Үҫтереп кенә өлгөртөп тә булмай хатта .
Пахистахисты күп осраҡта Белопероне менән бутайҙар . Тыуғанлыҡтары булһа ла , улар икеһе ике гөл .
Пахистахисты үҫтереүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ . Һыуҙа тиҙ генә тамыр йәйә . Тупраҡҡа ҡуйһаң үҫә лә шул ыңғайы сәскә лә ата башлай үҙе. Өҫтә яҙғанымса , ҡырҡып рәтләп  алһағыҙ инде , һис кенә лә үкенмәҫһегеҙ.

Минзифа Кашкарова

 

Авторҙың орфография һәм пунктуацияһы һаҡланды

Автор:
Читайте нас: