Шоңҡар
+16 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Июль 2023, 13:44

Ҡомалаҡтың файҙаһы

Ауыҙы ябыҡ һауытҡа, бигерәк тә полиэтилен муҡсаға йыйырға һис ярамай - сәскәләр тиҙ арала эҫенеп, яналар.

Ҡомалаҡтың файҙаһы
Ҡомалаҡтың файҙаһы

Халыҡ дауаһында ҡомалаҡтың сәскәһе иң кәрәклеһе. Борон тибет медицинаһында ҡомалаҡ сәскәһе шешкә ҡаршы ышаныслы дауа булараҡ ҡулланылған. Ҡомалаҡ ярҙамында дауаланған осраҡта яман шеш менән яңынан ауырымайһың, тип иҫәпләнгән.

Ҡомалаҡтың сәскә атыуын ҡарауыллап ҡына торорға кәрәк. Йәйҙең уртаһы үтеп тә бара, ә тәлгәштәрҙәге сәскәләр һаман да ваҡ ҡына бөртөксәләр кеүек тығыҙ, атмай һуңлап киткәндәр һәм көндәр ҙә һалҡын ямғырлы тора. Әммә икенсе көнөнә ҡапыл ғына ул сәскә атып ебәрә, йәшкелт-һары өрфөйә тәлгәштәр эленеп тора һәм июлдең эҫе көндәре килерен вәғәҙәләй. Был ваҡытта ауыҙ асып торорға түгел. Үҙең менән ике кәрзин алып, ҡомалаҡ йыйырға сығырға кәрәк. Ауыҙы ябыҡ һауытҡа, бигерәк тә полиэтилен муҡсаға йыйырға һис ярамай - сәскәләр тиҙ арала эҫенеп, яналар. Сәскә атҡан ҡомалаҡ еҫен еҫкәп, баш әйләнергә мөмкин. Аҙағыраҡ был сәскәләрҙе киптереп алаһың һәм тәүҙә күп һымаҡ тойолған йыйылма әҙәйеп ҡала. Сәскәләрҙең бер өлөшө араҡы менән эшләнгән төнәтмәгә китә. Уны 20-шәр тамсылап ҡомалаҡ тамыры ҡайнатылған һыуға ҡушалар - шулай уҡ шешкә ҡаршы дауа.
Ә бына август аҙағы, сентябрь башында ҡомалаҡ тубырсыҡтарын йыя башлайҙар. Бында ла үҙ нескәлектәре бар. Маҡсатҡа ярашлы йә үтә ныҡ өлгөрөп ҡарайыңҡырағандарын алаһың, йә сағыу йәшел, өлгөрмәгәндәрен. Тубырсыҡтарҙың ҡуш емештәре, әлбиттә, халыҡ медицинаһында киң ҡулланылыш тапҡан. Улар электән нервылар талсығыуҙан, невроз, йоҡоһоҙлоҡ, гастрит, цистит, бәүел юлының ауырыуы, бөйөр лаҡандары ауырыуы, бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарын дауалағанда һәм йөрәк-ҡан тамырҙарын яҡшыртыусы сара булараҡ (бигерәк тә миокард насар булғанда) ҡулланыла. Шулай уҡ баш ауырығанда, баш әйләнгәндә, үпкә туберкулезы, матдәләр алышыныуы боҙолғанда, эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолғанда, грипп менән сирләгәндә, фалиждан дөйөм нығыныу өсөн ванна, подагра, ревматизм, нефрит ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы. Үләндең төнәтмәһен һыуыҡ тейгәндә, күҙҙәр күреүен яҡшыртыу өсөн дә файҙаланалар. Тубырсыҡтарҙан эшләнгән онтаҡтан яһалған мазь (сусҡаның эс майына 1:4 нисбәтендә) насар уңалған яраларҙан, имгәнгәндә ауыртыуҙы баҫыу өсөн, ревматизмдан һыҙланғанда, невралгия булғанда, псориаз, сиҡандарҙы дауалауҙа ҡулланыла. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғанда яҫтыҡҡа ҡомалаҡ тубырсығы тултыралар.
Ҡомалаҡтың бындай күп төрлө ауырыуҙарҙан дауа булыуы аптыратмаһын. Уның химик составы бар һорауҙарға яуап бирә ала. Мәҫәлән, ҡомалаҡ тубырсыҡтарының составында йөҙҙән ашыу төрлө әсе матдәләр табылған, улар араһында иң әһәмиәтлеһе - лупулин. Ҡомалаҡ тубырсыҡтарының гормональ әүҙемлеге асыҡланған.

НИСЕК ДАУАЛАНЫРҒА?

Веналарҙың варикозлы киңәйеүе. 
Ҡомалаҡты 2 ҡалаҡ тубырсыҡ-ҡуш емешенә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, быуҙа тотоп 15 минут ҡайнатырға. Шунан 30-40 минут төнәтергә. Ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Астения (организмдың дөйөм хәлһеҙлеге), климакс, цистит, юғары енси ярһыусанлыҡ. 2 балғалаҡ үләнгә (өлгөргән тубырсыҡтар яҡшыраҡ) 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылыла 30-40 минут тоторға. Ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
Аллергия. 1 ҡалаҡ тубырсыҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнап торған һыу быуына 15 минутҡа ҡуйырға. Һыуытырға һәм һөҙөргә. Ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 1/4 стакан эсергә. Бер үк ваҡытта ошо рәүешле әҙерләнгән төнәтмә менән тәндәге әҫпе урындарын сайырға. Ашҡаҙан, үпкә, бауыр яман шешенән файҙалы. 1 ҡалаҡ өлгөрмәгән тубырсыҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта өстән бер өлөшөн бешекләргә. Ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә.
Бауыр яман шеше һәм башҡалар. 1 ҡалаҡ ҡомалаҡ сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, теүәл 1 минут ҡайнатырға, 2 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 50-60-ар мл эсергә.
Бер айҙан сәскәләр ял итә, уның урынына ҡомалаҡ тамыры төнәтмәһен эсергә: 1 балғалаҡ ваҡланған тамырға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 5 минут ҡайнатырға йәки 30 минут ҡайнар һыу быуында тоторға, 2 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Сирек стакан төнәтмәгә 20 тамсы ҡомалаҡ сәскәһе төнәтмәһен тамыҙып, көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.

"Киске Өфө"нән.

Автор:
Читайте нас: