Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Октябрь 2023, 12:30

Ни эшләп беҙҙә шулай ул?

Башҡорт мәктәбе тигән яҙыуҙы күрмәҫкә уларҙың күҙе сыҡмаған, бары тик ишек төбөндәге мәктәп кәрәк, ихатанан индереп ебәрергә лә, эш бөттө!

Ни эшләп беҙҙә шулай ул?
Ни эшләп беҙҙә шулай ул?

Светлана Насырова битләүенән.

Яҙыуҙан бер фәтүә лә булмаһа ла, күңелде ҡырған уйҙарҙы тағы яҙам инде. Ғөмүмән, әсә булараҡ фекер белдерергә хаҡым бар. Уҡыу йылы башланыу менән күҙгә төрткән теге күренештәр хаҡында булыр яҙмам.

Беренсе класҡа яңы уҡыусылар килде, хәҙер иһә киләһе йылға әҙерлек кластары йыйыла. Исемлектәрҙе уҡып ҡараһаң, башҡорт мәктәптәре йәнә Иванов, Петров, Сидоровтар менән тула. Коридор буйлап  ҡытай-вьетнам балалары йүгерә.

Был хәлгә бер ниндәй ҙә контроль юҡмы ни ул?! БАШҠОРТ МӘКТӘБЕ тип яҙылғанды улар күрмәй икән, шуның эсендә эшләгәндәр бер ниндәй ҙә сара күрә алмаймы ни?! Әлбиттә, мәктәп директорҙары һәр баланың исемен тикшереп, ваҡ-төйәк менән булышып йөрөй алмайҙыр. Әммә шуның шуныһын әйтеп аңлатыу кәрәкмәй бит?! Ҡабул итеү комиссияһында ниндәйҙер "цензура" булырға тейеш тәһә! Был бик мөһим мәсьәлә - мәктәптең йөкмәткеһе лә, милләттең киләсәге лә шунан тора! Моғайын, ҡабул итеү комиссияһында иҫәңгерәп, ел ыңғайына кем етте шуны тултырып ултырған йүнһеҙҙәр эшләмәйҙер, ниндәйҙер Положение барҙыр?!

Әммә хәл итмәҫтәй мәсьәләләр юҡ. Милләт-ара ыҙғыш сығармай, туранан-тура тупаҫ әйтмәй, шым аҡыл менән шуларҙы һөҙөп алырға була. "Был башҡорт гимназияһы, башҡорт теле буйынса махсус программалар менән уҡытабыҙ, тел белмәгән балаларға бында бик ауыр" тип баштан уҡ төп позицияны ҡуйырға. Ныҡышып тығылалар икән, әҙерлек класында уҡ ата-әсәләрен саҡыртып, балаларының "ят телде" тартмауын аңлатырға. Һаман көсләшәләр икән, дәрестә лайыҡлы "2"-ләрен ҡуйырға. Аҙаҡ бит шулар йөрөй зарланып, башҡорт телен уҡытмағыҙ, тип. Статус үҙгәртеүҙе талап итеп. Шунан, шул баҫым арҡаһында уҡытыусылар уларға ташлама яһай, яҡшы билдә ҡуя. Өҫтән бер ниндәй сик, сара ҡуйылмаған икән, проблеманы эстән, мөмкин тиклем хәл итергә була бит?! Белмәйем, аңы, рухы, теләге булған кеше бындай хаяһыҙлыҡҡа барыбер сик ҡуйыр ине?! Беҙҙең тарафтан ғәмһеҙлек, ә теге тарафтан һөмһөҙлөк һөҙөмтәһе ул ошо хәлебеҙ.

Һөмһөҙлөк тием, сөнки башҡорт мәктәбенә әрһеҙләшеп килеп ингәндәрҙең был ҡылығын башҡаса аңлай алмайым. Мин, мәҫәлән, әгәр махсус кәрәкмәһә, белә тороп сыуаш мәктәбенә баламды алып бармаҫ инем. Сыуаш мәктәбе тип яҙылған икән, тимәк тап шул халыҡтың телен, мәҙәниәтен, тарихын уҡытыу буйынса махсус йүнәлештә эшләй. Бында бөйөк аҡыл кәрәкмәй, ябай логика.

Башҡорт мәктәбе тигән яҙыуҙы күрмәҫкә уларҙың күҙе сыҡмаған, бары тик ишек төбөндәге мәктәп кәрәк, ихатанан индереп ебәрергә лә, эш бөттө! Мәктәптең статусына ла, телебеҙҙе уҡытыуға ла төкөрөп бирҙе улар! Юҡ, юрый ҙа килтермәйҙәр, берәү ҙә тик торғандан проблема эҙләп йөрөмәй, бары тик беҙгә еп-еңел урынлашырға мөмкин икәнен беләләр. Беҙҙең тарафтан талаптар көслө түгел, уяулыҡ юҡ, статусҡа ярашлы өҫтән дә яҡланмағанбыҙ. Башҡоротсанда йәшәгәс, башҡорт телен белергә теләйҙәрҙер, тип өмөтләнеү - әкиәт. Ундай мөғжизә миллионға бер күренеш. Бөтәһе лә Вячеслав Чернев түгел...

- Ниңә кәрәк һиңә башҡорт мәктәбе?! Какая разница?! Һиңә урын етмәйме?! - тигәндәргә яуабым: КӘРӘК !!! Мин уны үҙем кисереп беләм. Башҡорт мәктәбендә мөхит бүтән, баланың рухи үҫеше бүтән, үҙ-үҙенә ышанысы, милләт булараҡ үҙбаһаһы бүтән. Телдең үҫеш кимәле бүтән. Мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеү бүтән! Ҡасандыр төплө аҡыл менән асылған милли мәктәптәрҙең мөһимлеген бер һүҙ менән генә аңлатып булмай. Ул быуаттар буйы иҫбатлана торған хеҙмәт. Уны Башҡортостан өсөн янып эшләгән ағайҙарыбыҙ юҡҡа асмаған... Эйе, мин иҫкелек ҡалдығы. Бер ҡатлы аңым менән бөгөнгө сәйәсәтте аңлай алмайым. Ләкин шуныһы хаҡ: ассимиляция, дөйөм ҡаҙанда ҡайнау шарттарында башҡорт мәктәптәре беҙгә һуңғы һалам кеүек.

Юҡ, ситтәрҙе тарһыныуҙан яҙмайым. Әммә улар махсус системаны артҡа һөйрәй. Телде белгән күпселек балаға иғтибар етмәй, ә көтөүҙәге ошо "бөртөктәрҙе" һөйрәргә кәрәк. Шуларҙы уҡытҡан уҡытыусыларға ауыр. Хеҙмәттең бит һөҙөмтәһе, отчёты булырға тейеш.

Урын, эйе, етмәй. Башҡорт гимназияһына эләгер өсөн беҙ балаларҙы ҡала ситенән әҙерлек кластарына йөрөттөк. Алдан алып ҡалмаһаң, яңы уҡыу йылында эләгеү мөмкин түгел. Шуға күрә, райондарҙан килергә теләгән йәштәргә әйтер һүҙем: уҡыу йылы башланғансы йоҡлап ятмағыҙ, урындарығыҙҙы алдан биләгеҙ, юҡһа һеҙҙең урынға башҡа халыҡтар тамыр йәйәсәк. Системаны төрлө яҡтан үҙебеҙ генә һаҡлап ҡала алабыҙ. Аҡыл, зиһен, берҙәмлек менән! Беҙҙә берәүҙең дә эше юҡ!
Был минең фекер.

 

Фото: literatmuzey.ru

 

Автор:
Читайте нас: