Шоңҡар
+2 °С
Ясно

Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел

Бер ни түгел – ваҡыты-ваҡыты менән һөйгәнегеҙгә “мин һине яратам!” тип әйтеүе йә яҙыуы. Шатлыҡ менән һөйөү бүлешкәндә арта ғына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгелБәхет өсөн күп тә кәрәк түгел
Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел
  • Бер ни түгел – күләүек янынан яйлап уҙыуы. Уның ҡарауы йәйәүленең өҫ кейеме, һеҙҙең намыҫ таҙа буласаҡ.
  • Бер ни түгел – көнөнә бер тапҡыр булһа ла атай-әсәйегеҙгә шылтыратып уларҙың хәлен белешеү. Ололарға һеҙҙең йылы мөнәсәбәт йылдар үткән һайын нығыраҡ кәрәк.
  • Бер ни түгел – нимә, кем менәндер килешмәһәгеҙ ҙә өндәшмәй ҡалыу. Дошмандарығыҙ ҙа булмаҫ, бәхәскә сарыф ителгән ваҡытты файҙалы эшкә бүлеү ҙә һөҙөмтәлерәк.
  • Бер ни түгел – транспортта урын биреүсегә, хатыңа тиҙ генә яуап яҙыусыға, ишек асып алдан үткәреүсеңә “рәхмәт” әйтеүе.
  • Бер ни түгел – ваҡыты-ваҡыты менән һөйгәнегеҙгә “мин һине яратам!” тип әйтеүе йә яҙыуы. Шатлыҡ менән һөйөү бүлешкәндә арта ғына.
  • Бер ни түгел – мәле тура килгән һайын балағыҙға уның матур, аҡыллы, булыуы тураһында әйтеп тороуы. Уға тап атай-әсәһе ышанғанда ғына ул тормош ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмаясаҡ.
Автор:
Читайте нас