Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йоҡоһоҙлоҡ йонсотмаһын

Йоҡлар алдынан майлы ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Ә бына һуған ашаһағыҙ, йоҡоғоҙ ныҡ, тәрән булыр.

Йоҡоһоҙлоҡ йонсотмаһын
Йоҡоһоҙлоҡ йонсотмаһын
Хәҙерге тынғыҙһыҙ заманда йоҡоһоҙлоҡтан яфаланған кеше айырыуса күп. Улар араһында ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең һәм балаларҙың да булыуы айырыуса күңелде ҡыра.
 
Бының сәбәбе шул: төрлө сир­ҙәр һәм нервы системаһының тайпылыштары һөҙөмтәһендә йоҡо режимы боҙола, уның сифаты тү­бә­нәйә. Ҡайғы-хәсрәт, тулҡын­ланыу, ауыр һәм, кире­һенсә, ҡы­уа­ныслы ваҡиғалар ҙа кешеләрҙе йоҡонан яҙҙырыуы ихтимал.
 
Был осраҡта ни эшләргә?
 
Йоҡоһоҙлоҡто дауалау буйынса халыҡ медицинаһы саралары ла бар.
 
* Йоҡлар алдынан майлы ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Ә бына һуған ашаһағыҙ, йоҡоғоҙ ныҡ, тәрән булыр.
* Сәстәрҙе мәтрүшкә үләне төнәтмәһе менән йыуыу ҙа фай­ҙалы.
* Мөмкинлегегеҙ булһа, йоҡ­лар алдынан бер-ике стакан яңы һауылған кәзә һөтө эсегеҙ.
* Эсенә кипкән ҡомалаҡ һа­лынған мендәрҙә йоҡлау яҡшы һөҙөмтә бирә.
Йоҡлаған саҡта бүлмәлә күҙҙе сағылдырған электр уты яҡтыһы булырға тейеш түгел – был да тынғыһыҙлыҡ тыуҙыра.
* Йоҡларға бер үк ваҡытта ятырға өйрәнегеҙ.
Автор:
Читайте нас: