Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?

Донъяны үҙгәрткегеҙ килһә, үҙегеҙҙән башлағыҙ. Яңғыҙ бер үҙе генә бер кем дә тотош донъяны үҙгәртә алмай. Шунлыҡтан нимәнелер үҙгәрткегеҙ килһә, үҙегеҙҙән башлағыҙ. Ул саҡта һеҙгә ҡарата тирә-яҡтағыларҙың да мөнәсәбәте үҙгәрер.

Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?
Күңел тыныслығын нисек һаҡларға?

1. Кеше эшенә тығылмағыҙ. Күптәр башҡаларҙың тормошона ҡыҫылып, үҙенә проблема тыуҙыра. Кемделер тәнҡитләргә тырышабыҙ, кәңәш бирәбеҙ, йәшәргә өйрәтәбеҙ. Йәнәһе лә, ярҙам итәбеҙ. Ниңәлер, бөтә кеше лә тап беҙҙеңсә уйларға һәм эшләргә тейеш, тип ышанабыҙ. Әммә бер үк төрлө уйлаған, бер үк холоҡло, ҡылыҡлы кешеләр булмай. Хоҙай һәр кемде айырым бер төрлө итеп яралтҡан. Шунлыҡтан, башҡалар тураһында ҡайғыртҡансы, үҙең хаҡында хәстәрлек күреүең күпкә яҡшыраҡ.

2. Ғәфү итергә һәм үпкәгеҙҙе оноторға өйрәнегеҙ. Күңел тыныслығына ирешеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы ошо. Йыш ҡына күңелебеҙҙә теге йәки был кешегә ҡарата үпкә, асыу һаҡлайбыҙ. Был «көн һайын бер үк ярала соҡоноу»ҙы аңлата. Тимәк, ул көндән-көн тәрәнәйә бара, тигән һүҙ. Кеше ғүмере былай ҙа бик ҡыҫҡа, бындай юҡ-бар үпкәләшеүҙәргә ваҡыт бүлергә ярамай. Ғәфү итегеҙ һәм алға барыуығыҙҙы дауам итегеҙ.

3. Йәмғиәттә танылыу яуларға ын­тылмағыҙ. Донъяла үҙҙәрен генә яратыусылар бик күп. Улар үҙҙәренә файҙаһы булмағанда, башҡа кешенең баһаһын күрмәй. Шунлыҡтан ниңә уның маҡтауын көтөргә? Ул һеҙҙең кеүек үк кеше. Иң мөһиме – үҙ-үҙеңә ышаныу. Кеше яныңда маҡтап, артыңдан хурлап та йөрөүе ихтимал. Эшегеҙҙе намыҫ менән башҡарығыҙ, ә ҡалғаны – Хоҙай баһаһында.

4. Көнләшеү хаҡында онотоғоҙ. Һәр саҡ кемдеңдер яҡшыраҡ йәшәүенә, матурыраҡ кейенеүенә, эшендә туҡтауһыҙ маҡталыуына һәм үрләүенә көнләшә башлаһаң, күңел тыныслығы тураһында уйларға ла түгел, ашың – аш, йоҡоң йоҡо булмаҫ. Юҡҡа ғына, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тимәгәндәрҙер. Һеҙгә тейеш әйбер мотлаҡ һеҙгә буласаҡ, ә тейеш булмағанына ҡыҙыҡтың ни ҙә, ҡыҙыҡманың ни – барыбер эләкмәйәсәк. Тимәк, көнләшеүҙең бер мәғәнәһе лә юҡ, тик үҙ-үҙеңде бөтөрөү генә.

5. Донъяны үҙгәрткегеҙ килһә, үҙегеҙҙән башлағыҙ. Яңғыҙ бер үҙе генә бер кем дә тотош донъяны үҙгәртә алмай. Шунлыҡтан нимәнелер үҙгәрткегеҙ килһә, үҙегеҙҙән башлағыҙ. Ул саҡта һеҙгә ҡарата тирә-яҡтағыларҙың да мөнәсәбәте үҙгәрер.

6. Үҙгәртеп булмағанды үҙгәртергә маташмағыҙ. Нимәнелер үҙгәртеү ҡулығыҙҙан килмәй икән, иң яҡшыһы – уның менән килешеү. Тормоштан ҡәнәғәт кенә булып булмай. Көн һайын кәйефте төшөргән, асыуға тейгән хәлдәр, осраҡтар булып ҡына тора. Барыһы ла беҙҙең ғәйеп менән дә түгел һәм бер ни ҙә эшләп тә булмай. Шунлыҡтан уларға тынысыраҡ ҡарарға, сабырыраҡ булырға өйрәнергә кәрәк.

7. «Йота алғандан күберәк ҡабырға тырышмағыҙ». Йыш ҡына үҙ өҫтөбөҙгә үтәй алғандан күберәк бурыс алырға ынтылабыҙ. Ғәҙәттә, мин-минлегебеҙҙе ҡәнәғәтләндереү өсөн шулай итәбеҙ. Был дөрөҫ түгел. Үҙеңдең мөмкинлектәреңде иҫәпкә алырға кәрәк. Буш ваҡытығыҙҙы сәләмәтлегегеҙҙе нығытыуға, ғаиләгеҙҙе ҡарауға, ял итеүгә бағышларға тырышығыҙ. Һауалағы торнаға ынтылмағыҙ, булғанынан ҡәнәғәтлек алырға өйрәнегеҙ.

8. Даими рәүештә үҙегеҙҙе ты­ныс­лан­дырыу менән шөғөлләнегеҙ. Икенсе төрлө быны «медитация» тип йөрөтәләр. Ул кәрәкмәгән уйҙарҙан арынырға һәм күңел тыныслығын ҡайтарырға ярҙам итер.

9. Мейегеҙгә эшһеҙлектән йонсорға юл ҡуймағыҙ. Баш уйлауҙан туҡтарға тейеш түгел. Тик уйҙарҙы файҙалы яҡҡа йүнәлтеү мөһим. Мәҫәлән, ял ваҡытын китап йә доға уҡыуға бағышларға. Доға уҡыу кешене тынысландыра.

10. Икеләнмәгеҙ һәм үкенмәгеҙ. «Былай эшләргәме, тегеләй итергәме» тигән юҡ-бар уйҙарға ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ. Бындай мәғәнәһеҙ эске кисерештәргә аҙналар, айҙар, йылдарҙы әрәм итеүегеҙ ихтимал. Бөтә нәмәне лә алдан күҙаллап, планлаштырып бөтөп булмай. Белеүегеҙсә, беҙ бер төрлө уйлайбыҙ, ә Хоҙай ҡушыуы буйынса бөтөнләй икенсе төрлө килеп сығыуы бар. Шуға күрә нисек булһа ла, риза булып ҡабул итергә генә ҡала.

 

Автор:
Читайте нас: