Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

13 май - Бәпембәләр көнө!

Ә һеҙ бәпембә сәскәһенән эшләнгән бал ашағанығыҙ бармы? Булмаһа, бына рецепт!

13 май - Бәпембәләр көнө!
13 май - Бәпембәләр көнө!
13 май - бәпембәләр көнө!
Эйе, бындай ҙа көн бар, нәҡ ошо мәлдә яландарҙы һары төҫкә күмеп, бәпембәләр сәскә ата.
Ә һеҙ бәпембә сәскәһенән эшләнгән бал ашағанығыҙ бармы? Булмаһа, бына рецепт!
Бәпембә балы үҙәк нервы системаһына файҙалы, тынысландыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, быуындар һыҙлауына дауа һәм эсәклектәге паразиттарҙы үлтерә. Тик уны шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ашарға ярамай.
300 сәскә башын йыйып алабыҙ. Ҡайнатма яһар өсөн ике стакан һыуға 1 кг шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсә ҡайнатабыҙ. Сәскә баштарының ғына ҡалдырып, һалҡын һыуҙа йыуып алып, сиропҡа төшөрәбеҙ. 20 минут ҡайнатҡандан һуң, уттан алырға. Ике-өс минут ҡалғас, ярты лимон һут, йә ярты балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Икенсе көнөнә марля аша һөҙөп, сәскә баштарын ташлайбыҙ, ә сиробын тағы 20 минут ҡайнатып алабыҙ.
 
Бал әҙер, тәмләп ашаһағыҙҙа була!
Автор:
Читайте нас: