-7 °С
Болотло
Кешегә сәғәт бүләк итергә ярамай, ғүмерен ҡыҫҡарта, тиҙәр. Сәғәт бүләк итһәләр, ул кешегә 10 тин булһа ла аҡса бирергә кәңәш итәләр. Был дөрөҫмө? Быға яуап бик ябай. Шулай ҙа, аңлайышлыраҡ булһын өсөн, бүләктәрҙең ике төрлө булыуын иҫкәртеп үтәйек: бүләк итергә ярай һәм ярамай торған әйберҙәр.
Нимә ярай-ярамай икәнен нисек айырырға һуң? Хәләл булған һәр нәмәне бүләк итергә мөмкин. Хәрәм булғанды ярамай.
Сәғәт тыйылған хәрәм әйберҙәр исемлегенә инмәй. Тимәк, уны бүләк итергә ярай.
Сәғәт бүләк итеү ғүмерҙе ҡыҫҡарта, тигән һүҙҙәргә ышанырға ярамай! Ғүмерҙе һәм ғүмерҙең оҙонлоғон бары тик Аллаһы Тәғәлә генә бирә.