Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәй миҙгеле хәүефһеҙ үтһен өсөн

Йәй - балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик матур осор. Каникул, отпуск, әүҙем ял мәле. Әммә үкенескә ҡаршы, был осорҙа төрлө хәүеф-хәтәр ҙә һағалай. Профессиональ ҡотҡарыусылар ғүмерҙе һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән файҙалы кәңәштәр әҙерләне.

Йәй миҙгеле хәүефһеҙ үтһен өсөн
Йәй миҙгеле хәүефһеҙ үтһен өсөн
Йәй — балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик матур осор. Каникул, отпуск, әүҙем ял мәле. Әммә, үкенескә ҡаршы, был осорҙа төрлө хәүеф-хәтәр ҙә һағалай. Профессиональ ҡотҡарыусылар ғүмерҙе һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән файҙалы кәңәштәр әҙерләне.
 
Әлбиттә, улар һеҙгә бер ҡасан да кәрәкмәһен, һеҙҙең дә, балаларығыҙҙың да тормошо тик яҡшы ваҡиғаларҙан ғына торһон. Шулай ҙа кәңәштәр менән танышығыҙ һәм балаларығыҙға ла һөйләгеҙ. Улар менән теге йәки был осраҡта үҙеңде нисек тотоу кәрәклеген уйын рәүешендә һынау файҙалы буласаҡ. Балаларығыҙ теоретик белем генә алмаһын, белгәндәрен ғәмәли йәһәттән дә нығытһын.
Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа
- Бер кемгә лә ишек асма. Ҡабатлап әйтәбеҙ: бер кемгә лә. Әгәр ишек шаҡыусы үҙен күрше, полиция, почтальон тип танытһа — атайым йәки әсәйем йоҡлай, уятмаҫҡа ҡушты, һуңғараҡ килегеҙ, тип әйт.
- Кәрәк саҡта бәйләнеш тотоу өсөн атай менән әсәйеңдең телефон һандарын ятлап ал. Әгәр улар эш урынында булмаһа, эҙләп табыуҙарын һәм һиңә шылтыратыуҙарын һора.
- Әгәр ят кеше уға ашығыс рәүештә шылтыратырға йәки һыу эсергә кәрәк тип ишек асыуҙы һораһа, телефон һандарын һорап алып, үҙең шылтырат йәки яҡындағы телефонды, һыу һатылған магазинды өйрәт, әммә ишекте асма.
- Әгәр сит кешеләр фатир ишеген емерә башлаһа, «102» телефоны буйынса поли-цияға йәки атай-әсәйеңә шылтырат, әгәр телефоның юҡ йәки эшләмәй икән, балконға сығып, йәки тәҙрәне асып, ныҡ итеп «Янғын!» тип ҡысҡыр.
- Өйҙә яңғыҙ ҡалғаныңда тәҙрәгә яҡын килмә, москит селтәргә таянма. Улар ситтән ҡарағанда ғына ныҡ күренә, әммә ысынбар-лыҡта бик хәүефле әйбер. Һуңғы ваҡытта тап шул селтәр йыртылыу арҡаһында балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөү осраҡтары йышайҙы.
Бала бер үҙе йөрөргә сыҡһа
- Атай-әсәйеңә ҡайҙа, кем менән барыуыңды, ҡасан ҡайтырыңды әйт. Был бик мөһим, сөнки хәүефле хәл тыуһа, һиңә шул осраҡта ғына ярҙам итә аласаҡтар!
- Үҙ йортоңдан һәм ихатаңдан алыҫ китмә. Кешеһеҙ аулаҡ урындарҙа, йырындарҙа, ташландыҡ йорттарҙа һәм подвалдарҙа йөрөмә.
- Урамда таныш түгел кешеләрҙән бер нәмә лә алма. Хатта иң тәмле кәнфит бирһәләр ҙә, баш тарт. Осраҡлы кешеләрҙең һәр тәҡдименә «Юҡ!» тип яуап бир һәм был урындан тиҙерәк китергә тырыш.
- Урамда, транспортта, подъезда кешеләрҙе ярҙамға саҡырыуҙан тартынма. Әгәр һине тоторға теләп көс ҡулланһалар – ҡысҡыр, ысҡынырға тырыш, ҡас. Әгәр кемдер һине эҙәрлекләгән кеүек тойолһа, урамдың икенсе яғына сыҡ, магазинға ин, автобус туҡталышына бар, берәй оло кешегә ярҙам һорап мөрәжәғәт ит йәки өлкәндәрҙең иғтибарын йәлеп итергә тырыш.
- Таныш булмаған ололар йәки үҫмерҙәр компанияһы янына яҡын барма.
- Таныш түгел кеше менән подъезға, лифтҡа инмә.
- Сит кешенең машинаһына ултырма.
- Фатир асҡысын муйыныңа йәки салбар билдегеңә элмә, бының өсөн айырым кеҫә эшләтеү яҡшыраҡ.
- Ҡараңғы төшкәс, урамда яңғыҙ йөрөмә. Әгәр төндә яңғыҙ ҡайтырға тура килһә, яҡшы яҡтыртылған урындарҙы һайла. Юлың ҡараңғы, тар тыҡрыҡтарҙан үтһә, атай-әсәйеңә шылтыратып, ҡаршы алыуҙарын һора.
- Коронавирус әлегә тулыһынса еңелмәгән, шуға күрә өйҙән сыҡҡанда мотлаҡ битлек кейергә кәрәк. Шулай уҡ республикала «комендант сәғәте» оҙатыуынан тыш йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла.
Йәшен башланһа
- Тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе, төтөн юлдарын, елләтеү уйымдарын ябығыҙ. Мейес яҡмағыҙ. Стационар телефондан һөйләшмәгеҙ: йәшен ҡайһы берҙә сымдарға ла эләгә. Ғөмүмән, электр сымдарына, көнкүреш ҡорамалдарына яҡын килмәҫкә тырышығыҙ.
- Әгәр һеҙ урманда саҡта йәшен башланһа, тәпәшәк буйлы ағас-ҡыуаҡтар араһына йәшенергә тырышығыҙ. Бейек ағастар, айырыуса ҡарағай, имән, тирәк аҫтында йәшенергә кәңәш ителмәй. Тимер әйберҙәрҙе (мотоцикл, велосипед һ.б.) ситтә ҡалдырығыҙ, уларҙан 20-30 метр ситкәрәк китегеҙ. Әгәр йәшен башланғанда автомобиль эсендә булһағыҙ, тышҡа сыҡмағыҙ, тәҙрәләрҙе яҡшы итеп ябығыҙ һәм радионың антеннаһын аҫҡа ҡарай төшөрөп ҡуйығыҙ.
Һыу инергә барһағыҙ
- Йыл һайын республикабыҙҙа йөҙҙәрсә кеше, шул иҫәптән балалар ҙа һыуҙа батып үлә. Улар, ғәҙәттә, йөҙә беләм һәм бәлә ҡайҙалыр алыҫта тип уйлай. Шуға күрә еңел уйламағыҙ: һыуҙан һәр кем зыян күреүе ихтимал!
- Кеше һыуҙа оҙаҡ булһа йәки өшөһә, тәне тартышыуы ихтимал. Ғәҙәттә, аяҡ мускулдары тартыша. Был осраҡта тәрән итеп тын алырға, баш менән вертикаль рәүештә сумып, аяҡты турайтырға һәм аяҡтағы баш бармаҡтарҙы тотоп, ныҡ итеп тартырға кәрәк.
- Балалар бер ҡасан да, бер ниндәй осраҡта ла өлкәндәрһеҙ һыу инергә тейеш түгел. Ололар яуаплылыҡ һаҡларға, йөҙә белергә һәм, әлбиттә, яр буйында иҫерткес эсемлектәр эсмәҫкә тейеш.
- Әгәр кемдеңдер батып барыуын күрһәгеҙ, ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ. Кемдер берәү табип саҡыртһын. Бәләгә тарыусы янына йөҙөп барығыҙ. Һыу һалҡын булһа, кейемегеҙҙе сисмәгеҙ, был организмды ҡапыл өшөүҙән һаҡлаясаҡ. Аяҡ кейемен генә сисергә һәм кеҫәләге әйберҙәрҙе ярҙа ҡалдырырға кәрәк. Батып барыусы янына еткәс, уны арт яҡтан яурындарынан тотоғоҙ. Әгәр ул һеҙгә йәбешһә, хәрәкәт итә алмаясаҡһығыҙ һәм икегеҙгә бергә батыу хәүефе янай.
- Таныш булмаған урындарҙа суммағыҙ. Пляжда билдәләнгән урындарҙан ситкә йөҙмәгеҙ, унда ылымыҡтар, тәрән соҡор йәки ер аҫты шишмәһе булыуы ихтимал. Һыу эсендә кешене тотоуға, һыуға сумдырыуға бәйле уйындар уйнамағыҙ. Уйын ҡомарына бирелеп, кешегә һауа һуларға ирек бирмәүегеҙ, уны сәсәтеүегеҙ ихтимал. Әгәр һыуҙа берәй хәл булһа, бер ҡасан да ҡурҡыуға бирелмәгеҙ, ҡысҡырмағыҙ. Ҡысҡырған мәлдә үпкәгә һыу эләгеүе ихтимал, ә был — бик хәүефле.
Юл аша сыҡҡанда
- Юл аша светофорҙың йәшел төҫөнә сығырға, ә ҡыҙыл янһа, туҡтарға кәрәклекте барыһы ла белә. Әммә барлыҡ водителдәр ҙә бер кимәлдә тәртипле, яуаплы тип әйтеп булмай. Светофорҙа йәшел төҫ янһа ла, бөтә машиналар ҙа туҡтағанмы, хәүеф юҡмы икәнлеген иғтибар менән ҡарағыҙ.
- Велосипедта йөрөһәгеҙ, юл аша сыҡҡанда унан мотлаҡ төшөгөҙ. Күптән түгел бер малай барлыҡ йәйәүлеләрҙе үткәреп, боролған машина аҫтына эләкте.
- Юл аша бер яҡҡа табан ҡырын үтмәгеҙ, билдәләнгән урында, туп-тура сығығыҙ. Был водителдәр һеҙҙе яҡшыраҡ күрһен өсөн мотлаҡ.
- Ҡараңғы мәлдә кейемегеҙҙә яҡтылыҡты сағылдырыусы билдәләр булһын. Был водителдәргә һеҙҙе алыҫтан күрергә ярҙам итәсәк.
Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас: