Томат үҫентеләрен ҡырауҙар үткәс кенә сығарып ултыртам. Һыуыҡҡа бирешкән йәшелсә оҙаҡ мандып китә алмай. Помидор ултыртҡанда тамыр системаһы нығынһын өсөн соҡорона бер ус көл һалам. Рәт араларына циния, бәрхәт гөлө, һарымһаҡ ултыртып сығам. Улар ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡыта. Үрсетмәләрҙе ултыртып, ике аҙна үткәс, ауырыуҙары булмаһын өсөн составында баҡыр булған препарат «Фитоспорином-М» йәки « Ордан» препараттарын һибәм. Ун көндән «Томатон», «Бутадон» менән туҡландырам. Һуңынан күп итеп һыу һибәм. Помидор һыуҙы ныҡ ярата. Тик төбөнә генә һибергә кәрәк. Япраҡтары ҡуйы йәшел икән, тимәк ,һыу етмәй. Төрөлә башлаһа, калий етмәүен аңлата. Сәскә атҡан ваҡытында һыйыр тиҙәген әсетеп, һыу менән шыйыҡлап туҡландырам. Гөрләп үҫеп китәләр. Помидор оҙаҡ һабағында ҡыҙармай ултырһа, икән, йод эретмәһе һалырға кәрәк. Ике көндән өлгөрә башлайҙар.
Нурия Вәлитова.
Ауырғазы районы.