Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Себендән нисек ҡотолорға?

Себен ҡәнәфер еҫен яратмай, хатта күралмай. Әгәр инде был еҫте лимондыҡы менән байытһаң, көслө тәбиғи репеллент килеп сыға.

Себендән нисек ҡотолорға?
Себендән нисек ҡотолорға?

Кибет кәштәләрендә уларға ҡаршы бихисап төрлө препараттар бар. Тик химияның зыяны ла күп бит. Әйҙәгеҙ, тәбиғи ысул менән себендәрҙән ҡотолоп ҡарайыҡ.

* Ҡәнәфер менән лимон
Себен ҡәнәфер еҫен яратмай, хатта күралмай. Әгәр инде был еҫте лимондыҡы менән байытһаң, көслө тәбиғи репеллент килеп сыға.
Бының өсөн лимонды урталай ҡырҡабыҙ ҙа эсенә ҡәнәфер орлоҡтарын тығып сығабыҙ. Хәҙер инде был лимонды өҫтәлгә ултыртып ҡуйырға ғына ҡалды.

* Эфир майҙары
- 2 аш ҡалағы һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса
- 11-12 тамсы бөтнөк майы
- 10-12 тамсы лимонник майы
- 1 сынаяҡ һыу
Һиптерткес эсенә һыу менән һабын ҡойоп, яҡшылап сайҡатабыҙ. Унан бөтнөк, лимонник майҙарын ҡушып йәнә болғатабыҙ. Хәҙер инде өйгә себен йөрөгән ерҙәргә һибеп сығырға ғына ҡалды.

* Алма һеркәһе
Ике сынаяҡ алма һеркәһе, аш ҡалағы һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса, керамик һауыт, пленка, теш таяғы кәрәк була.
Банкаға алма һеркәһен, һауыт-һаба өсөн шыйыҡсаны ҡушып, пленка менән ҡаплайбыҙ ҙа, бер аҙ ваҡыт ултыртып торабыҙ. Унан теш таяҡтары менән тишкеләп сығабыҙ.
Хәҙер инде әҙер ҡатнашманы өйгә йә урамда себен күпләп йыйылған урынға ултыртабыҙ.

* Емеш-еләктән.
Үтә ныҡ бешкән йә серей башлаған емеш, һауыт, ҡайсы, пленка, теш таяғы кәрәк була.
Емеште таҙартып турайбыҙ ҙа һауытҡа һалып, өҫтөн пленка менән ҡаплайбыҙ. Теш таяҡтары менән себен һыймалы тишектәр яһайбыҙ.
Тоҙаҡ себен менән тулғас уны һабынлы һыуға төшөрәбеҙ. Себендәр үлеп бөткәс, һауытты яңынан ҡулланырға була.

* Лаванда эфир майы
Лаванда майы, губка, ҡапҡаслы ҡап кәрәк була.
Бер нисә тамсы майҙы гупкаға тамыҙабыҙ ҙа ҡап эсенә һалып ҡуябыҙ. Ҡапҡасын ныҡлап ябып, төнгөлөккә шулай ҡалдырабыҙ. Иртән асып, себендән ҡотолорға теләгән урындарға ултыртабыҙ.

Автор:
Читайте нас: