-7 °С
Ҡар
5 балғалаҡ киптереп ваҡланған меңъяпраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, әкрен генә утта 10 минут томалап бешерергә кәрәк. Аҙаҡ төнәтмә бер аҙ һыуынғас, уны 5-6 ҡат бөкләнгән етен туҡымаға һеңлереп, тәндең боҙолған урынына ябығыҙ. Көнөнә 4 - 6 тапҡыр шулай дауалағанда ыңғай һөҙөмтәне тойорһоғоҙ. Был ауырыуҙан меңъяпраҡтар әҙерләнгән эсемлек тә файҙалы. Уны әҙерләү өсөн 2 ҡалаҡ кипкән сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә. Был эсемлекте ашағандан һуң көнөнә 3 -4 тапҡыр 2-әр ҡалаҡ эсегеҙ.
Тик шуны онотмағыҙ: гемоглобин юғары булғанда, йөклөлөк ваҡытында һәм ҡан баҫымы түбән булғанда меңъяпраҡ төнәтмәһен эсергә ярамай!!!