Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Июль 2024, 13:05

Мең дә бер кәңәш

Был ысул менән битте таҙартһаң, бер аҙнанан таң ҡалырһың: һытҡылар, ҡара нөктәләр юҡҡа сығыр, күҙәнәктәре таҙарыр.

Мең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

Битең таҙа булһын тиһәң...

Был ысул менән битте таҙартһаң, бер аҙнанан таң ҡалырһың: һытҡылар, ҡара нөктәләр юҡҡа сығыр, күҙәнәктәре таҙарыр.

Ике ябай ғына аспиринға (һыуға һалып иретеп эсә торғаны түгел) бер нисә тамсы һыу тамыҙ. Ул гранулаланырға тейеш. 10 – 20 секундтан һуң бер балғалаҡ бал ҡушып яҡшылап болғатығыҙ.

Әҙер массаны биткә һылап 10 минут көт. Унан битеңде һаҡ ҡына ыуала ла йыуып төшөр. Йыуғандан һуң йәһәт кенә тоник йәки дымландырыусы крем һөрт.

Был битлекте күҙ тирәһенә һөртөргә ярамай!

Уянғас та һыу эс

Иртән уянғас уҡ сәй йәки кофе урынына бер стакан йылымыс һыу эсеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Ярты сәғәттән иртәнге ашты ла ашарға мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, шыйыҡлыҡ аслыҡ хисен кәметә. Шулай уҡ көн дауамында балансланған туҡланыу режимын һаҡлаһаҡ, артыҡ килограмдар әкренләп кәмей, ә бер айҙан һуң ҡандағы шәкәр һәм ҡан баҫымы көйләнәсәк.

Япон табиптары мәғлүмәттәре буйынса, ас ҡарынға һыу эсеү бер төн эсендә тупланған токсиндарҙы организмдан сығарырға ярҙам итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.

Әфлисун һуты ҡан баҫымын төшөрә

Ғалимдар фекеренсә, организмда калий һәм кальций күләмен арттырһаң, ҡан баҫымы төшә икән. Әфлисун һуты был минералдарға һәм, өҫтәүенә, С витаминына ла бай.

Ҡандарында С витамины күп булған кешеләр йөрәк-ҡан ауырыуҙарынан һирәгерәк яфалана.

Тәмле лә, файҙалы ла...

Был салат редис өлгөргәндән эшләнә башлай. Турама витаминдарға бай булыуы менән айырыла. 200 г редис, 2 ҡыяр, 2 бешкән йомортҡа, 5-6 салат япрағы, йәшел һуған, тоҙ алына. Барыһын да турап, һауытта майонез менән бутағыҙ. Дөрөҫ туҡланыу яғында булғандар майонез урынына ҡаймаҡ ала.

Редистың үҙе генә түгел, ә япраҡ-һабаҡтары ла файҙалы. Уларҙы ла төрлө турамаларға, ашҡа өҫтәһәгеҙ, ризығығыҙ витаминдарға бай булыр.

Ҡарбузды дөрөҫ һайла

Татлы еләкте тәү сиратта ҡулға алып, күтәреп ҡарағыҙ. Ул ауыр, ҡаты булырға тейеш. Туҡылдатып ҡарау ҙа ярҙамға килер. Ҡарбуз зеңкелдәп торһа, тимәк, бешкән. Өҙөлгән һабағының ҡороған булыуы, ҡабығындағы һары таптар ҙа – өлгөргәнлек билдәһе. Шулай ҙа һатыусынан белешмә һорарға онотмағыҙ. Ул мотлаҡ республика белгестәренеке булырға тейеш. Емештең бер килограмына тура килгән нитрат кимәле алтмыш миллиграмдан да артмаҫҡа тейеш.

Күптәр, ҡарбузды яһалма ҡыҙарталар, ти. Белгестәр фекеренсә, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Буяу ҙур сығымдар талап итә. Шулай уҡ белгестәр ҡарбуз менән ҡауынды июль аҙағында, август башында ғына һатып ала башларға кәңәш итә. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, иң хәүефһеҙе – сиктәш Ырымбур өлкәһенән килтерелгән емештәр. Шуға күрә ҡарбуз һайлар алдынан бер аҙ уйланып алырға ла зыян итмәҫ. Ә инде уны һатып алырға ҡарар итһәгеҙ, бар яҡлап тикшереп алырға онотмағыҙ.

Киптерелгән алманың файҙаһы бармы?

Күптәр киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген белмәй. Шунлыҡтан уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптерә хуп күрә. Ә ысынында киптерелгән алма – витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ матдәләр алмашыныуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта.

Сәсең тиҙерәк үҫһен өсөн...

Еңел генә әҙерләнә торған был бальзамды һөрткәндән һуң сәсең тиҙерәк үҫә башлар, ҡояшлы ғына түгел, болотло көндә лә йылҡылдап торор.

Бының өсөн 2 аш ҡалағы кастор майын 1 балғалаҡ алма һеркәһе менән бутарға кәрәк. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға 3 аш ҡалағы ябай шампунь ҡушып, яҡшылап болғатырға ғына ҡалды.

Әҙер бальзамды таҙа һәм еүеш сәстең буйынан-буйына һөртөп, башты полиэтилен пленка менән ҡаплап ҡуйырға кәрәк. 10 –15 минуттан һуң йылы һыу менән сайып төшөр.

Ҡан баҫымын төшөрөү юлдары...

Халыҡ рецептары менән ҡан баҫымын төшөрөү ысулдары

* 2 аш ҡалағы кипкән ҡарағатҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойола. Һүрән генә утта 10 минут ҡайнатҡандан һуң 1 сәғәт төнәтелә. 1/4 стакан төнәтмәне көнөнә 4 тапҡыр эсегеҙ.

* 100 гр йөҙөмдө иҙеп, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойола. Һүрән утта 10 минут ҡайнатҡандан һуң марля аша һөҙөп, һығып алына.

1-2 аш ҡалағы һутты көнөнә 2 тапҡыр ҡабул итегеҙ.

* 1 аш ҡалағы бал 1 стакан минераль һыуҙа иҙелә, унда йәнә ярты лимондың һуты һығыла.

Һәр иртәлә был "тәмлекәсте" сәй йә ҡәһүә урынына эсегеҙ.

Кәбеҫтәнән ҡоротҡостарҙы ҡыуайыҡ...

Бының өсөн 3 литр һыуға аптеканан һатып алынған валерьянка шешәһе менән 1 аш ҡалағы шыйыҡ һабын өҫтәп болғатыу кәрәк. Әҙер шыйыҡсаны кәбеҫтәгә һиптерегеҙ.

Кәбеҫтәне йыйырҙан 1 ай алдан нашатыр спиртын һиптертегеҙ. Бының өсөн 40 мл нашатыр спиртын 5 литрлыҡ биҙрәгә ҡойоп, 1-2 аш ҡалағы шыйыҡ һабын өҫтәр кәрәк. Ошолай иткәндә кәбеҫтә ҡыш яҡшы һаҡланыр.

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас