Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
26 Август , 20:48

Картуф серемәһен тиһәгеҙ...

Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар тамам аптырауға ла, борсоуға ла һала. Күптәр баҡса тултырып сәскән картуфының үтә һыулы булыуы, әле үк тимгел-тимгел ҡара тап төшөүе тураһында борсолоу белдерә. Бындай картуфты ҡышҡылыҡҡа һаҡлап булырмы  икән, тип бошона халыҡ. Бына шундай осраҡҡа бер кәңәш.

Һарайҙың йәки берәй ҡаралтының иҙәненә ҡалын ғына итеп ҡоро бесән түшәгеҙ ҙә өҫтөнә картуфығыҙҙы йәйеп һалығыҙ. Уның өҫтөнә тағы бер ҡатлам бесән һалығыҙ. Ошо килеш тәүге көҙгө һыуыҡтар төшкәнсе ҡалдырығыҙ. Ҡоро бесән картуфтағы барлыҡ артыҡ дымды әкренләп һурып алып бөтөсәк, тип кәңәш бирәләр. Бындай картуфты хәүефләнмәйенә баҙға һалырға мөмкин, тиҙәр.

Әлбиттә, быйылғы ише ямғырлы, һалҡын йәйҙә ҡоро бесәнде ҡайҙан алаһың әле, тип әйтеүселәр ҙә булыр, сөнки күптәр әле булһа, бесән эшләй алмай. Шулай ҙа икенсе икмәк булған картуфты ҡотҡарыр өсөн күп кешеләрҙә былтырҙан ҡалған ҡоро бесән табылыр, моғайын. 

Уңышығыҙҙың мәнфәғәтен күрегеҙ!

Автор :Гөлдәр Яҡшығолова

Автор:
Читайте нас: