Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Август , 15:57

Көлдөң файҙаһы ифрат ҙур

Борондан баҡсасылар көлдө ашлама итеп оҫта файҙаланған. Был тәбиғи өҫтәмәне айырыуса туғыҙ үҫемлек ярата.

Көлдөң файҙаһы ифрат ҙур
Көлдөң файҙаһы ифрат ҙур

Борондан баҡсасылар көлдө ашлама итеп оҫта файҙаланған. Был тәбиғи өҫтәмәне айырыуса туғыҙ үҫемлек ярата. Көл – калий, фосфор һәм азоттан башҡа күп кенә микроэлементтар сығанағы. Ул әсе тупраҡтың сифатын яҡшырта, уңдырышлыраҡ итә, үҫемлектәрҙең иммунитетын арттыра.

  

Һуған

 

Ағас көлө һуған түтәлдәрен калий менән туйындырырға мөм­кинлек бирә. Был элемент тәбиғи алмашыныу процестарын тәьмин итеү өсөн кәрәк. Ул үҫемлектәрҙең ҡоролоҡҡа һәм температура үҙгәреүенә тотороҡлолоғон арттыра. Шулай уҡ етерлек күләмдә калий алған һуған яҡшыраҡ һәм оҙағыраҡ һаҡланасаҡ. Был үҫем­лектә калий етмәүен япраҡтарҙағы һары таптар, бөгөлгән ситтәре йәки ҡороған япраҡтары раҫлай.

Ашлама өсөн төнәтмә ҡулла­ныла. Уны әҙерләү өсөн 10 литр һыу һәм бер стакан көл ҡатна­штырырға кәрәк. Әгәр һуған ҡыяҡ өсөн үҫтерелә икән, уны 14 көндән һуң төнәтмә менән һуғарыу шарт. Ҡалған осраҡтарҙа өс өҫтәмә туҡ­лан­­дырыу талап ителә: ултыр­тылғандан һуң ике аҙнанан һәм бер айҙан һуң, һуған барлыҡҡа килгән ваҡытта.

Баҡсаны көҙгө әҙерлек ваҡы­тында бер квадрат метр майҙанға 600 грамм ашлама иҫәбенән һибергә мөмкин. Әгәр тупраҡ ҡомло булһа, уны яҙ көнө эшкәртәләр.

 

Раузалар

 

Көл рауза сәскәһенең тамыр­ҙарын нығыраҡ, ә сәскәләрен матурыраҡ итә. Бынан тыш, был ашлама үҫемлектең ауырыуҙарға һәм түбән температураға биреш­мәү­сәнлеген арттыра. Янған ағас һәм үҫемлек ҡалдыҡтары ярҙа­мында ғына бындай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.

Ашламаны ҡоро килеш тә, төнәтмә йәки һырҡынды рәүе­шендә лә ҡулланырға мөмкин. Беренсе осраҡта һәр ҡыуаҡ төбөнә – 1 стакан һибергә. Бынан тыш, был ашлама раузаларҙағы онло ысыҡтан да файҙалы. Бының өсөн ҡыуаҡтарға башта һыу, ә һуңынан көл һибәләр.

Шыйыҡ төнәтмә тамырҙарҙың формалашыуына һәм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. 200 грамм көл әҙерләү өсөн 10 литр һыу ҡойорға, яҡшы итеп болғатырға һәм бер аҙнаға ҡалдырырға кәрәк. Төнәтмәгә мочевина (бер аш ҡалағы) ҡушып, 0,5 литр алынған ашламаны һәр ҡыуаҡҡа ҡоялар.

 

Кишер

 

Кишер әсе тупраҡты яратмай, ә көл уны һелтеләндерергә ярҙам итә. Бынан тыш, ашлама тупраҡты йомшарта, һөҙөмтәлә кислородтың тамырҙарға юлы асыла. Шулай уҡ кишерҙе калий, фосфор, марганец менән һуғара.

Яҡшы сифатлы уңыш алыу өсөн кишерҙе был ысул менән бер нисә тапҡыр ашларға мөмкин. Тәүге тапҡыр сәсеү алдынан, йәғни  баҡсаны көҙгө ҡаҙыу ваҡытында, 1 квадрат метр майҙанға 200 грамм көл индерергә кәрәк. Июнь айында икенсе тапҡыр, үҫемлек һабағын үҫтергәндә.

 

Ҡыяр

 

Көл ҡулланыу вегетатив масса һәм быуындар үҫешенә, һабаҡтар формалашыуына ыңғай йоғонто яһай. Был ашламаны ҡыяр үҫкән саҡта төрлө этапта ҡулланырға мөмкин.

Өҫтәмә туҡландырыу өсөн көлдө иретелгән килеш ҡулланалар. Бының өсөн 10 литр һыуҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға, ә һуңынан унда 300 грамм көл ҡушырға кәрәк. Был күләм бер квадрат метр түтәлде һуғарыуға етә.  Ҡойғандан һуң тупраҡты 1-2 сантиметр тирәһе ҡатлам менән йомшартырға кәңәш ителә.

 

Кәбеҫтә

 

Көл үҫентеләргә яҡшыраҡ тамыр йәйергә мөмкинлек бирә, ә ҙур кәбеҫтәне ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Беренсе осраҡта ашламаны баҡсаны ҡаҙыу ваҡытында бер квадрат метрға бер-ике стакан иҫәбенән индерәләр йәки һәр соҡорға бер ус.

Икенсе осраҡта кәбеҫтә япраҡ­тарын ваҡыты-ваҡыты менән көл төнәтмәһе менән эшкәртергә кәрәк. Уны әҙерләү өсөн 300 грамм ағас көлөн бер литр ҡайнар һыуға һалырға һәм ҡатнаш­маны 30 минут самаһы бешерергә кәрәк. Бынан һуң төнәтмәне һыуы­тырға, эшкәртергә һәм 10 литр һыуҙа болғатырға кәрәк. Эшкәртеүҙең йышлығы һауа шарттарына бәйле – йәй ҡоро булһа, быны ике-өс аҙнаға бер тапҡыр, ямғырлы булһа, йышыраҡ һибергә мөмкин.

 

Һарымһаҡ

 

Көл һарымһаҡтың серей башлауын иҫкәртә. Бының өсөн ашламаны көҙгө ҡаҙыу ваҡытында бер квадрат метрға ике стакан иҫәбенән тупраҡҡа индерәләр. Әгәр көҙгө эшкәртеү булмаһа, яҙғыһын 1 стакан көлдө бер квадрат метр майҙан ергә һалырға кәрәк.

Шулай уҡ миҙгелдә өс тапҡыр төнәтмә менән эшкәртеү ҙә рөхсәт ителә. Шыйыҡ ашлама әҙерләү өсөн 10 литрлыҡ биҙрәнең өстән бер өлөшөнә көл һалырға ла, ә ҡайнар һыуҙы ситенә тиклем ҡойорға кәрәк. Ике-өс көн төнәтергә. Уны ҡулланыр алдынан мотлаҡ һарҡытыу шарт.

 

Ҡабаҡ

 

Көл тупраҡтың составын яҡшыр­та, уны аҙ кислоталы йәки нейтраль итә. Бынан тыш, был – еңел үҙләштерелеүсе фосфор һәм калийҙың яҡшы сығанағы, уларҙың етешмәүе япраҡтарындағы һоро йәки һары таптар менән раҫлана.

Ҡабаҡты туҡландырыу өсөн 10 литр һыуға ике стакан көл һалалар. Шулай уҡ сәсер алдынан ҡабаҡ орлоҡтарын көл һыуында ебетәләр. Ултыртҡан ваҡытта һәр соҡорға ике аш ҡалағы көл һалалар. Үҫеп ултырған үҫемлекте лә ашларға мөмкин, бының өсөн һәр төп тирәләй соҡор яһала, һәр үҫемлеккә бер килограмм иҫәпләп, ашлама индерелә.

 

Томат

 

Томат (помидор) емеш биргәндә йыш ҡына фосфор һәм калий тоҙҙары етмәй. Беренсе элемент тамыр системаһын үҫтереү өсөн кәрәк, тамырҙарға тупраҡтан үҫемлек өсөн файҙалы матдәләр сығарырға ярҙам итә, ә икенсе элемент емеш өлгөрөү тиҙлеген, уларҙың формалашыуын һәм ҡойолоуын көйләй.

Томат миҙгелдә ике тапҡыр көл менән туҡландырыла: июнь айында һәм әүҙем емеш биреү ваҡытында. Был осраҡта ҡоро йәки шыйыҡ туҡландырыу ҙа мөмкин. Беренсе осраҡта ике стакан иҫәпләп, төп тирәләй һибәләр. Икенсе осраҡта 1,5 стакан көлдө 10 литр һыуҙа бутап, бер тәүлек ултыртырға кәрәк. Алынған ирет­мәне һарҡытып, һәр төпкә 1 литр иҫәпләп ҡоялар.

 

Еләк

 

Еләк емеш бирер алдынан фосфор һәм калий кәрәк, шуға күрә ашлама индерәбеҙ. Иретмәһен дә файҙаланалар: бер стакан көлгә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп әҙерләйҙәр. Ҡатнашманы бер тәүлек төнәтергә. Уны ҡулланыр алдынан туғыҙ литр таҙа һыу менән болғаталар. Алынған ашламаны, бер литрҙы бер квадрат метр иҫәбенән файҙаланып, еләк түтәлдәренә һибәләр.

 

- Рәмилә МУСИНА

Автор:
Читайте нас: