Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Август , 20:30

Көҙгө сәсеү

Ниндәй йәшелсәләрҙе көҙҙән сәсергә була?

Көҙгө сәсеү
Көҙгө сәсеү

Йәшелсәне көҙҙән сәсеп ҡалдырыу бик отошло. Редис, кишер, һуған, һарымһаҡ, салат культуралары, петрушка, укроп, сөгөлдөр, ҡыҙыл кәбеҫтә, сельдерей, пастернак, кориандр, катран кеүек йәшелсәләрҙе көҙҙән сәсергә була.

Ҡышҡа сәсеп ҡалдырылған орлоҡтар яҙғы дымды һәйбәт файҙалана, йылдам үҫеп китә. Яҙ һалҡын булһа, уларҙың тамыр системаһы тиҙ көсәйә, шуға артабан ҡоро көндәрҙә лә бирешмәй, уңыш ҡәҙимгенән 3-4 аҙнаға алда­раҡ өлгөрә. Бындай үҫемлектәр ауырыуҙарға ла бирешеп бармай, сүп үләндәренән алдараҡ үҫеп китә. 

Йәшелсә һәм сәскә орлоҡтарын көҙ 5 см тәрәнлектә тупраҡ температураһы +2-3°С, ә һауа температураһы тотороҡло 0°С булғанда (октябрь аҙағы – ноябрҙең тәүге ун көнлөгө) сәсәләр. Әлбиттә, аныҡ миҙгелдең климат шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк. 

Сәсеү өсөн түтәлдәрҙе алдан, сентябрҙең икенсе яртыһынан, көндәр һәйбәт торғанда әҙерләй башларға кәрәк. Әҙерлек эштәре дүрт этаптан тора.

  1. Урын һайлау. Ҡышҡы сәсеү урыны яҙ көнө һәйбәт йылына торған, көслө елдәрҙән, яҙғы һыуҙарҙан һаҡланған, ә тупрағы уңдырышлы, кәүшәк, һыу үткәреү­сән булһын.
  2. Түтәл эшләү. Түтәл яҙ көнө үҫем­лектәрҙең ебеүенә юл ҡуйылмаһын һәм тупраҡ тиҙерәк йылынһын өсөн 15–20 см бейеклектә булһын. Иң уңайлы киңлеге – 90–100 см. Тупраҡ таралмаһын өсөн ситтәрен таҡта, пластик йә металл каркас менән нығытып сығалар.
  3. Тупраҡты әҙерләү. Түтәл ерен бер көрәк тәрәнлектә ҡаҙып, сүп үләндәрен утап, тамырҙарын сүпләп сығырға һәм ҡаҙығанда түбәндәге ашламаларҙы индерергә кәрәк:

– калийлы-фосфорлы Гуми-Оми Фосфор һәм Калий ашламалары – һәр квадрат метрға – 50 г;

– компост йә серетмә – һәр квадрат метрға – 3-4 кг;

– 33 Богатыря – тупраҡтың уңдырышлылығын һәм структу­раһын яҡшыртыусы, файҙалы микроорганизмдар менән байытыусы, бактерияларҙан һәм бәшмәктәрҙән һаҡлаусы микробиологик препарат – һәр квадрат метрға – 0,1–0,5 л.

Балсыҡлы ауыр тупраҡты ПухоВита кәүшәкләндергесе менән еңеләйтәләр (бер квадратҡа 4-5 кг), әсе тупраҡты Известь-Гуми менән ашлайҙар (еңел тупраҡҡа 0,3 кг, ауыр тупраҡҡа 0,6 кг).

  1. Сәсеү өсөн бураҙналар һыҙыу. Бураҙналар һыҙғанда тупраҡтың бер аҙ ултырасағын иҫәпкә алалар. Бураҙналарҙың тәрәнлеге һәм араһы нимә сәсеүгә бәйле. Әҙер түтәлдәрҙе сүп үҫмәһен өсөн туҡылмаған материал менән ябалар.

Бураҙналарға һибелгән орлоҡтарҙы ҡаплау өсөн ҡоро тупраҡ һәм мульча – торф, серетмә – запасы әҙерләйҙәр йә әҙер Мульча-Разрыхлитель Земля-Матушка черноземная һатып алалар.

“Моя грядка изобилия” гәзитенең октябрь һанында сәсеүҙе нисек үткәреү тураһында уҡый алаһығыҙ. Ә әлегә орлоҡтарҙың шытыу һәләтен һәм үҫеү көсөн тикшерә тороғоҙ.

- Светлана ПАВЛЕНКО, 
биолог, биохимик

Автор:
Читайте нас: