Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Сентябрь , 16:16

Өй өтәҫләү нимә ул?

Был сараны ни өсөн башҡарғандар? Был йәһәттән данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт ниндәй кәңәш биргән?

Өй өтәҫләү нимә ул?
Өй өтәҫләү нимә ул?
Беҙҙең халыҡта өйҙө төрлө насар энергиянан, зәхмәттән һаҡлау өсөн өтәҫләү йолаһы йәшәп килгән. Уны күптәр әле лә башҡарып ала, бының өсөн башлыса артыш ботағы ҡулланыла.
 
Данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт йортто һәм унда йәшәүселәрҙе һәр төрлө боҙомдан, һоҡтан, йәғни күҙ тейеүҙән, тел-тештән, сир-сырхауҙан һаҡлау өсөн боланут (кипрей, иван-чай) үләнен дә ҡулланырға кәңәш иткән. Бының өсөн еләҫ урында киптерелгән артыш, мәтрүшкә һәм боланут самалап алына. Уларҙы аҙ-аҙлап ҡына, алмашлап төтәтеп, ошо төтөн менән өйҙө өтәҫләргә. Быны ишек янынан башлап, сәғәт теле буйынса йөрөп сығырға, мөйөштәрҙе аҫтан өҫкә табан өтәҫләргә кәңәш ителә. Үлән сытырлап янып киткән урындарҙы оҙағыраҡ эшкәртергә кәрәк, был – яман энергияның тупланыу урынына ишара, тигән ышаныу ҙа йәшәгән.
 
Әлбиттә, бындай ырымдарҙа ышанырғамы-юҡмы икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Әммә халыҡтың һәр ғәмәленең, йолаһының буштан килеп сыҡмауын, ниндәйҙер мәғәнәгә эйе булыуын да инҡар итеп булмай.
 
Әйткәндәй, йортто өтәҫләү йолаһы башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла киң таралған булған. Әлбиттә, был йоланы башҡарған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында ла оноторға ярамай.
 
Фото: ufologov.net 
 
Гөлдәр Яҡшығолова
 
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Автор:
Читайте нас: