Берәй ваҡыт бал йәрминкәһендә булһағыҙ, ундағы төрлөлөктән иҫегеҙ киткәндер. Ниндәй генә бал һатмайҙар: сәскә балы, йүкә балы, сәрби балы... Һәр ҡайһыһы үҙенсә тәмле һәм файҙалы.
Сәскә балы
Иң популяр һәм иң йыш осраған бал төрө. Тәмле лә, шифалы үҙенсәлектәре лә күп. Сәскә балы үҙе лә бер нисә төрлө була: болондан йыйылғаны, урмандан, тауҙан.
Ысын сәскә балы бик хуш еҫле, өс-дүрт айһыҙ ҡуйырмай. Файҙалы үҙенсәлектәренә килгәндә, ул:
♦ организмға хәл бирә;
♦ матдәләр алмашыныуын яҡшырта,
♦ организмды таҙарта;
♦ ҡан тамырҙары эшсәнлегенә ыңғай тәьҫир итә;
♦ йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә бер сәй ҡалағы балды бер стакан йылы һыуға болғатып эсһәң, шифаһы бар;
♦ стресс кисергән организмды тынысландыра.
Йүкә балы
Йүкә балын беҙҙең халыҡ иң шифалы балдарҙың береһе тип һанай һәм юҡҡа ғына түгел. Башҡа балдарға ҡарағанда ул баллыраҡ, йотҡас, тамаҡ төбөн әсеттереп тора. Төҫө һорғолт-аҡ йәки йомшаҡ алтынһыу, саҡ-саҡ ҡына йәшкелтерәк тә була. Хуш еҫле, еңелсә генә йүкә сәскәһе еҫе килә.
♦ Балдың был төрө төрлө ялҡынһыныуҙарҙы дауалай алыуы менән ҡиммәтле.
♦ Йүкә балы менән һалҡын тейеүҙе дауалайҙар. Был осраҡта уны лимон менән бергә ҡулланһаң, шифаһы күберәк була.
♦ Вирустарҙы юҡ итергә һәләтле.
♦ Йүкә балының файҙаһы офтальмологияла ла раҫланған. Көн дә компьютер менән эшләүселәргә йүкә балын көндәлек рационға керетергә тәҡдим ителә. Ул күҙҙең селтәр ҡатламына ыңғай йоғонто яһай.
♦ Йүкә балының артыҡ холестеринды сығарыу үҙенсәлеге лә билдәле.
♦ Оҙаҡ төҙәлмәй торған яраларҙы дауалай.
♦ Бауыр һәм ашҡаҙан сирҙәренән бик шифалы.
Ҡарабойҙай балы
Төҫө ҡарайым, ҡайһы саҡ көрән-күк йәки ҡыҙғылт төҫмөрлө. Сәскә еҫе килә, бөтә балдар менән сағыштырғанда ҡуйыраҡ, үҙенә башҡа бер тәме менән айырыла. Әҙ генә ҡапһаң да, тамаҡ төбөн яндыра. Тиҙ ҡуйыра. Ҡарабойҙай балын аҙыҡ эшкәртеү органдары сәләмәт булмаған кешеләргә даими ҡулланырға кәңәш ителә.
♦ Ул ашҡаҙан әселеген нормалләштерә;
♦ мускулдарҙы һәм баш мейеһен нығыта;
♦ йөрәк эшсәнлеген яҡшырта;
♦ һалҡын тейеү, тамаҡ шешеү кеүек ауырыуҙарҙан дауа бирә;
♦ аҙҡанлылыҡ күҙәтелһә, балдың тап бына ҡарабойҙайҙыҡына өҫтөнлөк бирергә кәрәк, унда тимер башҡаларҙыҡына ҡарағанда күберәк;
♦ тынысландырыу үҙлегенә эйә;
♦ башҡа төр балдар кеүек үк, иммунитетты нығыта.
Донник балы
Колхоздар осоронда донникты бал ҡорттары өсөн махсус сәсәләр ине. Донник балы составында фруктоза күп, ул еңел үҙләштерелә. Балдың был төрө бик йомшаҡ, үҙенән саҡ ҡына ваниль еҫе килеп тора. Аҡһыл йәки алтынһыу төҫтә. Артыҡ баллы түгел. Донник балы – эталон бал булып һанала.
♦ Уның тын юлдары ялҡынһыныуҙан шифаһы бар;
♦ лейкопенияны дауаларға булыша;
♦ тромбоздарҙы дауалау өсөн ҡулланалар;
♦ гемоглобинды күтәрә;
♦ ҡан баҫымын төшөрә;
♦ гинекологик сирҙәрҙән шифаһы бар;
♦ депрессия, стрестарҙы еңергә булыша;
♦ ауыҙ ҡыуышлығындағы микробтарҙы юҡ итергә һәләтле.
Көнбағыш балы
Көнбағыш балын башҡаһы менән бутауы ауыр. Ул һап-һары бик матур төҫтә, үҙенән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә көнбағыш еҫе килә, тәме лә үҙенсәлекле, бик татлы, бер-ике ҡалаҡтан артығын ҡабып булмай. Бик тиҙ ҡуйыра, сөнки составында глюкоза күп.
♦ Көнбағыш балының бауырға шифаһы ҙур. Халыҡ медицинаһында уны элек-электән бауыр циррозын дауалағанда ҡулланғандар;
♦ тире аҫтына артыҡ һыу йыйылғандан, шешенеүҙән арынырға булыша;
♦ иммунитетты нығыта, табиптар көнөнә бер бал ҡалағы булһа ла бал ҡабып ҡуйырға ҡушалар;
♦ ашҡаҙанда йәрәхәт булғанда, көнбағыш балы ауыртыуҙы баҫырға һәләтле;
♦ аҙ калориялы булыуы арҡаһында уны хатта диета тотоусылар ҙа ҡуллана ала.
Сәрби балы
Акация ҡыуағы яҙ көнө сәскә атҡанға күрә, ул яҙғы бал һанала. Лимон төҫлө һап-һары, хуш еҫле, ҡуйырмайынса бик оҙаҡ, хатта бер йылға тиклем тора. Башҡа балдар кеүек үк, сәрби балы ла бик шифалы.
♦ Уны ашҡаҙан, бауыр, бөйөрҙәр ауыртҡанда ярҙамсы сара булараҡ ҡулланалар;
♦ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында шифа бирә;
күҙҙең күреү һәләтен арттыра;
баш ауыртыуын баҫа;
йоҡоһоҙлоҡто еңергә булыша.
Рапс балы
Аҡ төҫтә, бик тиҙ ҡуйыра. Уны халыҡта «аҡ бал» тип тә атап йөрөтәләр. Ҡаты балдарҙан һанала. Ә Европала уны «тере бал» тип атайҙар, сөнки ундағы нутриенттар һәм минераль ҡушылмалар кешенең ҡан составы өсөн бик файҙалы.
♦ Рапс балы нервыларҙы сәләмәтләндерә;
♦ хәтерҙе яҡшырта;
♦ уйлау һәләтен арттыра;
♦ тынысландыра;
♦ матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмды артыҡ һыуҙан арындыра;
♦ асығыу хисен баҫырға ярҙам итеүе менән, ябығыуҙы тиҙләтә;
♦ минералдарға бай булыуы менән һөйәктәр өсөн дә файҙалы;
♦ менопауза алдында торған ҡатындарға балдың тап бына ошо төрөнә күберәк иғтибар итергә ҡушалар, сөнки ул остеопорозды киҫәтә;
♦ ҡан составын яҡшырта, йөрәк мускулдарын нығыта;
♦ аҙыҡ эшкәртеү органдары өсөн иң файҙалы балдарҙың береһе булып һанала.
Бал тураһында ҡыҙыҡлы факттар
Балда тере ферменттар бар. Тимер ҡалаҡ тейһә, ул ферменттар кәмей. Шуға күрә балды ағас йә пластик ҡалаҡтар менән ашарға кәрәк.
Балда баш мейеһенең эшсәнлеген яҡшырта торған матдә бар.
Бал составында 300 файҙалы матдә булғаны билдәле.
Ҡорттар етештергән прополис иң көслө тәбиғи антибиотик иҫәпләнә.
Балдың һаҡлау срогы бик ҙур. Императорҙарҙы ерләгәндә кәүҙәләре серемәһен өсөн бал һылағандар.
Элек эҫе илдәрҙә бал «һыуытҡыс» хеҙмәтен үтәгән. Ит боҙолмаһын өсөн бал һылап, уны ергә күмгәндәр.
Бал ҡорто 40 көн йәшәй, шул ваҡыт эсендә кәмендә 1000 сәскәгә ҡуна, шуларҙан бер сәй ҡалағынан әҙерәк бал яһай, әммә ул – уның өсөн тулы бер ғүмер.
Айгөл КҮСИМОВА.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/glass-jars-with-different-kinds-jam-berries-supermarket