Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Июль 2025, 11:15

Йылан саҡһа, ни эшләргә?

Йәй көндәрендә урман-болонға бармаған, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡмаған кеше һирәктер.

Йылан саҡһа, ни эшләргә?
Йылан саҡһа, ни эшләргә?


Йәй көндәрендә урман-болонға бармаған, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡмаған кеше һирәктер. Тик бына тәбиғәткә сыҡҡансы йыландарҙан һаҡланыу сараларын белеү кәрәк. Шуныһын онотмағыҙ: улар, ғәҙәттә, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанда ғына кешегә ташлана.
Йылан күрһәгеҙ, ул урындан тиҙерәк китеү яғын ҡарағыҙ. Балаларығыҙҙың ҡолағына ла был хаҡта киртеп ҡуйығыҙ. Ҡайҙа булһа ла ял итергә туҡтағанда тәүҙә тирә-яҡты ентекләп ҡарап сығығыҙ. Ә бына еләк, бәшмәк йыйғанда ҡулға таяҡ тотоп йөрөү яҡшы, ти белгестәр, был йыланды ҡурҡыта.
Тәбиғәткә сыҡҡанда, үҙегеҙ менән һәр саҡ аллергияны баҫа торған дарыу йөрөтөргә ғәҙәтләнегеҙ. Ҡорт йәки башҡа бөжәк саҡһа, ул аллергияны булдырмау өсөн кәрәк. Йылан саҡҡан кешегә лә кисекмәҫтән ошо дарыуҙы биреү зарур. Ә унан тиҙ арала дауаханға алып барырға, ә иң яҡшыһы – “Ашығыс ярҙам” саҡырырға кәңәш ителә. Зыян күргән кеше ни ҡәҙәр аҙыраҡ хәрәкәтләнһә, шул тиклем яҡшыраҡ: йыландың ағыуы организм буйлап әкренерәк тараласаҡ. Дауаханала зыян күреүсегә махсус укол яһарға тейештәр. Ә иҫерткес эсемлек эсеү ҡәтғи тыйыла! Был уның хәлен киҫкен насарайтырға мөмкин.
Йыландар апрелдән октябргә тиклем әүҙем була. Шуға ла тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда был хаҡта онотмағыҙ!

Автор:
Читайте нас