Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Ғинуар , 15:00

Анар тәмле лә, шифалы ла...

Йөрәк ауырыуҙары борсоғанда уның һыуын эсеү түгел, ә төштәрен (бөртөгөн) ашау файҙалыраҡ. Сөнки улар йөрәк мускулын нығыта. Бөйөр, ауыҙ ҡыуышлығы һәм тамаҡҡа бәйле сирҙәр яфалағанда бер нисә көн дауамында анар һыуы эсергә йәки емешен ашарға кәңәш ителә. Хәлһеҙлек, аҙ ҡанлылыҡ (анемия), атеросклероз, өйәнәкле быума (бронхиальная астма), ангина йонсотамы?..  

Анар тәмле лә, шифалы ла...
Анар тәмле лә, шифалы ла...

Анар һуты эсегеҙ. Ул шулай уҡ һалҡын тейгәндә, радиациялы нурланыш ваҡытында ла файҙалы. Ә һуттың әсе төргә ҡарағаны шәкәр ауырыуы менән ауырыусыларға эсергә кәрәк. Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, уны көнөнә өс тапҡыр 1-әр стакан (1 аш ҡалағы сорбит ҡушып) эсергә ярай.

Һыу, анар һуты һәм бал ҡушылмаһы (1:2:0,5 өлөш иҫәбе менән) эсте йомшарта. Әгәр был емеш һутына һыу ҡушып (1:1 иҫәбе менән) тамаҡты сайҡатҡанда ангина тиҙерәк төҙәлә. Бешкән урынға ла һөртөргә була - ул ауыртыуҙы баҫа, яра ла тиҙерәк уңала.

Әйткәндәй, анар һутына һыу ҡушып эсергә кәңәш итәләр. Уның тәме үҙгәрмәй, шифаһы ла кәмемәй. Ә былай иткәндә, артыҡ әселеге ашҡаҙанға зыян килтерсәҫ.

Иғтибар! Ашҡаҙан йәрәхәте (язва), гастрит күҙәтелгәндә анар һуты эсергә бөтөнләй кәңәш ителмәй, емешен дә аҙлап ҡына ашарға кәрәк.

 

 

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас