Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Ғинуар , 10:00

Байрам табынында ашъяулыҡтар тапландымы?

Бысыранған, шулай уҡ һарғайыбыраҡ киткән мамыҡ, етен ашъяулыҡты, таҫтамалдарҙы өй шарттарында еңел генә таҙартыу ысулы бар. Тәү сиратта уларҙы һабынлы һыуҙа ҡайнатырға кәрәк. Ә сайҡатҡан һыуға 1 ҡалаҡ скипидар, 3 ҡалаҡ спирт ҡушығыҙ. Улар ап-аҡ булып таҙарыр. Шулай уҡ бер күнәк ҡайнаған һыуға...  

Байрам табынында ашъяулыҡтар тапландымы?
Байрам табынында ашъяулыҡтар тапландымы?

Байрам табынында ашъяулыҡтар тапландымы?

 

Бысыранған, шулай уҡ һарғайыбыраҡ киткән мамыҡ, етен ашъяулыҡты, таҫтамалдарҙы өй шарттарында еңел генә таҙартыу ысулы бар. Тәү сиратта уларҙы һабынлы һыуҙа ҡайнатырға кәрәк. Ә сайҡатҡан һыуға 1 ҡалаҡ скипидар, 3 ҡалаҡ спирт ҡушығыҙ. Улар ап-аҡ булып таҙарыр. 

Шулай уҡ бер күнәк ҡайнаған һыуға 2 ҡалаҡ водород перекисе, 1 ҡалаҡ нашатырь спирты һалып бутарға ла, йыуылған ашъяулыҡты 20 минутҡа шул ҡатнашмаға һалығыҙ. Аҙаҡ инде яҡшылап сайҡатырға ғына кәрәк буласаҡ.

Ә таҫтамал менән ашъяулыҡтың төҫө уңмаһын өсөн уларҙы йыуыр алдынан тоҙло һыуҙа (1 л һыуға 1 ҡалаҡ иҫәбе менән) тоторға кәрәк.

Элек хужабикәләр ашъяулыҡты үҙҙәре крахмаллай торғандар ине. Хәҙер ул онотола бара. Әммә ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар крахмал ҡулланыуҙы иңҡар итмәй. 3 стакан һалҡын һыуҙа ярты стакан крахмалды иретәләр. Был ҡатнашманы 3 л ҡайнар һыу менән бутарға. Ашъяулыҡты ошо һыуҙа бер аҙ тотҡас, еңелсә генә һығып алырға ла, йәйеп киптерергә.

 

 

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас