Ҡабаҡ файҙаһы
Унда В, С, D, РР төркөмө һәм А, Т витаминдары бар. Һуңғыһы һирәк осрай һәм организмдағы матдәләр алмашыуына ыңғай тәьҫир итә. А витамины иһә яралар, йәрәхәттәр һәм бешкән урындарҙы дауаларға ярҙам итә. Бының өсөн ыуылған ҡабаҡ йомшағын ауыртҡан урынға ҡуйып торорға ғына кәрәк. Иртәнсәк ҡуйылған дауалау компресын кискә тиклем тоталар, ә кис ҡуйһағыҙ – иртәнсәккә тиклем.
Ҡабаҡ орлоғо ашҡаҙан һәм эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, ә сей ҡабаҡ эсте йомшарта, бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ та файҙаһы тейә. Шештәрҙән ҡотоларға йәки аш һеңдереү эшмәкәрлеген яҡшыртырға теләһәгеҙ, яңы ғына һығылған ҡабаҡ һуты (1 стакан) эсегеҙ. Атеросклероз, бөйөр, бауыр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бәйле шештәр, энтероколит ваҡытында, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, мәтдаләр алмашыныуы боҙолғанда, һимергәндә, холецистит, колит, шулай уҡ йоғошло гепатит менән ауырығандарға ҡабаҡ һәм ҡабаҡлы ризыҡтар (аш, бутҡа, запеканка һәм башҡалар) ашарға кәңәш ителә.
Ҡабаҡ менән бешкән урындарҙы, экземаны, ә ҡабаҡ һуты ярҙамында иһә бөйөр ауырыуҙарын (көнөнә кәм тигәндә ярты стакан эсергә кәрәк) дауаларға була. Простатитты булдырмау өсөн ир-аттарға көнөнә 60-70 грамм ҡабаҡ орлоғон (ҡыҙҙырылмаған) ашау етә.