Ҡулланыу ваҡыты үтһә лә ташларға ашыҡма
Соданы ризыҡ әҙерләгәндә күпләп тотонмайбыҙ, башлыса ҡабарып бешһен өсөн ҡамыр ризыҡтарына һалабыҙ. Уның һаҡланыу ваҡыты аҙ ғына – асылмаған ҡапта 18 ай. Ә асҡас уны алты ай эсендә тотоноп бөтөргә кәрәк. Әгәр ҡулланыу ваҡыты күренмәй икән, үҙегеҙ тиклереп ҡарағыҙ: аш һеркәһе менән һүндергәндә ул һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә шыжлай икән, тимәк көсө бөткән. Шулай ҙа ҡулланыу ваҡыты үткән, тип соданы ташларға ашыҡмағыҙ. Уны көнкүрештә тотонорға була.
Мәҫәлән, сүп биҙрәһе төбөнә һипһәң, төрлө бөжәктәр үрсемәҫ. Сода менән тәҙрә быялаһын, көҙгөнө йыуғанда ул тиҙ таҙара, шулай уҡ бүлмә температураһы тиҙ үҙгәргәндә улар тирләүсән булмаҫ.
Һауыт-һабаны ла сода һәйбәт таҙарта. Шулай уҡ емеш-еләктәрҙе йыуғанда сода ҡулланһағыҙ, микробтар, зыянлы матдәләр юҡҡа сығыр. Бының өсөн ҡулланыу ваҡыты үткәне лә ярап ятыр.