Шоңҡар
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Ғинуар , 12:00

Ябай ғына теш таҙартҡыс...

Юҡ ҡына әйбер кеүек күренһә лә, улар төп тәғәйенләнешенән тыш, аш-һыу бүлмәһендәге күп кенә проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Шуға күрә уларҙың һәр ваҡыт ҡул аҫтында булыуы яҡшы.  

Ябай ғына теш таҙартҡыс...
Ябай ғына теш таҙартҡыс...

Теш таҙартҡыс таяҡсалар менән балыҡ һәм ит рулеттарын беркетергә, бәлештең бешкәнме, юҡмы икәнлеген тикшереп ҡарарға, шулай уҡ табынға биргән кескәй ҡабымлыҡтарҙы, бутербродтарҙы беркетергә мөмкин.

Дүрт таяҡсаға ҡаҙап, шул таяҡсыларға баҫтырып ҡуйылған картуф микротулҡынлы мейестә тиҙерәк бешә. Сөнки тулҡындар уны һәр яҡлап йылыта.

Кәстрүл ҡапҡасы аҫтына ҡыҫтырылған таяҡсалар быу сығырға мөмкинлек бирә һәм кәстрүлдәге шыйыҡлыҡ тасмай. Ә ризыҡты ҡапҡаслы табаға һалып мейестә бешергәндә лә ҡапҡас аҫтына таяҡса ҡыҫтырырға кәңәш ителә - ул тиҙерәк бешәсәк.

 

 

Автор: Гульнур Куватова
Читайте нас