Әйткәндәй, был матдә ҡара сәйҙә лә, ҡайһы бер емеш-еләктәрҙә лә бар, тик йәшел сәйҙә улар айырыуса күп. Икенсенән, С витамины һәм фенол ярҙамында йәшел сәй бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә, шулай уҡ ҡандағы шкәр күләмен кәметә. Өсөнсөнән, ул бәүелде ҡыуа һәм шул рәүешле артыҡ ауырлыҡтан арынырға ярҙам итә.
Сәй диетаһы ике аҙнаға иҫәпләнгән. Уның ҡағиҙәһе бик ябай- көн дауамында яңы ғына бешерелгән шәкәрһеҙ йәшел сәй һәм бер нисә стакан ябай һыу, артыҡ тәмле булмаған емеш-еләк һәм йәшелсә һуты эсергә кәрәк. Был ваҡытта дөрөҫ туҡланырға ла онотмағыҙ - көнөнә 600-1000 г йәшелсә һәм емеш-еләк, 500г быуҙа йәки һыуҙа бешерелгән аҡһымлы ризыҡтар (балыҡ, ҡош ите, йомортҡа). Асығыу хисе булмаһын өсөн аҙ-аҙлап, әммә йыш ашағыҙ.
Яҡынса меню:
9.00 - бер стакан йәшел сәй һәм 1 алма.
11.00 - бер стакан йәшел сәй һәм 150 г майһыҙ эремсек йәки бешкән йомортҡа.
13.00 - емеш-еләк йәки йәшелсә һуты һәм лимон һуты ҡуғылған 200 г йәшелсә салаты.
15.00 - 300 г еләк-емеш
17.00 - бер стакан йәшел сәй, 200 г балыҡ йәки тауыҡ ите һәм ҡарабойҙай йәки дөгө бутҡаһы.
19.00 - бер стакан йәшел сәй һәм 300 г еләк-емеш
20.30 - бер стакан кефир.
Сәй диетаһы өсөн ҡаптарҙағы яҡшы сәй һайларға кәрәк - уларҙа күҙәнәк һыуы күп, ә клетчатка аҙ. Пакеттағы сәйҙәрҙе бешерергә кәңәш ителмәй.
Сифатлы йәшел сәйҙең япраҡтары һарғылт-йәшел төҫтә була. Эсемлек әҙерләү өсөн 200 мл ҡайнар һыуға (85 градус) 1 балғалаҡ сәй һалалар һәм кәм тигәндә ике минут төнәтәләр.
Зыянһыҙ кеүек тойолһа ла, бөйөр, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан интегеүселәргә йәшел сәй диетаһы кәңәш ителмәй. Ҡара сәйҙән айырмалы булараҡ, йәшел сәйҙә теин (сәй кофеины) күберәк. Тик бәүел ҡыуыу үҙенсәлеге көслө буғанлыҡтан, ул ҡан баҫымын күтәрмәй, киреһенсә, төшөрә. Шуға күрә лә ҡан баҫымы түбән кешеләргә йәшел сәй менән мауыҡмау яҡшыраҡ. 1 стакан йәшел сәйҙең зыяны юҡ, ә бына 3 - 4 стакандаң һуң хәлегеҙ насарланыуы бар.