Шоңҡар
+18 °С
Ясно

Матур булайым тиһәң минераль һыу ҡуллан

Минераль һыуҙан боҙ киҫәктәре әҙерләп, көн һайын битегеҙҙе һәм муйынығыҙҙы һөртөгөҙ. Был ябай массаж тирене матурлай, бит мускулдарын нығыта, тирене һығылмалыраҡ итә һәм йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүен яйлата. Шулай уҡ тағы ла бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.  

Матур булайым тиһәң минераль һыу ҡулланМатур булайым тиһәң минераль һыу ҡуллан
Матур булайым тиһәң минераль һыу ҡуллан

Йыуынғандан һуң тәбиғи лосьон
Бер стакан минераль һыуҙы ҡайнатырға. Уның менән 30 минут 2 аш ҡалағы үлән төнәтергә:
майлы тире өсөн – кесерткән, ромашка йәки календула;
ҡоро һәм нормаль тире өсөн – бөтнөк йәки ҡайын япрағы.
Йыуынғандан һуң битте һәм муйынды ошо лосьон менән һөртөргә. Һыуытҡыста 5 көнгә тиклем һаҡлана.

Киске лосьон
Минераль һыу менән лимон һутын 1:1 иҫәбендә бутарға. Йоҡлар алдынан битте, муйынды һәм ҡулдарҙы ошо ҡатнашма менән һөртөргә.

Йәшәртеүсе битлек
Ярты стакан минераль һыуға тирегеҙҙең төрөнә тура килгән составты 1 аш ҡалағы өҫтәргә:

Майлы тире өсөн 1 аш ҡалағы лимон һуты.

Ҡоро тире өсөн – 1 аш ҡалағы зәйтүн йәки көнбағыш майы;

Нормаль тире өсөн – 1 аш ҡалағы тәбиғи йогурт.

Әҙер ҡатнашманы биткә һәм муйынға һөртөп, 15–20 минут тоторға. Һуңынан минераль һыу менән йыуып төшөрөргә.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас