

- Организмдан токсиндарҙы сығарырға ярҙам итә;
- Артыҡ кәүҙә ауырлығын кәметеүгә булышлыҡ итә;
- Иммунитетты нығыта;
- Тиренең торошон яҡшыртырға ярҙам итә;
- Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
Лимон составындағы матдәләр туҡлыҡ тойғоһо менән бәйле лептин гормонының эшмәкәрлегенә йоғонто яһарға мөмкин. Лептиндың балансы боҙолһа, организмда май тупланыуы көсәйергә мөмкин, тип иҫәпләнә.
Эсеү ысулы:
Ярты лимондың һутын һығып алығыҙ ҙа, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Эсемлекте бер аҙ һыуынғас эсергә.
Яңы көндө тап ошо файҙалы эсемлек менән башлағыҙ.
Иғтибар! Ашҡаҙан сей яраһы, гастриттың көсәйгән осоро йәки лимонға аллергия булһа, табип менән кәңәшләшмәйенсә был эсемлекте даими ҡулланырға ярамай.