

Хәтерен, аҡылын ҡартлыҡ көнөнә тиклем һаҡларға теләүселәргә лә һоло бутҡаһы ашарға кәңәш ителә. Ул – холестерин күләмен яйлау һәм ҡан тамырҙарҙа төйөрҙәр барлыҡҡа килтермәүҙең иң яҡшы сараһы. Һүҙ уңайынан шуны әйтер кәрәк: әгәр бутҡа менән генә туймаһағыҙ, бер аҙҙан йомортҡа йә омлет, май менән сырлы бутерброд йәки сосиска ашарға була. Уның береһенең дә зыяны булмаҫ – һоло зыянлы холестериндарға ҡанға эләгергә һәм ҡан тамырҙарға ултырырға мөмкинлек бирмәҫ.
Һоло бутҡаһы туҡлыҡлы булыуға ҡарамаҫтан (100 грамда 350 килокалорий), дөрөҫ туҡланыу буйынса белгестәр ябығырға теләүселәргә аҙнаһына 2 – 3 көн уны ашарға кәңәш итә. Тик ярманы һыуҙа ғына бешереп (тоҙо самалыраҡ булһа тағы ла һәйбәтерәк), 2 балғалаҡ етен, зәйтүн йәки кунжут майы менән бутап ашарға кәрәк. Мотлаҡ сәй йәки гөлемеш төнәтмәһе эсергә кәңәш итә диетологтар.
Тештәрҙе, һөйәктәрҙе нығытыу һәм теш сереүен, һөйәк туҡымаһы ҡалынайыуын булдырмаҫ өсөн махсус рецепт буйынса әҙерләнгән (1 стакан һоло ыуалсынын (хлопья) шундай уҡ күләмдәге һыуыҡ һыу менән бутап, өс сәғәт ултыртып торорға. Аҙаҡ уға тағы ла һыу, самалап тоҙ һалып, әҙер булғансы бешерергә) һоло бутҡаһын ашау зарур.
Төнәтмәһе лә дауа
Әгәр ҡан баҫымығыҙ юғары булһа, шулай уҡ йөкәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын булдырмаҫҡа тырышаһығыҙ икән, көн һайын өс тапҡыр яртышар стакан һоло төнәтмәһе эсегеҙ. Уны әҙерләү өсөн 1 стакан ярмаға 1 л һыу һалып, һыуы яртылаш ҡалғансы ҡайнатырға.
Ашҡаҙан йәрәхәте (язва), гастрит, колит сире менән йонсоғанда, ағыуланғанда һоло бутҡаһы һәм кеҫәле ярҙам итә. Кеҫәле иһә эс киткәндә лә, эс ҡатҡанда ла эсәктәр эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Был файҙалы эсемлек еңел генә әҙерләнә: 1:1 иҫәбенә һоло ярмаһы менән ҡайнап һыуытылған һыуҙы бутарға ла, бер телем арыш икәмәген турап һалып, 12 сәғәт йылы урында ултыртырға. Аҙаҡтан шыйыҡлыҡты һөҙөп алып, талғын ғына утта ҡайнатып сығаралар. Шифалы эсемлекте һыуытып эсәләр.
Шешенеүҙәрҙән ҡотолоу өсөн 1 стакан һоло ярмаһына 4 стакан һыу һалып, 10 минут ҡайнаталар. 1 ҡалаҡ бал һалып бутағас, тағы ла биш минут самаһы утта тоторға. Төнәтмәне һөҙөп алғас, һыуытып, көн дауамында эсергә.
Организмды таҙартыу һәм ябығыу өсөн тағы ла бер рецепт. 3 стакан һолоға 3 л һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут ҡайнаталар ҙа, өҫтөн туҡыма менән ҡаплап, бер тәүлек ултыртып торалар. һөҙөп алғас 100 г бал һәм 1 лимондың һутын һалып бутайҙар. Эсемлекте һыуытҡыста һаҡлайҙар. Дауаланыу өсөн уны көнөнә 3 тапҡыр 1-әр стакан эсергә.