Шоңҡар
+24 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
7 Августа , 12:00

Сәс өсөн маска

Майлы һәм ҡауаҡлы сәс ҡатын-ҡыҙҙар өсөн оло бәлә. Унан еңел генә ҡотолоу ысулы бар.  

Сәс өсөн маскаСәс өсөн маска
Сәс өсөн маска

Ҡабығы әрселгән сей картуфты ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә һәм һутын һығып алырға. 6 ҡалаҡ картуф һутына 100 мл ойоған һөт менән бутарға. Был ҡатнашманы тәүҙә баш тиреһенә, сәс төптәренә һөртөргә, артабан сәс оҙонлоғо буйлап таратып һыларға. Башҡа целлофан ҡапсыҡ кейеп, таҫтамал урарға ла, 40 минут тирәһе тоторға. Аҙаҡтан башығыҙҙы майлы сәс өсөн тәғәйенләнгән шампунь менән йыуырға.

Матур һөҙөмтәне тәүге ҡулланғанда уҡ күрергә мөмкин буласаҡ.

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас