Йәмәғәт, йә, кемегеҙ үҙенең дәүләте менән ҡәнәғәт? Һорау ахмаҡлыҡҡа дәғүә итәлер, аңлайым. Дәүләт менән бары уның башындағылар ғына ҡәнәғәт була ала. Ә башҡалар уны һәр саҡ йә ҡысҡырып һүгә, йә һирәк-һаяҡ киске сәй мәлендә артыҡ тауыш күтәрмәй генә әрләй, йә ваҡыт-ваҡыты менән шым ғына үҙ алдына һөйләнә. Һәм һәр ҡайһыһы хаҡлылылар ҙа. Сөнки дәүләт үҙенең тәү тәғәйенләнешенән үк халҡының иректәрен сикләү өсөн тыуҙырылған. Йәғни илдә тәртип булырға тейеш. Быны барыһы ла аңлай. Бәхәс юҡ. Тик береһе лә был тәртип тигән кәртәнең эсендә йәшәргә теләмәй. Берәү генә уның аша һикреп сыҡһа, ярай ҙа... Ә улар унау, йөҙ, мең булһа... Миллионға барып етһә. Бөтәһе лә тәртип хаҡына тәртип боҙа башлаһа... Хатта ки демократия тигән олоғара һүҙ артына йәшенеп кем нәмә теләй, шуны ҡылырға тотонһа...
“Пусси Райт” панк төркөмөнөң атамаһы һуңғы осорҙа яңылыҡтар теҙмәһенең беренсе урынында тора. Үәт, әй, килде бит заманалар: әллә һантый, әллә ауырыу биш ҡыҙҙың башбаштаҡлыҡ менән ҡылған ҡылығын бөтә ил һөйләй. Онотоп өлгөрһәгеҙ, иҫегеҙгә төшөрәм: баштарына һәр төрлө ойоҡбаштар кейгән был гүзәл зат (шулай әйтергә яраһа?) вәкилдәре март айында Христос Ҡотҡарыусы ҡорамына (Храм Христа Спасителя) инәләр ҙә дини йырҙар башҡарыу үә вәғәз һөйләү майҙансығына үтеп, төрлө әҙәпһеҙ һүҙҙәр, йәмһеҙ хәрәкәттәр менән тауыш күтәрәләр. Хатта был ғәләмәтте ғибәҙәт ҡылыу ҡылыу тип тә аңлаталар улар. Мине берүк христиан динен пропагандалауҙа ғәйепләмәй тор, хөрмәтле уҡыусым. Һүҙем дөйөм әҙәп тураһында. Сөнки һәр илдәге тәртипте Конституция, Енәйәти, Административ һәм Гражданлыҡ кодекстары, полиция, армия, суд органдары кеүек дәүләт инститтутары ғына тәъмин итмәй, ил именлеген шул йәмғиәттәге быуаттар һынауын үтеп, быуындан-быуынға изге аманат рәүешендә күсә килгән әҙәп, әхләҡ кеүек яҙылмаған ҡанундар булдыра. Баяғы биш ҡыҙҙың хаттин ашҡан хулиганлығына артыҡ иғтибар ҙа булмаҫ ине, әгәр ҙә ки уларҙың әлеге аҙымын яҡлаусыларҙың күплеге аптыратмаһа. Баҡһаң, Административ кодекс йәһәтенән хулиганлыҡ тип баһаланған башы булғандарҙың аҡылына һыймаҫ был тәртипһеҙлекте бәғзеләр сәнғәт күренеше тип аҡларға маташа. Бына бит заманалар, бына бит холоҡтар һәм ҡылыҡтар! Ошо ялған “сәнғәт” хаҡына Мәскәү ЦУМ-ында сисенәләр, Өфөнөң Үҙәк баҙар сауҙа комплексының фонтанында яланғас килеш һыу инәләр. Бындай “сәнғәт” артабан да ошолай йәшәргә хаҡлы булһа, иртәгә уның хатта мәсеткә килеп инмәҫенә, мөнбәр түренә дәғүә итмәҫенә кем гарантия бирә? Шунан – мәктәптәргә, балалар баҡсаларына. Рәхим итегеҙ, беҙҙә бит демократия, һүҙ үә эшмәкәрлек азатлығы... Кемгә нисектер, ә миңә баяғы “Пусси Райт”тың вакханалияһының ирекһеҙ шаһиты булған ҡарсыҡтар йәл. Ихластан ғибәҙәт ҡылырға ингән ҡарсыҡтар. Азатлыҡ, ирек, тигеҙлек тип иғлан иткән дәүләт шул әбейҙәрҙе яҡларға тейеш түгелме ни? Дәүләт үҙ бурыстарын үтәй алмай, йә үтәй алып та, яуаплылыҡтан ситләшә икән, ул йәмғиәттә анархия хөкөм һөрәсәк, артабан – “джунгли законы”. Шунан көслө көсһөҙҙө ейәсәк, аҡыллыны ахмаҡ баҫасаҡ, тамаҡ ярыусы бушбоғаҙ аҙсылыҡ баҫалҡы күпселектең өнөн тығасаҡ. Артабан кемдер “халыҡтың үтенесе буйынса” власты үҙ ҡулына ала һәм... Пол Пот һәм Компучия тарихы, Ҡытайҙағы “мәҙәни революция”ның фажиғәле һөҙөмтәһе, илебеҙҙәге 1937 йылдың ҡанлы яҙмышы... Кемдер шикләнә ҡалһа, зинһар, Бабичтың “Ғазазил”ын йәнә бер уҡып сыҡһын.
Ошолайыраҡ башланасаҡ барыһы ла:
… Дүрт пәрейҙе ҡултығынан тоттороп,
Төштө Иблес ергә, аҡрын баш эйҙе,
- “Мин бына һеҙҙәргә Иблес – баш!” – тине.
Маңлайынан мөһөрөнө күрһәтте һәм
Әйтеп уҙҙы күктә торған саҡты, һәм…
- “Ҡотло булһын, йәшәһен солтан! – тиеп,
Был сәғәттән беҙ һиңә олтан!” – тиеп,
Бар ҙа эйелеп сәждә иттеләр,
Ҡул-аяғын үптеләр, йөҙ һөрттөләр…
Ә хәҙер йоғаҡлау урынына - парадокс: бөгөн майҙандарҙа һөрән һалыусы “имеш-демократтар” киләсәктәге диктатураға юл яра. Нимә тиҙәр әле: “Тамуҡҡа юл изге ниәттәрҙән генә тшәлгән”. Шәхес культының да башланмышы - үткән быуат башындағы декаданста, йәғни ижад азатлығында. Интеллигенцияның әхлаҡ менән шаярыуында һәм дәүләттең шул интеллигенция менән уйнауында. Әле лә илдә шундай хәүефле шаярыу, шомло уйын бара. Был - беренсенән.
Икенсенән, әҙәми заттың азатлығының аҙағы – башҡа берәүҙең азатлығы башланған сик. Йәғни берәүҙең ирек именлеге икенсеһенең ирек именлегенә хилафлыҡ килтермәҫкә тейеш. “Пусси Райт” сәнғәт күренеше икән – уның урыны сәхнәлә, йә подвалда. Тик башҡаларҙың иҫәбенә түгел. Был – ҡәтғи ҡанун. Һәм уның үтәлешен һәр кемдең ҡәлбендәге әҙәп үә әхлаҡ тәъмин итергә тейеш. Булмаһа? Тап ошо урында дәүләт ҡыҫылырға бурыслы. Законды боҙҙоңмо – язаһын ҡабул ит! Эмоцияға, хис тойғоға урын юҡ, барыһы ла Закон ғали йәнәптәренә буйһона. Ил именлеге хаҡына. Баҫалҡы һәм баҙнатһыҙ күпселек хаҡына. Миҫал кәрәкһә, рәхим итегеҙ... Тәңкәбикә ырыуындағы тәртипте һаҡлап ҡалыу өсөн ғәзиз улын ас бүреләр олоған сал далаға ҡыуа. Ҡаты яза. Оло хаҡ. Түләнгән баһа ҙур. Әммә - ҡанун. Яуаплылыҡ тойғоһо хатта әсәлек хисен еңә. Бөгөн улын ғәфү итһә, иртәгә - башҡаны, шунан йәнә берәүҙе ярлыҡаһа... Артабан? Зина, уйнаш, ата улды танымай, әсә - ҡыҙҙы...
Башланмышҡа әйләнеп ҡайтайыҡ, йәмәғәт. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләт үҙенән үҙе әҙәп, әхлаҡ, выждан, намыҫ кеүек изге төшөнсәләрҙән ситләште. Йәнәһе, былары һәр кемдең шәхси эше. Нанотехнологиялар, модернизация, Сколково һәм күп партиялылыҡ өҫтөнлөклө йүнәлеш бөгөн. Дон Кихот һымаҡ ел тирмәне менән алыш был. Мәктәптәренән аҡса йәлләгән дәүләттең бюджетының күп өлөшө һуңынан төрмәләрҙе тотоуға китәсәк, уҡытыусыларынан меңдәрен ҡыҙғанған дәүләт енәйәтселек менән көрәшкә миллиондарын сарыф итәсәк, ысын мәҙәниәтенән тиндәр менән аҫыраған дәүләт наркомандарын дауалауға һумдарын тотонасаҡ. “Пусси Райт”тарына ваҡытында хоҡуҡи баһа бирмәгән һәм аҙғынлыҡты асыҡтан-асыҡ пропагандалаусы һәр төрлө ЦУМ-да һәм Үҙәк баҙарҙа һыу инеүсе “Һөйөү партияларына” ирек ҡуйыусы дәүләт аҙаҡ граждандар һуғышында ҡанға батасаҡ. Йәл... Бик йәл...
P.S. Кемдер мине диктатура көҫәп ултыра бит был, тип уйлар. Киреһенсә, мин диктатураға табан барыуыбыҙҙы һиҙәм. Шунан ҡурҡам. Бөтәһе лә бөтәһенә ҡаршы булған граждандар һуғышы яҡшыраҡмы икән, әллә диктатурамы?...