Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Июль 2019, 14:06

ИР БЕЙЕКЛЕГЕНДӘ ҠАЛҺЫН ИНЕ

Рәми Ғарипов ағайыбыҙҙың: “Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..” тип яҙыуы – шағир йөрәкһеүе генә булмағандыр ул. Әсәйең, хәләл ефетең – күңелеңдә һәр ваҡыт яҡтырып һәм йылытып тороусы ут булып янһа, хеҙмәт һуҡмағына тәҡдир сығарып ҡуйған бүтән гүзәл һәм уңған заттар ҙа рәхмәтле хәтерҙә һаҡлана.

Ниңә бөгөн эстрада йондоҙҙарына табынабыҙ, ә хеҙмәт батырҙарын иҫкә лә алмайбыҙ?


Журналист хеҙмәте юлда йөрөү мәшәҡәтенән башҡа бер нәмә лә бирмәй һымаҡ. Бары ғүмер ебен йомғаҡлай килә генә яҙмыштың һиңә ниндәй хазина бүләк иткәнен аңлай башлайһың. Был бүләктең ҡәҙер-ҡиммәте баһаларға ла, самаларға ла һыйырлыҡ түгел.
Рәми Ғарипов ағайыбыҙҙың: “Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..” тип яҙыуы – шағир йөрәкһеүе генә булмағандыр ул. Әсәйең, хәләл ефетең – күңелеңдә һәр ваҡыт яҡтырып һәм йылытып тороусы ут булып янһа, хеҙмәт һуҡмағына тәҡдир сығарып ҡуйған бүтән гүзәл һәм уңған заттар ҙа рәхмәтле хәтерҙә һаҡлана.
Беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙы төрлө сүрәттә күрергә мөмкин. Ул мөғәллимә лә, һауынсы ла; фәндә лә үҙ кеше, дауалай ҙа, завод цехтарында ла һин дә мин, шиғыр ҙа, көй ҙә яҙа – әгәр ҡатын-ҡыҙ ҡулы башҡармаған һөнәрҙе эҙләһәгеҙ, еңелерәк булыр. Рәсәй йәмғиәтендә тик хакимлыҡ ишектәре генә зирәк аҡыллы, белемле һәм йүнсел ошо ватандаштарыбыҙ алдында асылып бармай.
Дөрөҫөн әйткәндә, тормошобоҙҙа төп урынды биләгән был кешеләр тураһында ҡалыплашҡан “ҡатын-ҡыҙ” һүҙен ҡулланыу минең күңелгә хуш килмәй. Рәсмилек түгел, юҡ, әллә ниндәй һалҡынлыҡ, хатта ситһенеү бөркөлгәндәй был һүҙҙәрҙән. Гүйә әсәйҙәребеҙҙең бөйөклөгөн, хәләл ефеттәребеҙҙең сафлығын, ҡыҙҙарыбыҙҙың гүзәллеген күтәрерҙәй бүтән сара тапмайбыҙ. Мөғжизә булып, әсәйем баҡый иленән ерҙәге фани донъяға әйләнеп ҡайта алһа, күкрәгемдә уның йөрәген генә йөрөтөүемде әйтеп, тапалған һүҙҙәр сарыф итеп тә тормаҫ инем. Әсә балаһының хис-кисерештәрен ҡарашынан, тын алышынан да белеп тора ул.
Хәҙерге быуын йәштәре, бәлки, ғәжәпләнеүҙән аңлап та етмәҫ, әммә мин әсәйем тураһындағы хәтирәләремде һуғыш менән бәйләйем. Юҡ, ул ут кисеп, яу юлдарын үтмәгән. Әммә уның көрәк менән ҡыртыш аҡтарған, ҡосаҡ-ҡосаҡ сей утын яғып мәктәп йылытҡан, көҙгө әсе ямғырҙарҙа күшегеп, өс балаһын ас үлемдән йолоп алып ҡалыу өсөн баҫыу ҡыҙырған фронты, бәлки, тегендәгенән хәтәрерәк булғандыр. Яу менән дауҙың эргәләш йөрөгән саҡтары донъяла йыш күренә шул.
Бөйөк Ватан һуғышының тотош тарихын күҙ алдынан үткәргәс, бер генә һөйләмгә һыйған һығымтаға киләһең. Ысындан да, сабыйлыҡтан сығып та өлгөрмәгән малайҙары ир-азамат була алған, ҡарттары таяҡтарын онотҡан, ҡыҙҙары иһә һуғыш йөгөн иңенә күтәргән халыҡты һындырыу түгел эйелтеү ҙә бер кемдең кәренән килмәй. Әйткәндәй, хәҙер мин хәтерегеҙҙә яңыртасаҡ миҫалдарҙан һөрәнле патриотлыҡты ла, байрамдарға хас ялтырауыҡты ла эҙләмәгеҙ. Тормоштоң, татлы емешенән бигерәк, әсе әремен күреп үҫкән һәм йәшәүҙең шул рәүешен тәбиғи тип ҡабул итеп өйрәнгән ханымдар ҙа, туташтар ҙа үҙҙәрен ир-ат нәҡ ошолай атап йөрөтөргә тейешлекте белмәгән. Уның ҡарауы, ҡаза килгәндә ауырлыҡ кем өлөшөнә төшөрөн әлеге миһырбанлы йәндәребеҙ өгөт-нәсихәттәрһеҙ ҙә аңлаған.
Ҡаһарманлыҡтың ҙурлығын самалар үлсәмдәр бармы икән? Дошман уты аҫтында тейәлгән йөктәр менән эшелондар завод өсөн бүленгән ҡола яланға килеп туҡтай. Предприятиеның әле диуары ла, түбәһе лә юҡ, әммә станоктар инде эшләй. Өҫтән ямғыр ҡамсылай, ҡар күмә, буран ҡоторона, ҡул туң тимергә ҡуша йәбешә, ә сменаһыҙ хеҙмәт көнө 15, 18 сәғәт, хатта унан да оҙағыраҡ дауам итә. Башҡортостан тарихындағы шул осор сәхифәләрен аҡтарһаң, уларҙағы юлдарҙың күҙ йәше һәм ҡан менән яҙылғанлығына ышанаһың. Бына нефть сығарыу, ғәмәлдә, ирҙәр шөғөлө. Һуғыш ҡупҡансы ул шулай булған да. “Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы эшселәре араһында 1942 йыл башланғанда әле ҡатын һәм ҡыҙҙар 981 кеше булһа, ике йылдан улар ике меңдән ашып киткән.
…Өндәремдә лә әсәйем һәр саҡ минең менән, төштәремдә лә яңғыҙ ҡалдырмай. Бына ул йәнә көрәк, балта, салғы менән. Йәш, кәүҙәгә таҙа ҡатындың күкрәгенән тын ауырлыҡ менән, һыҙғырып сыға. Ошо тауыштың йөрәгемде телгеләүенән һалҡын тиргә төшөп уянам. Әсәйем иһә – күптән үк тегендә. Яу тынғас та ул тамуҡҡа тиң әлеге йылдарҙы, бәхетһеҙлек һәм етемлек сәйен уртаҡлашып эскән әхирәттәрен йыш иҫкә төшөрөр булды, тик михнәтле хеҙмәттәренең Еңеүҙе яҡынайтыуы тураһында өндәшмәне. Был хәҡиҡәт, бәлки, уның уйына ла инеп сыҡмағандыр.
Ҡыҙҙар тураһында яҙыр булһалар, ҡәләмдәштәрем “наҙлы зат” тигән ҡалыпҡа йыш мөрәжәғәт итеүсән. Рус телендә инде уларҙы “слабый пол” тип, ғөмүмән, түбәнһетеп ебәрәләр. Әллә шуға намыҫланып, йә иһә бүтән сәбәптәнме, ҡыҙҙарыбыҙ штанга күтәрергә, көрәшергә, футбол уйнарға, сәкән һуғырға булып китте. Сәм, әлбиттә, дәрткә ҡанат ҡуя торған нәмә, ләкин әсә була, тирә-йүндәгеләргә иркәлек, шәфҡәт, йылылыҡ өләшеү тәбиғәтенә һалынған кешеләргә тупаҫ көс шөғөлө ҡулаймы икән?
Хәйер, яйы һәм зарурлығы сыҡһа, физик ҡеүәттән мәхрүм һымаҡ күренгән юлдаштарыбыҙҙа ирҙәр ғәйрәте хасил булғандай. Белорет металлургия комбинатында домна, мартен мейестәре гөрләгән, суйын, ҡорос ут йылғаһы булып аҡҡан замандарҙа Рәйлә Гәрәева атлы ифрат мөләйем ханымды йыш осратырға насип булды. Бер мәл комбинат партия ойошмаһы сәркәтибе урынбаҫары Мәһәҙи Ғәлимшин ағай менән мартен мейестәренең береһендә ҡайнаған ҡоросто ағыҙыуҙарын ҡарап торабыҙ. Мең ярым градусҡа етеп шыйыҡланған металл юғарыла тегеләй-былай йөрөгән крандың сүмесенә аға тора, уныһы ҡоросто, осҡон шәлкемдәрен бөрктөрөп, изложница тип аталған формаларға бүлеп ҡоя. Эҫе, махсус кейеҙ кейемдән бәреп үтеп, тәнде лә, йәнде лә өтөп алып бара, ҡара күҙлектәр аша ла ҡайнар суйынға күҙ һалыр әмәл юҡ. Әҙәм балаһы ерҙә үҙе хасил иткән тамуҡ уты өҫтөндә, әлеге кран менән Рәйлә ханым Гәрәева идара иткән икән. Тантаналы мәлдәрҙә Рәйләнең күкрәгендә дәүләттең иң оло бүләктәрен күргәс тә аптырау булманы. Йәһәннәм утын өй усағындай ҙа күрмәгән кешене ҙурламағас!.. Хәйер, беҙҙең йәшлек осоронда хөрмәт түрендә моңдан мәхрүм, әммә микрофонға эйәләшкән эстрада “йондоҙҙары” түгел, ә иген иккән, балалар уҡытҡан, табындарыбыҙҙы һөт-майлы иткән апайҙар, тиңдәштәр, һеңлеләр күренә торғайны. Миңә үҙ ғүмеремдә Алтын йондоҙға лайыҡ булған ысын йондоҙҙарҙы байтаҡ күреү бәхете эләкте. Әммә шулар араһында ла иҫ-аҡылды китәрерлектәре осрай торғайны. Һүҙем, әлбиттә, егерме ике йәшендә Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алған Рәмзиә Ғәйфуллина тураһында. Тыумышы менән ул Туймазы районының Ҡандра-Ҡотой ауылынан. Малсылыҡта Рәмзиә апай 1960 йылда өлгәшкән уңыштар әле, был өлкәлә эштең ауырын механизмдар башҡарған саҡта ла, хайран ҡалдыра. Бик ихлас, булһын, тип эшләгәндә, һүнеп ҡуҙһыҙ ятҡан усаҡты ла дөрләтеп ебәрергә мөмкин икән.
Аҡыллы бер кеше: “Ер һөрөүҙең поэма яҙыу кеүек үк илһамлы шөғөл икәнлеген аңламайынса, йәмғиәт рәхәтләнеп йәшәүгә етә алмаҫ”, – тигән. Дәртле һәр ҡыҙға ла, Светлана Савицкаяға эйәреп, самолеттарҙа һәм космос карабында дан яулау яҙмышы теймәй. Күпселектең ерҙә йөрөүе зарури. Һөнәрҙең ҡайһыһы маҡтаулыраҡ һәм кәрәгерәк, тип бәхәс күтәреү урынһыҙҙыр. Миңә ҡалһа, Әсә булыуҙан да юғарыраҡ маҡсат һәм бәхетлерәк яҙмыш юҡтыр. Шул уҡ ваҡытта тракторсы һөнәрен үҙ иткән ҡыҙҙар йәлләү тойғоһо уята торғайны, сөнки һабанды үҙең тартмаһаң да, ер эшендә барыбер көс тә, таҫыл да кәрәк. Ә ыҡсым кәүҙәле, талсыбыҡ ише нәҙекәй Нәҡиәлә ул ҡеүәт ҡайҙан булһын? Ҡыйғы районының Ибрай ауылында, Әй йылғаһының иркен үҙәнендә, элек-электән игенселеккә әүәҫ халыҡ донъя көткән. Бөтөн илгә исеме космонавт Савицкаяныҡы һымаҡ уҡ яңғырап китмәһә лә, тракторсы Нәҡиә Ғәлина ла РСФСР Юғары Советы депутаты булып өс саҡырылыш рәттән Кремлдә йөрөнө. Әйткәндәй, зиннәтле һарайҙарҙа урт ҡабартып, хәбәр һөйләп йөрөүселәр әле лә бихисап, ләкин Нәҡиә Хәлил ҡыҙы ҡеүәтле К-700, Т-150 тракторҙарын йүгәнләп ер һөрҙө, Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендарына, юғары премияларға өлгәшкән ханым, ул – ысын батыр. “Ошондай күренекле кеше менән осрашыуым һәм бергә эшләй алыуым менән ғорурланам”, – тип яҙғайны Нәҡиә тураһында Башҡортостан Хөкүмәтен сирек быуат етәкләгән Зәкәриә ағай Аҡназаров.
“Була ла һуң ир ҡыҙҙар!..” – тип һоҡланған бер шағир. Ирлек – халҡыбыҙҙа иң юғары дәрәжә һәм баһа. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, наҙ һәм гүзәллектәрен һис сайпылтмай, әсә һәм ҡатын булыу бурысын онотмай, рухи йәһәттән шул бейеклектә ҡалһын ине.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист.

Читайте нас: