Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Август 2019, 16:41

Йәшәйеш ҡото

Бөгөн аҫаба халыҡтар көнө. Ул 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән әһәмиәтле дата. Маҡсаты – ер йөҙөндә юғалып барған ҡайһы бер этник төркөмдәрҙе һаҡлап ҡалыу, уларҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, рухи мираҫтарын һәм телен үҫтереү. #Көнтарихы

Моңһоҙ күңелдә ҡот булмай.


Милли холоҡ, милли үҙенсәлек тигәнерәк төшөнсәләр килеп сыҡһа, күптәрҙең ҡолаҡтары ҡарп итеп ҡала. Бәғзе берәүҙәр бындай төшөнсәне бөтөнләй ҡабул итә алмай, икенселәренең был хаҡта белгән өҫтөнә белгеһе килеп ҡыҙыҡһыныуы арта. Ҡайһылай ғына булмаһын, был мәсьәләгә ҡарата битарафтар юҡ. Ә бит ниндәй генә милләт тураһында һүҙ алып барһаң да – милли үҙенсәлектән башларға кәрәк. Билдәле булыуынса, милләт булмышы – тәбиғи ҡанун. Кешелек донъяһы күпме йәшәй, шул тиклем үк үҙенең туған теле, традициялары, үҙенсәлектәре менән милләттәр ҙә йәшәйәсәк. Үҙгәреш кисергән сүрәттә лә икенсе милләт традицияларын ҡабул итеү иҫәбенән түгел, ә үҙ ҡалыбында, үҙ булмышында үҙгәрәсәк һәм камиллашасаҡ. Ә үҙ ҡалыбынан ситләшкән, башҡа милләт традицияларына йөҙ борған милләттәр бөтөнләй юҡҡа сыға, йотола.

Кешенең донъяға тыуыу һәм йәшәүенең төп тәғәйенләнеше - кешелек донъяһын дауам итеү һәм ошо бурысты атҡарыу өсөн һәр төрлө шарттар булдырыу. Ә ер йөҙөндә кешелек донъяһы милләттәргә бүленгән икән, тимәк, кешелек донъяһының артабанғы йәшәйеше милләттәрҙең бар булыуына бәйләнгән. Милләт – тәбиғи күренеш, уны кешелек донъяһы уйлап тапмаған, ул Алланан, Юғары көстән бар ителгән, тинек. Шулай икән, тимәк, милләттәр төрлөлөгөн һаҡлау ҙа кешелек донъяһы иңендә. Ә кешелек донъяһын әллә кемдәр түгел, тәғәйен мин, һин, беҙ тәшкил итәбеҙ. Ни өсөн был бурысты ла тәбиғәт үҙе атҡармай? Үҫемлектәр донъяһына, шулай уҡ башҡа төр йән эйәләренә тәбиғи үҙенсәлектәрен һаҡлау өсөн аҡылға һыймаҫ һәм фән иҫбат итә алмаҫ көс-ҡеүәт бирелгән бит.

Уйлап ҡарайыҡ.

Бер төптән үҫеп сыҡҡан үҫемлектәр һәр береһе үҙ үҙенсәлеген һаҡлай.

Меңәр йыл йәшәп килгән ҡоштар төрө лә, хатта сит ояла үҫкән кәкүктең дә кәкүклеге һаҡланып килә.

Меңәр төр бөжәктәр ҙә, балыҡтар ҙа, хайуандар ҙа, кеше ҡулынан юҡҡа сығарылмаһа йәки, тәжрибә тип, бер нәмәгә лә эшкинмәҫлек хәлгә килтерелмәһә, үҙе булып йәшәүен дауам итә.

Ә кешегә аң, зиһен, тел бирелгән. Кеше, ер йөҙөндәге иң аңлы, иң аҡыллы тәбиғәт емеше булараҡ, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмау сараһын үҙе хәстәрләргә, үҙ зиһененә һалынған аҡылды файҙаланырға тейеш. Кешегә, тимәк, миңә, һиңә, беҙгә күҙәтеү, сағыштырыу, һығымталар яһау, фәһем алыу, һабаҡ биреү кеүек ғәжәп мөмкинлек бирелгән. Ябай күҙгә күренер һәм аңлап булыр тәбиғи ҡанундарҙан сығып кеше үҙе һығымта яһай ала.

Ни өсөн тәбиғәт емеше булған бар нәмә лә: һәр төр йән эйәләре (кешеләрҙән башҡалары) йәки үҫемлектәр тәбиғи юл менән ҡатнаш тоҡомға әйләнмәй?

Ә, мәҫәлән, кеше ҡулы менән бар ителгән тоҡом - йылҡы малы менән ишәктән яһалма рәүештә булдырылған мул хайуаны бер нигә лә эшкинмәй? Ите лә, һөтө лә файҙаланылмай.

Ни өсөн ҡатнаштырыу-аралаштырыу юлы менән бар ителгән еләк-емештәрҙең таты юҡ? Тәбиғәт ҡосағында үҫкәндәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ һәм дауаланыу маҡсатында фәҡәт тәбиғи үҫемлектәрҙе генә ҡулланабыҙ?

Ни өсөн, әйтәйек, таҙа нәҫелле йылҡы малына, бал ҡорттарына, хатта овчаркаларға өҫтөнлөк бирәбеҙ?

Ни өсөн бал ҡорттары яһалма сәскәләрҙән бал йыймай?

Ниһайәт, ни өсөн иң сифатлы бал ауылға яҡын умарталыҡтан алына. Америкала етештерелгән балда диастаз бер генә берәмек тә булмаһа, Рәсәй күләмендә ул 8-10 берәмек, ә Башҡортостанда - 37, ҡайһы бер умарталыҡтан алынған бал берәмеге хатта 56 берәмек диастаз тәшкил итә.

Минең шәхсән күҙәтеүҙәрем буйынса, кеше күңеленең нуры, һис шикһеҙ, тәбиғәткә тәьҫир итә. Сөнки таҙа саф моңон һаҡлаған телле, йырлы ауылдар тирәһендә ағас япраҡтары үҙҙәренең үҙенсәлекле йәшел төҫөн һаҡлаған. Имән – ҡуйы ҡара төҫтәге япраҡҡа төрөнһә, уҫаҡ япраҡтары шыйыҡ ҡына йәшел төҫтә. Ә болон сәскәләре. Бындай ауылдар янында аҡлан-болондар йөҙәр төҫлө сәскәләргә күмелгән. Ә ундай болонло, ундай урманлы төбәктәрҙә ҡош тауыштары ҡалай матур! Һуҙып-һуҙып, тулҡындырып-тулҡындырып, уралтып-уралтып моңло тауыш сығара бит улар. Ә, мәҫәлән, көнө-төнө тыҡылдаған тауышҡа ғына күмелгән тимер юл буйҙарында йәки моң юғалған төбәктәрҙә бәпембәнән башҡа сәскә күрмәҫһең дә, һайрар ҡоштар тауышын да ишетмәҫһең.

Тәбиғәттә күҙәтелгән ошондай хәҡиҡәттәрҙән сығып һәр кеше үҙе уйланырға тейештер, моғайын.

Ни өсөн Хоҙай тип аталған Юғары көс үҙ емеше булған үҫемлек, тере йән донъяһын саф көйө һаҡларға тырышҡан? Меңәрләгән йылдар буйы буталмай бит улар. Аң, аҡыл, зиһен менән бүләкләнгән кешеләр генә тәбиғәт ҡанундарынан тайпыла, шунлыҡтан милли төрлөлөк юғала, саф моң кәмей. Моң кәмеүе тәбиғәткә кире йоғонто яһай, әлбиттә. Уны ана шул бал сифаты буйынса ла күреп була. Балға ғына тәьҫир итәме икән моң юғалыу?

Хоҙай тарафынан милләт бутауға ҡаршы ҡырҡа тыйыу кәртәһе булдырылмаһа ла, һаҡлау сараһы күрелгән. Һәр милләткә туған тел, моң, традиция, тышҡы ҡиәфәт, холоҡ үҙенсәлеге бирелгән.

Милләткә ҡағылған ошо үҙенсәлектәр юғалһа, милләт ҡото юғаласаҡ һәм иң аянысы - йәшәүҙән туҡтаясаҡ тигән һүҙ. Тышҡы ҡиәфәтен генә һаҡлаған айырым кешеләр, шул милләт вәкилдәре йәшәр, әммә инде милләт булып түгел. Мәҫәлән, мишәрҙәрҙе төҫтәре, холоҡтары, һөйләшеү үҙенсәлеге яғынан башҡа милләттәрҙән айырып була, әммә улар бөгөн милли берәмек түгел. Ә күпме рухи байлыҡ юғалды улар менән ҡуша. Моң, традиция, милли фәлсәфә, милли аштар, бейеүҙәр, халыҡ медицинаһы һәм башҡа һәм башҡалар. Күпме милләт юҡҡа сыҡҡан, күпме рухи байлыҡ юғалған. Ә башҡорт халҡы ошо яҙмышҡа дусар ителһә? Шуға табан барабыҙ түгелме ни? 2009 йылда ЮНЕСКО атласына туған телебеҙ юғалып барған телдәр иҫәбенә индерелгән бит. Үҙ-ара, хатта ике башҡорт һөйләшкән саҡта ла таҙа башҡорт телендә һөйләшмәгәс…

Беҙҙең ҡайһы берҙәребеҙ үҙ аңыбыҙ йәки, дөрөҫөрәге, - аңһыҙлығыбыҙ, үҙ аҡылыбыҙ, дөрөҫөрәге - аҡылһыҙлығыбыҙ, күрәғараулыҡ, битарафлыҡ, тәрәнгә төшөп уйланмау, киләсәгебеҙ хаҡында хәстәрлек күрмәү, етмеш йыл буйына зиһенгә тылҡылған яңылыш ҡараштарҙы онота алмау арҡаһында тәбиғи ҡанундарҙан тайпылабыҙ. Тәбиғәт үҙ ҡанундарынан тайпылыуҙы яратмай, ҡаты язаһын бирә. Әйтеп үтеүебеҙсә, тәбиғәт кешенең үҙ иркенә ҡуйған – үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ моңоңдо тыңлап, үҙ мөхитеңде булдырып йәшәргә теләйһеңме – йәшә, юҡ икән, ихтыярың –тәбиғәт бүләк иткән иң ҙур байлығыңдан ҡолаҡ ҡаҡ та, башҡалар үҙенсә йәшәһен өсөн, шарттар булдырыуға булышлыҡ ит, башҡаларға хеҙмәт ит.

Йәшәйеш ҡотон һаҡлаусы төп шарт – ул туған тел. Милли булмышты юғалтыу ҙа тел юғалтыуҙан башлана. Туған тел хаҡында сығыштарым да, мәҡәләләрем дә байтаҡ. Әммә бер төшөнсәне ҡабатлап тороуҙың зыяны булмаҫ. Туған тел аралашыу теле генә түгел. Ул – тыумыштан ҡаныбыҙға, бөтөн күҙәнәктәребеҙгә һеңгән. Башҡа ниндәй генә телде камил үҙләштерһәк тә, ул беҙҙең өсөн фән, ғилем кеүек зиһенебеҙҙә генә һаҡлана. Шуның өсөн дә бөйөк аҡыл эйәләре Һүҙҙең Йыһанға, тирә-йүнгә ыңғай йәки кире тәьҫир итеү көсө, Һүҙҙең яҙмышыңды үҙгәртеү, берәй нәмәне булдырыу-төҙөү йәки юҡҡа сығарыу ҡеүәте тураһында фекер әйткән саҡта, фәҡәт туған телдәге Һүҙҙе генә телгә алалар. Һәр халыҡ, һәр кеше үҙ телендә теләк теләргә, үҙ телендә уйларға, үҙ моңо менән дауаланырға тейеш тигән фекер әйтәләр.

Башҡа телдәрҙең үҙләштерелгән фән, ә туған телдең тотош булмышың теле икәнлеген күҙ алдына яҡшыраҡ килтереү, иҫтә ҡалдырыу өсөн миҫалдар килтерәм.


Кеше йән әрнеүе кисергәндә туған телендә ҡысҡыра икән. Бындай тәбиғи хәлде барыбыҙ ҙа яратып ҡараған “Семнадцать мгновений весны” фильмында күрҙек. Разведчица Катяның бала табыу йортонда һыҙланыу кисергән саҡта үҙ телендә “Мамау” тип ҡысҡырып ебәреү ихтималлығы Штирлицта шөбһә тыуҙыра. Тағы бер миҫал. Донъяла киң билдәле һинд халҡының аҡыл эйәһе Ошоның “О чувствах” (“Тойғолар тураһында”) тигән китабында шундай ваҡиға хаҡында яҙыла. Һиндостандың ғәжәйеп аҡыллы батшаларының береһе Дходжаның тормошонда иҫтәлекле бер ваҡиға була. Ул аҡыллы кешеләргә ҡарата бик ихтирамлы булған. Шуның өсөн илдәге аҡыл эйәләрен үҙе батшалыҡ иткән илдең баш ҡалаһы Уджайнаға йыйған. Батша һарайында илдең иң билдәле утыҙ аҡыл эйәһе менән бергә донъяла иң бөйөк шағирҙарҙың береһе Калидаса йәшәгән.

Бер ваҡыт батша һарайына таныш булмаған кеше килгән һәм: “Мин утыҙ тел беләм. Бында аҡыллыларҙың да аҡыллылары йыйылған. Улар ҡайһы телдең минең туған телем икәнлеген белә ала – шул кешегә мин мең алтын бирәм. Әгәр әйтә алмаһа – ул миңә мең алтын тейеш буласаҡ,” - тигән.

Был кеше төрлө телдәрҙә һөйләй башлаған. Бөтөн телдәрҙе лә яҡшы белгәс, ҡайһыныһы туған теле икәнлеген айырып булмаған. Шуға ла көн һайын бер аҡыл эйәһе отола барған һәм мең алтын түләргә мәжбүр булған. Тик Калидаса ғына ҡатнашмаған. Ул да теге кешене иғтибар менән тыңлап, өйрәнеп йөрөгән, әммә барыбер уның туған телен айыра алмаған. Ысынлап та, был кеше бөтөн утыҙ телдә лә иҫ китмәле оҫта һөйләшкән.

Утыҙ беренсе көндә Калидаса барыһын да батша һарайы эргәһенә йыйған. Улар тупһанан күтәрелә башлағандар. Иң һуңғы тупһаға аяҡ баҫтым тигәндә, Калидаса теге кешегә төртөп ебәргән, ул баҫҡыстар буйлап түбән тәгәрәгән һәм асыуынан әсе итеп ҡысҡырып ебәргән. Ә Калидаса уға: “Бына ошо һинең туған телең”, - тигән. Ысынлап та, ул үҙ туған телендә ҡысҡырған.

Мейе, зиһен көсөргәнешле мәлдә, кеше үҙ-үҙен тикшереү кимәленән сыға, фән рәүешендә өйрәнелгән тел онотола, ә ҡанына һалынған тел кешенең ағзаһы кеүек, ул мейелә, зиһендә генә түгел, кешенең һәр күҙәнәгендә була, шуға кеше үҙ телендә ҡысҡыра. Калидаса быны яҡшы белгән.

Шулай уҡ һәр халыҡтың үҙ туған моңо, милли традицияһы һәм башҡа үҙенсәлектәренең бер ниндәй ҡәтғи ҡағиҙә булмаһа ла меңәр йыл йәшәп килеүе, буталмауы, һәр милләттең үҙ үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу өсөн ҡан ҡойошло яуҙарға сығыуы ла нимә тураһындалыр аңғарталыр аңы булған бәндәгә. Ошо урында милләтте һаҡлау сараларының иң көслөһө булған туған тел тураһында булған тағы бер үҙем шаһит булған хәл тураһында һөйләп китеү урынлы булыр.

“Үҙ-үҙемә ят кешеменме мин»

/Булған хәл/

Ҡыҙым менән ауыр операцияға килгәнбеҙ. Свердловск онкология үҙәгендә шығырым тулы ауырыуҙар. Бында сирлеләр яңғыҙ йөрөмәй – мотлаҡ оҙата килеүсеһе була. Оҙатыусылар өсөн шарттар ҙа булдырылған, йәғни үҙәк янында ҡунаҡхана бар. Ваҡ-төйәк ауырыуҙарға һис кенә бирешмәй үҫкән балаларымдың береһе - ҡыҙымдың уйламағанда ошондай ҡурҡыныс ауырыу менән ҡайғыға һалыуы һис көтөлмәгән хәл һәм бығаса беҙ ишетмәгән ауырыу ине. “Мальформация” тип атала ул, йәғни ҡан тамырҙарының мейеләге бөтөнләй кәрәкмәгән ят матдәне туҡландырыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән шеш кеүек нәмә…

Германияла ике йыл буйы мальформацияға операция яһау оҫталығына өйрәнеп ҡайтҡан йәш хирург мине саҡырып алды ла ҡыҙыма яңы ысул менән операция яһарға кәрәклеген аңлатты. Әлбиттә, инструменттарҙы Германиянан ҡайтарырға кәрәклеге, ә уның ҡиммәтле булыуы тураһында иҫкәртте. Яңы ысул, бер яҡтан ҡиммәтле булыуы менән аптыратһа, икенсе яҡтан, хәүефләндерҙе. Ул ысул – эмболизация тип атала һәм киҫеп түгел, ә катетрҙы ҡан тамырҙары аша мейегә үрмәләтеп, мальформацияны туҡландырып торған ҡан тамырҙарын көпләп ҡуйыуҙан ғибәрәт. Бындай ысулдың өҫтөнлөгөн хирург былай тип аңлатты: “Мальформация мейе ҡапҡасынан ныҡ аҫта урынлашҡан. Был осраҡта трепанация юлы хәүефле, сөнки мейенең ниндәй булһа ла күҙәнәгенә теймәйенсә операция эшләү мөмкин түгел. Күҙәнәктәрҙең аҙ ғына зыян күреүе арҡаһында ҡыҙығыҙҙың йә һул күҙе, йә һул яҡ аяҡ-ҡулы зәғифләнәсәк, тигән һүҙ”. Миңә ошо үҙәктә Балаҡатай районынан башҡорт врачы эшләүен, бик ярҙамсыл булыуын әйткәйнеләр. Ундай саҡта кемдән генә йыуаныс эҙләмәйһең. Үҙ милләтең, моғайын, яҡын итеп дөрөҫөн әйтер, белешмә алырлыҡ әҙәбиәт тә алырмын, тип өмөтләндем. Уны таптым. Хәлиҙә исемле ҡатын. Был ысул менән яһалған операцияларҙың, ысынлап та, яңы булыуын, хирургтың оҫта ҡуллы икәнен әйтеп тынысландырҙы. Мин унан мейе ауырыуҙары һәм мальформация тураһында әсбаптар һорап алдым. Операция үҙәгендә сәстәрен ҡырҙырып, әмәлиәт ҡылғандан яңынан йә атларға, йә һөйләшергә өйрәнеп йөрөүселәрҙе күреп, балама һиҙҙермәҫкә тырышһам да, йөрәк семетеп ҡуйҙы. Эмболизация юлы менән операция эшләнгәндәрҙе лә күреп һөйләштем. Уларҙы операциянан һуң бөтөнләй тиерлек тотмайҙар, ҡайтарып ебәрәләр. Ниһайәт, сират беҙгә лә етте һәм шөкөр, операция уңышлы үтте. Ярты йылдан һуң тикшерелергә килдек. Башына ауыр операция үткәргән һәм даими тикшерелеп торған Зоя исемле мәрйә ҡатын менән бер бүлмәгә тура килде ҡыҙым. Мәскәү өлкәһенән икән. Ҡыҙым янында даими булам. Зоя менән дә аралашабыҙ. Зояға ғаиләбеҙҙә үҙ-ара һәр ваҡыт туған телдә аралашыуыбыҙ һәм әле лә әсәйле-ҡыҙлы үҙебеҙсә һөйләшәсәкбеҙ, әммә уртаҡ темаға булһа, руссаға күсербеҙ, тинек. Ул йылмайып ҡараны ла, әлбиттә, әлбиттә, тип, ихлас ризалығын белдерҙе. Мин ҡыҙым янында булғанда, күңелен күтәрерлек мәрәкәләр һөйләргә тырыштым. Зоя беҙҙең яҡҡа күҙ һирпеп ҡарап ала ла шул тиклем йылы итеп йылмайып ҡуя. Мин, ул аңламаһын өсөн Зоя тигән исемен башҡортсалап: “Утыҙ мин” беҙҙеңсә аңлаймы икән әллә? Ҡарай ҙа нимәгәлер ҡәнәғәт йылмайып ҡуя”, - тинем. Шунан үҙенән һораным.

- Телегеҙ шундай яғымлы. Шуға иғтибар итәм. Исемдәрегеҙ ҙә музыкаль. Ниндәй милләт һеҙ? – тип, һорау менән яуап бирҙе ул.

- Башҡорт. Башҡортостанданбыҙ.

- Шулаймы ни? Мин бында башҡорт милләтле бер ҡатын менән бергә ятҡайным операция яһатҡан саҡта. Силәбе өлкәһенән ине. Унан башҡортса бер һүҙ ҙә отоп алғайным. Исемемә оҡшаш булғанға хәтерҙә ҡалған… “Зая” тигән һүҙ ул. Ә бәлки… исем менән генә бәйле түгелдер был һүҙҙең хәтерҙә ҡалыуы. Фажиғәгә бәйле ул… Ысын трагедия… Тәрән трагедия…

- Бында күңелһеҙ ваҡиғалар йыш булалыр инде, - тинем.

- Уныһы шулай. Әммә ундай хәлде осратҡаным булманы. Фәһемле, хатта ғибрәтле ул. Теләһәгеҙ һөйләйем, - тине лә яңыраҡ ҡына онкология үҙәгендә булған хәл тураһында бына нәмәләр һөйләне. - Ул ҡатын үҙен Мария тип таныштырҙы. Силәбенең Маяҡ касафатынан ҡалған сир ине унда. Башындағы шешкә икенсе тапҡыр операция эшләтергә килгәйне. Өс балаһы алмаш-тилмәш килеп йөрөй. Гел генә рус телендә аралашһалар ҙа рус түгеллектәре йөҙҙәренән күренеп тора. Үҙҙәренсә ғәжәп матурҙар. Уларҙың русса һөйләшеүҙәре мине әллә ни аптыратманы. Хәҙер бит күптәр үҙ-ара русса аралаша. Марияны операцияға алып киттеләр. Балалары өсөһө лә түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Миңә лә шул көндә эшләнеләр операцияны. Миңә эмболизация ысулы менән яһағас, үҙемде насар тойманым. Янымда ҡыҙым булды. Операциянан һуң Мария менән тағы бер бүлмәгә тура килдек. Уның хәле ауыр ине - телдән ҡалғайны. Борсолорға ярамай, мөмкин тиклем тыныс булырға кәрәк. Марияның яңынан теле асыласағына ышандыралар табиптар. Тик был шатлыҡтың ҡасан булырын ғына аныҡ әйтә алмайҙар. Бер көн Марияның теле асылды. Ул шул тиклем ҡыуанды. Күҙҙәрендә аңлатып биргеһеҙ шатлыҡ осҡондары һирпелә ине. Миңә лә ни типтер өндәште, балаларына ниҙер әйтте. Әммә уның һүҙҙәрен бер кем дә аңламаны. Мария ымлап та, ишара менән дә аңлатырға маташа. Балалары уны аңлай алмағандарына борсола башланы. Өс балаһы бер-береһенә ҡарашып алған булалар ҙа, аптырашалар.

- Нимә ти ул? Һүҙҙәре аңлашылмаймы ни, аңламайһығыҙмы ни? - тип һорайым мин дә Мария өсөн борсолоп.

- Ул ауылса, өләсәй кеүек һөйләшә. Беҙ уны аңламайбыҙ, - тине ҡыҙы.

- Ауыл теле тигән тел булмай ул. Ниндәй телдә әйтә ул? Ниндәй милләт? - тип һорайым.

- Башҡорттар беҙ. Тик бер генә тапҡыр ҙа һөйләшмәнек ул телдә, - тине өлкән улы. Ә әсә кеше һаман ниҙер аңлатырға тырыша, өҙгөләнә.

- Атайым белә лә ул. Ул бәләкәй туғаныбыҙҙы ҡарап ҡалды.

- Бына һиңә марксистик-ленинсы ғаилә. Бына һиңә уртаҡ совет (интернациональ) милләте, - тип йәнем әсей башланы ят кешеләр өсөн. - Табығыҙ берәй башҡортто. Юҡмы ни бында берәйһе?

- Шәфҡәт туташы йүгереп килеп инде. Марияны тынысландыра, һеҙгә борсолорға ярамай, ти. Ә ул русса аңламай. Ошоғаса һин дә мин русса аралашҡан ҡатын әле килеп бер һүҙ ҙә әйтә алмай ине. Бына ғәләмәт. Онотҡан, бөтөнләй онотҡан ине. Йәл, шул тиклем йәл ине ҡатын. Ниҙер әйтә, бер кем аңламай. Ҡарашы шул тиклем моңһоу. Шәфҡәт туташы тынысландырыу өсөн укол һалды, балаларҙың береһен Хәлиҙә исемле табипты алырға ебәрҙе. Ул килгән саҡта ҡатындың хәле насарайғайны инде. Дежур врачты саҡырттылар. Хәлиҙә әсәнән ниҙер һораны. «Эй, Хоҙайым, үткән бит ғүмерем заяға. Мин үҙ-үҙемә ят кешемен икән дә. Үҙ балаларым аңламай мине»… тигән ул. Марияны алып киттеләр. Реанимация бүлегенә һалғандар. Хәлиҙәне тәржемәсе итеп саҡырҙылар. Башҡорт ҡатыны булмышы өсөн ят булған рус телен онотҡан. Ә туған теле онотолмаған. Бына бит тәбиғәт мөғжизәһе. Тимәк, туған тел үҙең менән бергә яралған ағза кеүек инде. Бына бит нисек.

Аҙаҡ врачтарҙан: « Бындай хәлдәр йыш буламы?» - тип һорағайным, бер нисә йыл элек ҡырҡ йәштәрҙәге ир кеше менән ошондай уҡ хәл булғанлығын әйттеләр. Ул да алты йәшендә балалар йортона эләгеп, туған теленән яҙған. Аҙаҡ операциянан һуң рус телен онотоп, туған телендә һөйләшә башлаған, тинеләр. Мин бығаса үҙ-ара русса аралашҡандарға әллә ни иғтибар итмәй инем, киреһенсә, туған телендә аралашҡандарға сәйерһенеп ҡарай инем. Ошо ваҡиғанан һуң уйландым. Бына мин үҙем балам менән инглиз йәки немец телендә генә аралашып йәшәр инемме? Юҡ, әлбиттә. Аллам һаҡлаһын, тип уйлайым. Йәки тағы былай тип тә уйлайым. Ул ҡатындың балалары ҡайһы милләтте БЕҘ тип һөйләйҙәр икән. Уларҙың БЕҘ тигән төшөнсәһе юҡ бит. Был донъяла БЕҘ тигән төшөнсә булмаһа, йәшәүҙәре ауырҙыр ул. Туғандарҙан, дуҫтарҙан тыш һинең БЕҘ тигән ғәзиз милләтең дә булырға тейеш. Хоҙай ҡөҙрәте бит ул. Хәҙер мин туғандарҙың үҙ-ара туған телдә аралашыуҙарына шул тиклем ҡыуанам, оло бер ҡайғылары кәмегән һымаҡ тоям, тине беҙ «Утыҙ мин» тип йөрөткән Зоя исемле инженер ҡатын.

- Әсәй, Хәлиҙә апайҙан уларҙың яҙмышын белешеп кил әле, - тине ҡыҙым, таныш түгел кешеләр өсөн борсолоп.

Хәлиҙәнән был хаҡта һораштым. «Ире килеп алып ҡайтып китте. Һауығырға тейеш ул, - тине лә шатланып өҫтәп тә ҡуйҙы. – Ошо ваҡиғанан һуң, Екатеринбургта йәшәһәм дә, балаларым менән туған телдә аралашҡаныма сикһеҙ ҡыуанам.

Туған телгә ҡағылған ошондай ваҡиғалар һәр саҡ уйландыра һәм ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең был мәсьәләгә үтә лә еңел ҡарауҙары борсоуға һала.

Тәбиғәт бар иткән бер генә нәмәгә ҡарата ла еңел-елпе мөнәсәбәт булырға тейеш түгел. Дин ашамы, фәнни мәғлүмәттәргә нигеҙләнепме – ниндәй юл менән булһа ла кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәтте тикшергән аҡыл эйәләре кеше теләгенең тормошҡа ашыуы, тик уның ихлас булырға тейешлеге хаҡында фаразлайҙар. Тик теләргә генә кәрәк. Уйыңа килгән алдыңа килә, ти халыҡ мәҡәле. Ә теләктәр Юғары көскә ҺҮҘ аша барып етә. Тел әйткән һүҙ аша түгел, күңел һүҙе – кешенең уйындағы һүҙ аша, ТУҒАН ТЕЛ аша. Күңел-уй һүҙе менән ҡысҡырып әйтелгән тел һүҙен бутарға ярамай. Тел һөйәкһеҙ, уйламағаныңды ла әйтеүең ихтимал. Ә бына кешенең уйы-күңеле алдамай. Юғары көстөң, Юғары аңдың тәғәйен теле юҡ. Ул кешенең теләген күңеле-уйы аша аңлай.

Ҡабатлап әйтергә кәрәктер. Беҙ тел тураһында һөйләгән саҡта, туған тел менән аралашыу телен, һүҙ тураһында һөйләгәндә, тел менән әйтелгән һүҙ менән күңел һүҙен айыра белергә тейешбеҙ. Туған тел менән күңел һүҙе – тәбиғәттән килә. Фәҡәт улар аша ғына беҙ Юғары көс менән бәйләнешкә инә алабыҙ.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

Читайте нас: