Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
16 Ноябрь 2020, 22:50
Айгиздең нимәһен урлағандар?
Мәҙинә уға Бөйрәкәй тип исем ҡушасаҡ. Әлеге йырҙы ла бит ул шуға йырланы...
Иртәнсәкәй тороп, тышҡа сыҡһам,
Мөңрәй-мөңрәй килә Бөйрәкәй.
Бөйрәкәйҙе һауған шул ҡыҙҙы уйлап
Өҙөлә шул минең үҙәккәй...
— Аптыраттың әле һин, Мәҙинә, — Гөлбаныу әллә төтөндән, әллә моңдан йәшкәҙәгән күҙҙәрен ҡыҙына төбәне, — кемдән отоп алдың һин был йырҙы, ә?!
— Әлләсе... — Ҡыҫҡа ғына күлдәк кейгән ҡаҡса ҡыҙ урынынан һикереп торҙо, нәҙек кенә беләктәрен, беләктәре кеүек үк нескә аяҡтарын тирә-яҡҡа болғаслап, күнегеүҙәр яһай башланы: — Бер, ике, өс!
— Ипләп, ҡустыларыңды уятырһың! Ай, ата Ғәбиҙә...
«Ата Ғәбиҙә» тимәҫлек тә түгел ине Мәҙинәһе ошо минутта: торғаны малай. Бынау муйылдай күҙҙәрендәге ҡыҙҙарға ғына хас шаянлыҡ менән һикерешкән осҡондар һәм улар өҫтөндә яңы тыуған айҙай ҡыйылған ҡашы булмаһа, кем ышаныр ине икән уның ҡыҙ бала булғанына?
Гөлбаныу көлдөксә эргәһенә сүгәләгән еренән торғас та ҡыҙына һаман тамһынып ҡарауында булды: тал сыбығылай нескә үҙе, эсендә йәне нисек тора, ә тауышы... моңо... Шундайын моңдоң ҡәҙимге бер баланан сыҡҡанына ышанырлыҡ та түгел.
Гөлбаныу үҙ алдына тәрән көрһөндө лә сөйҙәге ҡыҫҡа тунына үрелде:
— Фермаға китәйем инде мин, балам. Ҡуҙ төшкәс, ҡаҙандағы һыуҙы самауырыңа һалырһың. Ҡайнап сыҡһа, баҫ та ҡуй — мин оҙаҡламам. — Әсәһенең һуңғы һүҙҙәре инде соланға сыҡҡас ишетелде. — Кәртә яғын байҡа — һыйыр сыуын өҙгән бөгөн! Ҡустыларыңдан күҙ яҙлыҡтырма, самауырға бешеп ҡуймаһындар!
Мәҙинә иһә әсәһе әйтмәһә лә һыйыр янына олағырға ғына тора: безәүкәй донъяға киләсәк бөгөн! Мәҙинә уға Бөйрәкәй тип исем ҡушасаҡ. Әлеге йырҙы ла бит ул шуға йырланы...
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың данлыҡты "Бөйрәкәй" роман-эпопеяһы ҡабаттан донъя күрҙе! Был хаҡта яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов бына нимә тип яҙа.
"Быға тиклем мәшһүр әҫәр күпләп тираж менән ҡабат-ҡабат нәшер ителгәйне. Тик эҫе пирәшки кеүек тиҙ бөтә лә ҡуя. Был юлы иһә китап Мәскәү комиссияһының юғары баһаһын алып, федераль программаға ярашлы баҫтырылған. Үҙем "Бөйрәкәй"ҙе өс тапҡыр һатып алғайным. Тик таныштар уҡырға биреп тор тип алып торалар ҙа - кире ҡайтармайҙар. Кемгә биргәнемде лә онотам. Ҡалайтаһың, аттың яҡшыһын ғына урлайҙар бит... Бына әле дүртенсегә алдым) Һеҙ ҙә өлгөрөгөҙ! Аҙаҡ шул китапты ҡайҙан табайым тип илашып йөрөмәгеҙ".
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?