Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Март 2021, 15:20

Үҙеңде ярата башла

Үҙеңде нисек бар шулай ҡабул итергә өйрәнеү мотлаҡ, сөнки үҙегеҙ тураһында насар уйҙар һеҙгә тик зыянға ғына. Аллаһы тәғәлә һеҙҙе шулай яралтҡан икән, тимәк, ул һеҙҙе ошондай итеп ярата. Аллаһы тәғәлә һеҙгә был донъяны күрҙерткән икән, тимәк, ул һеҙгә ышана. Ә һеҙ үҙегеҙгә ышанаһығыҙмы?

Һеҙ үҙегеҙҙе нисек бар шулай ҡабул итәһегеҙме? Юҡ икән, тимәк үҙгәрергә ваҡыт. Кеше өсөн үҙгәреү түгел, ә үҙегеҙ, үҙегеҙҙең киләсәгегеҙ, балаларығыҙҙың киләсәге өсөн. Һеҙҙе үҙгәртергә теләүсе кешеләр күп булыр. Әммә улар бөтәһе лә үҙ тәжрибәһенән сығып өйрәтергә тырыша. Кеше үҙе, аңлы рәүештә ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Бер мөһим әйберҙе күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, ул да булһа негатив уйҙар. Үҙегеҙ, милләтегеҙ, күршегеҙ тураһында һәм башҡалар. Үҙегеҙҙе тәнҡитләмәгеҙ. Үҙегеҙҙе ҡулға алып ''мин матур'', ''мин ниндәй бар үҙемде шулай ҡабул итәм'', ''мин бөтә нимәне атҡарып сыға алам'' кеүек һүҙбәйләнештәр мейегеҙҙә урын алырға тейеш, ә киреһенсә һеҙҙе һаҙлыҡҡа батырған йәки алға ынтылыш бирмәгән һүҙҙәр түгел. Көндә үҙегеҙҙе дәртләндерә торған һүҙҙәр әйтегеҙ. Быны бигерәк тә уянғас эшләһәгеҙ көнөгөҙ күтәренке кәйефтә үтер.
Беҙ төпкөл аңыбыҙға негатив уйҙар керетеп уның өсөн уңай бер мөхит тыуҙырабыҙ. Негатив уйҙарҙан формалашҡан нигеҙ һалабыҙ һәм уны һәр бер негатив уй менән нығытып, ә һуңынан инде бөтөнләй негативтан торған ныҡлы өй һалдыртып сығарабыҙ. Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙе иҫбатлап миҫалдар: мин эшкинмәйем, һинән бер нимә лә килеп сыҡмай, минең аҡсам юҡ, ул эштә ауыр, күршенеке килеп сыҡманы бит һинеке лә килеп сыҡмай, бөтә кешеләр ҙә яуыз, йәшәүе ауыр, мине бер кем дә аңламай, беҙ бөтөп барабыҙ һәм башҡалар. Хәҙерге йәмғиәт негативҡа шул тиклем күнеккән, хатта уны ул норма кеүек ҡабул итә. Ысынбарлыҡта беҙ негатив, ҡурҡыу, шикләнеү аҫтында булһаҡ алға китеп булмай, үҙебеҙҙе шәхес булараҡ формалаштырыу мөмкин түгел.

PS.: Кеше өсөн үҙгәрмә, үҙең өсөн үҙгәр.

Читайте нас: