Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
22 Апрель 2021, 15:45

Яҡшы һәм яман ҡала хаҡында

Быларҙы ситтән күҙәтеп торған сауҙагәр иһә: “Ике кеше бер үк һорау бирҙе, тик һин ниңәлер икеһенә ике төрлө яуап ҡайтарҙың”, - тип ғәжәпкә ҡала. Ҡарт уға былай ти:

Яҡшы һәм яман ҡала хаҡында
Ҡала ситендә бер ҡарт ултыра икән. Уның янына йәш егет килеп, бында ниндәйерәк кешеләр йәшәүен һораша.
Яуап урынына ҡарт егеттең үҙенә: “Ә һин бынан алда йәшәгән ерҙә халыҡ ниндәй ине?” – тигән һорау биргән.
“Ундағылар барыһы ла яуыз булды, шуға ла мин унан тиҙерәк китеү яғын ҡараным”, - тип яуаплай тегеһе.
“Беҙҙең ҡалала ла тап шундай кешеләрҙе осратырһың”, - ти оло кеше.
Бер аҙ ваҡыт үткәс был урынға икенсе берәү килә һәм ул да ҡала халҡы хаҡында белешергә тотона.
Ҡарт уға ла: “Улым, ә һинең тыуған яҡтарыңда кешеләр үҙҙәрен нисек тота торғайны?”- тип мөрәжәғәт итә.
- Беҙҙең яҡтың халҡы бик ихлас. Шул хәтлем изге күңеллеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, унан күсеп киткем дә килмәгәйне. Бик күп дуҫтарым шунда ҡалды. – Егет ошлайыраҡ итеп хәбәр һала.
- Беҙҙәге халыҡ та тап һеҙҙәге ише, - тип һүҙен дауам итә ҡарт.
Быларҙы ситтән күҙәтеп торған сауҙагәр иһә: “Ике кеше бер үк һорау бирҙе, тик һин ниңәлер икеһенә ике төрлө яуап ҡайтарҙың”, - тип ғәжәпкә ҡала. Ҡарт уға былай ти:
- Һәр кем донъяны үҙенең булмышына ярашлы күрә. Үҙ төйәгендә халыҡ менән һыйыша алмағандар беҙҙең ҡалала ла изгелекте, яҡшылыҡты күрә алмаясаҡ.
Бығаса ғүмер кисергән ерендә кешеләр менән татыу йәшәүсе бында ла үҙенә яҡшы дуҫтар табасаҡ. Сөнки беҙҙе уратҡан донъя – күңелебеҙҙең сағылышы ул.
Ә һеҙҙең ауыда ниндәйерәк кешеләр йәшәй?
Читайте нас: