Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Май 2022, 09:10

“Аҡылдан яҙҙырған мөхәббәт”

“Ул бөтә ерҙә һағалап йөрөй, өйҙән сыҡҡанды көтөп тора, ят номерҙарҙан шылтырата. Хатта бөтә халыҡҡа, беҙ өйләнешәбеҙ, тип һөйләй. Уның менән осрашып, барыһын да аңлатып ҡараным. Ләкин ул һаман, беҙ бер-беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән, ти...”

Башҡортостанда, Татарстанда билдәле булған йырсы күптән түгел уға тынғы бирмәгән бер ҡатын тураһында интернетҡа ошолай тип яҙған ине.  Яҙма аҫтында халыҡтың кемеһе ҡатынды яҡлай, йәнәһе “беҙ улар араһында нимәләр булғанын белмәйбеҙ, ир кешегә бар донъяға яу һалыу килешмәй” тиҙәр. Берәүҙәр, киреһенсә, ҡатынға ябырылған: “Иҫәр! Кумир, кумир ғына булырға тейеш! Башы эшләмәйҙер ул!”

Был хәл 150 йыл элек булған ваҡиғаларҙы хәтерләтә. Тап шул йылдарҙа мөхәббәт тарихы психологик ауырыу тарихына әүерелә. Ә үлеп ғашиҡ булған ҡыҙ исеме менән психик ҡаҡшауҙы атай башлайҙар — Адель Гюго синдромы. Журналдың 5-се һанында Айгөл Сәләхованың “Аҡылдан яҙҙырған мөхәббәт” тигән мәҡәләһендә ошо ғәжәп синдром хаҡында таныша алаһығыҙ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: