Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Июль 2022, 13:05

Атайҙың аҡыллылығы – балалар өсөн иң яҡшы күрһәтмә

Ҡайһы саҡта атайҙар улдарын һәр яҡтан да камил итеп тәрбиәләргә тырыша, ә был ата менән улға күңелле ваҡыт уҙғарырға ҡамасаулай.

Атайҙың аҡыллылығы – балалар өсөн иң яҡшы күрһәтмә
Атайҙың аҡыллылығы – балалар өсөн иң яҡшы күрһәтмә

Бала тәрбиәләүҙә атайҙың роле

 
Малайға атайҙың дуҫлығы һәм хуплауы мотлаҡ
 
Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа атай һөйөүенә, уның менән аралашыуға мохтаж. Бала атаһы менән оҙайлы ваҡыт бергә булыу, уның наҙын тойоу, мөмкин ҡәҙәр уға ярҙам итеү форсатына эйә икән – яҡшы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштән ҡайтҡан атайҙар күпселек осраҡта ҡырын төшөп ятыуҙы һәм телевизор ҡарауҙы (гәзит уҡыуҙы) хуп күрә. Әгәр ул бала менән аралашыу бәләкәскә ни тиклем ҡиммәт икәнен аңлаған булһа, арыуын еңергә теләге лә артыр ине, моғайын. Шулай ҙа, ата кеше лә, әсә лә сиктән тыш үҙен мәжбүр итергә тейеш түгел. Бик арыған хәлдә 15-30 минут бәләкәс менән уйнарға ла, унан “Хәҙер гәзит уҡып алайым” тиеберәк аңлатырға кәрәк.
 
Ҡайһы саҡта атайҙар улдарын һәр яҡтан да камил итеп тәрбиәләргә тырыша, ә был ата менән улға күңелле ваҡыт уҙғарырға ҡамасаулай. Мәҫәлән, күпселек атайҙар улын спортсы итеп күрергә теләй. Бәләкәй сағынан футбол уйнарға өйрәтә башлауы ихтимал. Бала булдыра алмай икән, билдәле – тәнҡит һүҙҙәре яуа башлай. Әгәр атаһы һәр ваҡыт тәнҡитләй икән, хатта дуҫтарса булһа ла, бала уйындан кинәнес алыуҙан туҡтай, ул үҙен бер эшкә лә яраҡһыҙ тип уйлай башлай. Әгәр малай үҙ көсөнә ышана, шат күңелле икән, спорт күнекмәләрен яҡшы үҙләштерәсәк, яратасаҡ. Уның өсөн атаһының тәнҡитләүе менән төҙәтеүҙәренә ҡарағанда, хуплауы мөһимерәк. Уйнарға теләк малай тарафынан белдерелһә, футбол – яҡшы шөғөл.
 
Уландар ир енесле булып тыуған өсөн генә ысын ир рухлы булып китмәй. Ул үҙенә дуҫтарса мөнәсәбәттә булған оло (үҙенән ҙур) ир-атҡа оҡшарға тырышып, унан өлгө алып, үҙен ир итеп тоя һәм тота башлай. Үҙенә оҡшамаған кешенән бер ваҡытта ла үрнәк алмаясаҡ ул. Әгәр ата кеше балаһына ҡарата ҡуҙғыусан, түҙемһеҙ икән, малайҙар йәмғиәттә генә түгел, ә бүтән малайҙар һәм ир-ат араһында уңайһыҙлыҡ кисерә. Бындай малайҙар әсәһенә нығыраҡ тартыла һәм уның ҡыҙыҡһыныуҙарын, ҡылыҡ-фиғелдәрен үҙләштерә.
 
Шулай итеп, әгәр атай кеше улын ысын ир итеп тәрбиәләргә теләй икән, ул илағанда уға ябырылырға, әрләргә, “ҡыҙҙар уйыны”н уйнағанда оялтырға, тик спорт менән генә шөғөлләндерергә тейеш түгел.
 
Атай балаһын мыҫҡыллауҙан тыйылһын. Мыҫҡыллау – бәләкәстәр өсөн үтә көслө сара. Ул үҙен кәмһетелгән итеп тоя. Шәхесте мыҫҡыллау аша язалау бер ваҡытта ла тәрбиәүи маҡсатҡа, ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй.
 
Атай улы менән ваҡытын рәхәтләнеп, ҡәнәғәтлек кисереп уҙғарырға, ҡайһы саҡ икәү генә йөрөп килергә бурыслы. Үҙҙәренә генә ҡағылышлы, икеһе генә белгән серҙәре булыу мөһим.
 
 
 
Ҡыҙҙарға ла атай менән дуҫтарса мөнәсәбәт кәрәк
 
Малайҙарға атай үрнәк алыу миҫалы булараҡ талап ителһә, ҡыҙҙарҙың үҫешендә уның роле бүтәнсәрәк. Ҡыҙҙар атаһынан өлгө алмай, әммә уның хуплауы үҙ-үҙенә булған ышанысты арттыра. Бәләкәйерәк сағында күлдәгенең йә прическаһының һ.б. матурлығы, йә ҡулдан эшләнгән әйберҙәр маҡталһа, үҫә төшкәс, ҡыҙының фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу, унан кәңәш һорау ышанысты бермә-бер арттыра. Бөтөнләй ҙурайып, егет дуҫтары барлыҡҡа килә башлаһа, атай кеше, ҡыҙына тап килмәй тип уйлаһа ла, уларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға тейеш. Атаһын ысын ир иткән сифаттарҙы баһаларға өйрәнеп, ҡыҙ оло тормошҡа әҙерләнә. Дуҫлашасаҡ егеттәре, кейәүҙәге тормошо күп яҡлап уның атаһы менән бәләкәй саҡтағы мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләнә.

 

***

Иҫеңдә тот: иртәме-һуңмы улың һинең кәңәштәреңдән түгел, һиңә ҡарап үрнәк аласаҡ.
 

Билдәһеҙ автор.

***

 
Миңә ун дүрт йәш булғанда атайым шундай иҫәр ине, ә егерме берҙә ошо оло кешенең һуңғы ете йыл эсендә нисек аҡылланғанын күреп аптыраным.
 
 

***

 
Атайҙың аҡыллылығы – балалар өсөн иң яҡшы күрһәтмә.
 
 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: