+15 °С
Ясно


Ғафури районының Красноусол районының ауылында Йәрмиевтарҙың ғаиләһенә ҙур ҡыуаныс өҫтәп, дүртенсе балалары тыуған. Атай-әсәйҙәр - Дәмин менән Альбина улдарына Иҙел тип исем ҡушҡан. Уларҙың өлкән балалары гимназияла белем ала, уҡыу алдынғылары һәм гимназия активистары, ә өс йәшлек Аяз балалар баҡсаһына йөрөй, ул да туғанын түҙемһеҙлек менән көткән.
Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!
Был матур ваҡиға менән ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм бәпестең имен-һау, бәхетле булыуын, үҙегеҙгә сабыйҙы тигеҙлектә, бәхеттә-муллыҡта, матур итеп тәрбиәләп үҫтереүегеҙҙе теләйбеҙ. Ишле ғаиләнең бәхетле мәлдәре күп булһын!
Әлфиә Вәлиева.