

Башҡортстан егете Радмир Әбүталипов Түбәнге Новгород юғары хәрби-инженер команда училищеһында белем ала. Унда буласаҡ инженер ғәскәрҙәре офицерҙарын, шул иҫәптән пилотһыҙ системалар буйынса белгестәрҙе әҙерләйҙәр. Был хаҡта РФ Оборона министрлығында хәбәр иттеләр. Алғы һыҙыҡҡа киткәндә Радмир Әбүталиповҡа 20 йәш була. Хәҙер уға - 22. Әбүталипов һүҙҙәренсә, уның фронтҡа китеүен ғаиләһе хупламаған. Ләкин батыр егет үҙ һүҙендә ныҡ торған. Радмир хәрби бурысты үтәгәне, батырлығы өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Хәҙер яҡташыбыҙ Түбәнге Новгород юғары хәрби-инженер команда училищеһында буласаҡ инженер ғәскәрҙәре офицерҙарын, шул иҫәптән пилотһыҙ системалар буйынса белгестәр әҙерләй.