Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Homo sapiens дуҫтары
28 Октябрь 2019, 15:10

Ата бесәй, атайлыҡ хәстәре менән янған әтәс... Йәки мал аңынан да түбәнерәккә төшөп барабыҙмы?

Эт, бесәй менән бер тәрилкәнән ашарға, бергә ятып йоҡларға тура килмәне. Баштарынан ғына һыйпаһам да, атайым ҡат-ҡат ҡулдарҙы йыуҙырта ине. Башҡаларға ни эшләп ярай, беҙгә юҡ икән, тип уйлаған, үпкәләгән саҡтар ҙа булманы түгел, булды. Бер ҡыҙға быҙауҙан таҙ күсеп, сәстәрен ҡырғас, мал табибы булып эшләгән атайымдың ҡырыҫлыҡтан түгел, ә ябай ғына гигиена ҡағиҙәләренә өйрәтеп, беҙҙе ауырыу-сирҙәрҙән аралауына төшөндөм. Шулай ҙа ауылда мал, ҡош-ҡорт тотҡас, барыбер улар менән тығыҙ бәйләнеш көн әйләнәһенә дауам итә. Бер ғаилә ағзаһы кеүек бер-береңдең хатта холҡона ла күнеп, өйрәнеп бөтәһең. Беҙ уларҙы ҡарайбыҙ, тәрбиәләйбеҙ тиһәк тә, ҡайһы ваҡыт ҡылыҡтары менән үҙебеҙгә йыш һабаҡ та биреп ҡуялар. Ниндәйҙер кимәлдә тормош фәлсәфәһенә төшөнөргә лә этәргес була тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ.


Эт, бесәй менән бер тәрилкәнән ашарға, бергә ятып йоҡларға тура килмәне. Баштарынан ғына һыйпаһам да, атайым ҡат-ҡат ҡулдарҙы йыуҙырта ине. Башҡаларға ни эшләп ярай, беҙгә юҡ икән, тип уйлаған, үпкәләгән саҡтар ҙа булманы түгел, булды. Бер ҡыҙға быҙауҙан таҙ күсеп, сәстәрен ҡырғас, мал табибы булып эшләгән атайымдың ҡырыҫлыҡтан түгел, ә ябай ғына гигиена ҡағиҙәләренә өйрәтеп, беҙҙе ауырыу-сирҙәрҙән аралауына төшөндөм. Шулай ҙа ауылда мал, ҡош-ҡорт тотҡас, барыбер улар менән тығыҙ бәйләнеш көн әйләнәһенә дауам итә. Бер ғаилә ағзаһы кеүек бер-береңдең хатта холҡона ла күнеп, өйрәнеп бөтәһең. Беҙ уларҙы ҡарайбыҙ, тәрбиәләйбеҙ тиһәк тә, ҡайһы ваҡыт ҡылыҡтары менән үҙебеҙгә йыш һабаҡ та биреп ҡуялар. Ниндәйҙер кимәлдә тормош фәлсәфәһенә төшөнөргә лә этәргес була тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ.

Ата ялҡау

Ата ҡаҙ менән йыландан ҡурҡам. Йортобоҙ йылға янында ғына булғас, беҙҙең тирәлә был ике йән эйәһе йәйен йыш ҡунаҡ. Шуға ла инә ҡаҙы менән бер төркөм бәпкәләрен эйәрткән ата ҡаҙҙы алыҫтаныраҡ урап уҙырға тырышам. Ә икенсеһе ҡапыл, абайламаҫтан ғына килә лә сыға. Йыландың өйө юҡ, тиҙәр бит. Минең ҡурҡып ҡысҡырған тауышҡа зыян итеүҙән бигерәк яныма яҡынларға ла ҡурҡа ул. Үҙе ҡаса. Әммә эргә-тирәләгеләрҙе аяҡҡа баҫтырырға өлгөрәм барыбер. Күрәһең, йылан күреп, сәрелдәгәнем ауылдың икенсе осонда йәшәгән егетемә лә (хәҙер тормош иптәшем инде) йыш ишетелгән. Шуға ла: “Бесәй булған йортто йыландар урап уҙа ул”, – тип бәләкәс кенә бесәй балаһы бирҙе. Әсәйемдең иртәле-кисле йылы һыйыр һөтө менән генә һыйлауы килеште теге мыраубайға. Әкиәттәгесә, ай үҫәһен көн үҫте тиһәң дә шаштырыу булмаҫ. Тәүге хужаһының уйын да теүәл үтәне. Ул тере саҡта урамда йылан күреп, сарбайлап яр һалғаным булманы.
Үлеләрен генә йортҡа килтереп һалып ҡуя ине. Быны ул, моғайын, хеҙмәтен күрһәтеү өсөн эшләгәндер. Эшен тигәндән, үҙенең беҙҙең йортҡа ниндәй маҡсат менән килеп эләккәнен яҡшы белде ул. Йылан менән мине осраштырманы, әммә төп бурысын да үтәмәне. Бесәй кешегә нимә өсөн кәрәк? Эйе, дөрөҫ, сысҡан тотһон өсөн. Ә беҙҙеке ул ҡоротҡостарҙан йортто һаҡлау түгел, ҡайһы ваҡыт уларға тип һалынған махсус ағыулы емдәрҙе ашап аптыратты. Йә ағыуланған сысҡандар ней үлә, ней ҡаса алмай шаңҡып, беҙҙең янға килеп сыҡһалар ҙа, тыныс ҡына ҡарап тик ултырҙы. Уның ҡарауы ит менән ҡатын-ҡыҙҙы яратты...
Ауылда һуғым осоро етһә, һимереп китә торғайны. Шуға ике-өс көн юғалып тороуына ла күнеп бөттөк. Ә гүзәл заттар янында үҙенең бәҫен төшөрмәйенсә генә, эре һәм һәлмәк кенә баҫып йөрөр, ныҡ оҡшағандарының алдарына менеп иркәләнер ине. Ғөмүмән, үҙ дәрәжәһен ныҡ белде. Башҡа бесәйҙәр кеүек аяҡ аҫтында уралып та йонсотманы. Шулай ҙа сысҡан тотмағаны, ҡайһы саҡта иҙәндәге гөл төптәренә сәптереп киткәне өсөн әсәйемдән йыш ҡына әрләнеүен иҫәпкә алмағанда, ҡағылмай-һуғылмай, ҡәҙерләнеп кенә йәшәне. “Минең бишенсе үгәй балам бит ул, ата ялҡау”, – тип иркәләй-иркәләй ашата, атайым күрмәгәндә генә өйгә индереп, йоҡлатып сығара ине.
Ата ялҡау, әй, Ата бесәйҙе мыяубикәләр ҙә яратты. Үҙе лә уңға ла, һулға ла күп йөрөнө. Һулға йөрөнө тиеүемдең сәбәбе шунан, ул бер нисә тапҡыр инә бесәй алып ҡайтып, “йәшәп” ҡараны. Әммә, матурҙар уртаҡ була тигәндәй, “кәләше” өйҙә “донъя көтөп” ҡалғанда ла ситкә йөрөүенән туҡтаманы. Шунлыҡтан башҡа ата бесәйҙәр менән һуғышып, ҡанға туҙышып ҡайтҡан саҡтары күп булды. Үҙенә генә оҡшап торған һорғолт-йәшкелт йөнлө бесәй балалары ла әсәләренә эйәреп килеп китә торғандар ине. “Ана, уйнаштан тыуған балаларың алиментҡа бирергә килгәндәр”, – тип көлә инек ул саҡта. Эйе, типтереп, донъяның кәрәген биреп йәшәй белде ул беҙҙең Ата бесәй. Шул бәйһеҙлеге, гелән еңел табыш артынан йөрөүе башына етте лә инде. Ноябрь айы ине. Эйәге һелкенеп (ауыҙы ла йүнләп ябылмай дерелдәп тора), артҡы аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп йөрөгән, ҡоро тире лә һөйәккә ҡалған бесәйебеҙҙе танымай, был мәхлүк йән эйәһе ҡайҙан килеп сыҡты икән тип, аптырап торҙом. Һуңынан әсәйем бер нисә аҙна элек ҡайҙандыр ныҡ туҡмалып ҡайтыуы тураһында әйтте. Йә берәйһенең итен сәлдергәндә тотолған, йә ата бесәй менән сираттағы һуғышында үҙенең бесәйен яҡлашып, кемдәндер туҡмаҡ эләккән инде. Тамағына ла ашай алманы. Оҙаҡламай бөтөнләй юғалды. Яҡшы эт менән бесәй хужалары йәшәгән ерҙән ситкә китеп үлә, тиҙәр. Был да йән биргәндә беҙҙең йәлләгәнде күрмәҫ өсөн сығып киткәндер. Унан һуң бесәйҙән уңа алманыҡ. Дүрт йыл самаһы беҙҙә йәшәп, ғаилә ағзаһына әйләнеп бөткән Ата бесәйҙе алмаштырырҙайы табылманы. Әле һин ҡарт та түгел инең бит, елғыуарлығың, бәйһеҙлегең башыңа етте, их, Ата бесәй, тип, һаман да уны һағынып иҫкә төшөрөп алабыҙ.

Мал эйәһенә оҡшай

Ислам дине ҡанундарына ярашлы һәр беребеҙгә ҡорбанға һарыҡ салдырыуҙы атай-әсәйем күркәм бер ғәҙәт итеп алған. Бәрәс тыуыу менән билдәләп ҡуялар. Бер ҡустыма тип инселәнгән тәкә бүтәндәренән кирелеге менән хәтерҙә ҡалды. Уны үҙе теләмәһә, һарайҙан йә урамдан ҡыуып сығарып та, индереп тә булмай. Артҡы аяҡтарын саҡ ҡына бөкләп төкөргә, ҡаршылашырға әҙер генә тора. Етмәһә, үс һаҡлай һәм... уңайлы мәлде (сыбыҡһыҙ икәнеңде күреп) файҙаланып, һөҙөп тә китә. Шуға ла ҡош-ҡорттоң еменә йомолһа ла, мал өсөн тотонолмаған биҙрәнән һыу эсһә лә күҙ йомдоҡ. Кемдең тиктомолдан һөҙөлгөһө килһен? Ҡорбан булыр алдынан һимереп көрәйгәс, урамдан индерә алмаҫын аңлап, атайым бәйләп кенә тотто. Кемгә оҡшап шулай арҡыры тиһегеҙме? Инселәнгән хужаһына инде! Мал эйәһенә оҡшай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Уҫаллығы, яйы тура килгәндә элекке асыу-үпкәләре өсөн өлөш бирә белеүе менән дә тап үҙе. Ул да бәләкәйҙән ике-өс йәшкә оло ағаһына ыңғайына ғына яуап бирә алмай ҡалһа, һуңғараҡ, тегенеһе бәхәс-низағ тураһында онотоп бөтһә лә, уңайлы мәлен тура килтереп тамыҙып китә торғайны.

Атайлыҡ хәстәре менән янған әтәс...

Йәйен ауылға оҙаҡ ялдарға ҡайтып, өйҙә үҙеңә генә бер нисә көн донъя көтөргә тура килһә, инструктаж үтәһең башта. Ҡапҡаның элгесен элергә ярамай, быуаҙ һарыҡтар сығам йә инәм тип ҡыҫылыуы бар; тауыҡтарҙы төштән һуң ғына сығарырға, әтеү йомортҡаларын теләһә ҡайҙа һалалар һ.б. Һанай китһәң оҙон исемлек хасил була. Әйтелгәндәрҙе үтәргә тырышып, тәгәрмәстәге тейен шикелле тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән көн оҙонона аяҡ өҫтө тик йөрөйһөң шунан. Шулай бер ваҡыт, атайымдың иҫкәртмәләрен онотоп киткәнмен бит, әй. Тауыҡтарҙы сығарам тип һарай ишеген асҡанмын да, киренән шартлатып ябып та ҡуйғанмын. Оҙаҡламай ишек алдындағы кәртәгә бер тауыҡ менә лә ҡысҡыра, менә лә ҡысҡыра бит. Йәнем көйөп елпеткес менән ҡыуам, ҡысҡырып әрләп тә ҡарайым. Киҫәмәгәс, киҫәмәй инде. Тора-бара әтәсе лә килеп ҡушылды. Ҡытҡылдау, ҡысҡырыу, "һүгеү" диалогы көн оҙонона һуҙылды. Бәхәскә нөктә атайым ҡайтҡас ҡуйылды. Баҡһаң, һарай ишеген асҡанда йомортҡа баҫып ултырған тауыҡ ашарға тип сыҡҡан да, бикле булғас: “Йомортҡаларым һыуына, себешһеҙ ҡалам, ишекте ас”, – тип минең янға килгән икән. Аңламағас, “һөйләшеүгә” әтәсен дә саҡырған.
Иғтибарһыҙлығым өсөн ҡыҙарырға тура килһә лә (әйткәндәй, себештәр имен-һау сыҡты), тауыҡ менән әтәстең буласаҡ “балалары” өсөн борсолоуҙары һоҡландырҙы. Аңһыҙыраҡ кешене “тауыҡ баш”тан һалдырып әрләргә яратһаҡ та, сыҡмаған себештәрен ҡайғыртып дыу ҡуптарған был йорт ҡоштары үҙ ғәзиздәренән тыумаҫ элек үк ҡотолған, йә булмаһа балаларын яҡты донъяға килеү менән яҙмыш ҡосағына ташлаған “кәкүк” атай-әсәйҙәргә күркәм үрнәк өлгөһө булып тора түгелме ни?! Уларҙа әсәлек инстинкты ла көслө. Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән: мыштым ғына, ел иҫләһә лә ҡурҡышынан алан-йолан ҡаранған тауыҡ себештәре сыҡһа, нисек батырайып китә! Ауға сыҡҡан бесәй өҫтөнә һикерергә лә, йыртҡыс ҡоштоң үткер суҡышы менән алышҡа сығырға ла әҙер бит ул! Ә атайлыҡ хәстәре менән янған үрҙә һүрәтләнгән әтәс, бәпкәләре сыҡҡас, ҡанаттарын йәйеп шатлығынан талпынып бейегән ата ҡаҙҙар... Уларға ҡарап тауыҡ менән инә ҡаҙҙың түңәрәк “бәхетле” көсһөҙ заттар икәнлегенән көнләшеп тә китәһең.
Ғөмүмән, йорт хайуандарына ҡарап өлгө лә, һабаҡ та, тәрбиә лә алырлыҡ ваҡиғалар күп ул. Аҡтырнаҡ исемле этебеҙ булды. Бейек кәүҙәле, ялбыр йөнлө, аҡыллы был дүрт аяҡлы дуҫыбыҙҙың көсөктәре тыуыу менән алып бөтәләр ине. Ни сәбәптәндер бер ваҡыт берәүһе тороп ҡалды. Әсәһенең киреһе ине ул. Бәйҙә тороу, хужаңа буйһоноу, йорт һаҡлау уның вазифаларына бөтөнләй инмәне тиһәң дә була. Берәҙәк тормошто үҙ итеп ике-өс көнгә бер генә ҡайтып киткән саҡтары ла булды. Шул йүнһеҙлеге, Ата бесәйҙеке шикелле, башына етте лә. Яңы ғына көсөкләүенә ҡарамаҫтан, мөстәнләп йөрөгәнендә уны аҫып киттеләр. Үҙе лә нисәнселер ҡат әсәй булырға өлгөргән Аҡтырнаҡтың көсөктәрен сираттағыса был ваҡытта алып бөткән инеләр. Шуға яҡшы “өләсәй” булараҡ “ҡыҙ”ының да бәләкәстәрен үҙе имеҙеп, ҡарап үҫтерҙе. Был тарихты ишеткәндәр: “Китсәле, кинолағы кеүек бит!” – тип аптырайҙар ине. Эйе, кино төшөргәндә ҡулланылған, әҙәби әҫәргә алынған символик образ кеүек кенә шул Аҡтырнаҡтың был ҡылығы. Бындай күренештәрҙе – үҙ ҡаныңды ситкә типмәй бәпләп үҫтереүҙе ысынбарлыҡтан, үкенескә күрә, көндән-көн юғала барғанға сәйер яңылыҡ итеп ҡабул итәбеҙ инде. Шулай булмаһа, балалар йорттарының да яртыһы буш булыр, унда йәшәгән һәр баланың икенсеһе атай-әсәй наҙы күрмәһә лә, өләсәй-олатайҙар тәрбиәһендә үҫә алыр ине бит.
Билдәле булыуынса, эре малдарҙың игеҙәк быҙауҙары, ҡолондары һирәк тыуа. Әммә беҙгә бер йыл ике игеҙәк быҙауҙы ҡарап үҫтереү, уларҙың ҡылыҡтарына ҡарап һығымталар яһау бәхете тейҙе. Һөттөң күберәк, ҡуйыраҡ булыуын теләһәң, быҙауҙы бер нисә тапҡыр имтекләтә-имтекләтә һауырға кәрәклеген уңған хужабикәләр, һауынсылар күптән беләлер. Әсәйем дә шул маҡсатта һыйырға быҙауҙарҙың икеһен дә ҡушып алып һауа ине. Ниңә берәүһен генә ҡушмауын һорағас: “Бәй, еленде тыуыу менән бүлешеп алдылар бит улар!” – тип көлдө. Баҡһаң, үҙ нормаларын белеп, икешәрен генә имәләр икән. Тегенеһенекен көсләп имеҙәм тиһәң дә булмай, ти. Был осорҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә, уларҙың әбейҙәренә бушлай әйбер бирелгән саҡтың иң ҡыҙыу мәле ине. Һәм ни эшләптер, хөкүмәттән бушлай эләккән мөлкәт өсөн үҙ-ара талашып, хатта бер-береһенән урлар хәлгә төшкән бер туғандар күҙ алдыма килеп, тамағыма әсе төйөр тығылғандай булып китте. Беҙ мал аңынан да түбәнерәккә төшөп барабыҙмы ни, тигән уйҙан һуң яралған йәштәр ине улар.
Дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың беҙҙең һаулыҡҡа, күңел торошон ыңғай яҡҡа көйләүгә файҙаһы ла ҙур икәне билдәле. Был фәнни яҡтан да күптән иҫбатланған. Шулай уҡ улар аллергия ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү сәбәбе булалар, тип уйлағандар төптө яңылыша. Иҫләйһегеҙҙер, был замана ауырыуҙарының береһе менән яфаланыусылар таныштар араһында бөтөнләй тиерлек осрамай ине. Статистика ла шуны дәлилләй: һуңғы ун-егерме йыл эсендә сирлеләр һаны ныҡлап артҡан. Сәбәбе нимәлә тиһегеҙме? Баҡһаң, төрлө химик йыуыу-таҙартыу нәмәләрен йышыраҡ ҡулланған һайын аллергияға ҡаршы торорлоҡ иммунитет кәмей икән. Элегерәк сатлама һыуыҡтарҙа быҙау, һарыҡ, кәзә бәрәстәре өйҙә ҡуна, ә улар менән дуҫлашып бөткән бәләкәстәр иҙәндә рәхәтләнеп көнө буйы бергә уйнаһалар ҙа сүскереү-бышҡырыуҙың, күҙҙәренән, танауҙарынан һыу ағып йонсоуҙың нимә икәнен дә белмәйҙәр ине. Шуға ла медицина ныҡ үҫешкән, теге йәки был ауырыуҙың ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килеп сығыуын ныҡлап өйрәнгән илдәрҙә балаларҙы аллергик сирҙәрҙән алдан аралап ҡалыр өсөн фермаларға экскурсиялар ойошторола, ти. Тимәк, киләсәктә беҙҙә был “мода” артынан эйәрһәк, табиптарға һуҡмаҡтың һыуыныуына, фармацевтикаға түгелгән һумдарҙың кеҫәлә ҡалыуына өмөт бар. Ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен иҫтә тотҡанда, әлбиттә.