Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
18 Сентябрь 2022, 06:35

Бойомға ашҡан хыял

Әйткәндәй, бөгөн "Ватан" хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов юбилейын билдәләй. Ғәйнетдин Ғәзиз улы, Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы таҙалыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар

Бойомға ашҡан хыялБойомға ашҡан хыял
Бойомға ашҡан хыял

Әле мәктәпкә лә төшмәгән малай колхозда эшләгән атаһының көн-төн ҡырҙан ҡайтып инмәүен күреп үҫә. Улар уяныуға атаһы өйҙән сығып киткән булһа, бик һуң ғына ҡайтыуына уландары йәнә әүен баҙарында. Шул ваҡытта уҡ  ул  колхоз рәйесе менән атаһының нисек йәшәүен дә сағыштара. Атаһы кеүек бысранып та йөрөмәй, өҫ-башы һәр ваҡыт таҙа. Бөтә кеше йомош менән уға бара. Бөтә хөрмәт уға  күрһәтелә. Ана шундай хыялдар менән үҫкән Ғәйнетдин Мөхәмәтов, уҡып, юғары белем алғас, тыуған яғында  "Ватан" ауыл хужалығы кооперативын ойштора.

Әлбиттә, барыһы ла шым ғына бармай. Мәктәптән һуң егет ауыл хужалығы институтына юл тотһа ла, бәхет йылмаймай. Ауылда клуб мөдире булып та, колхозда ла эшләй. Һуңынан Мәскәү технология институтының  Өфөләге филиалында иҡтисадсы һөнәренә уҡый.

Бәләкәй саҡта уҡ үҙ аллы эшләргә хыялланған үҫмер маҡсатына тоғро ҡалып, үҙ эшен ойоштороуҙы маҡсат итә.  Тәүҙә атаһы ғүмер буйы  тир түккән "Золотой колос" колхозын үҙенә алып, шуның нигеҙендә фермер хужалығы ойошторорға теләй. Әммә бөтәһе лә һинең теләгеңде хуплап ҡына тормай шул, быға ҡаршы торғандар ҙа пәйҙа була. Һөҙөмтә лә егеттең был ниәте тормошҡа ашмай. Шулай ҙа Ғәйнетдин кәйефен төшөрмәй. Атаһының, үҙенең пай ерҙәрен туплап, 21 гектар майҙанда эшен башлай.

Ғәйнетдин Ғәзиз улы колхоздар хаҡында  үҙ ҡарашын белдерҙе.

- Беҙҙә колхоздарҙы тартып-һуҙып һаҡлап килеү хата булды, – ти ул. – Күршелә генә Ырмыбур өлкәһе. Ундағы  тормошто яҡшы беләм. Улар кеүек колхоздарҙы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ таратһаҡ, һәйбәтерәк булыр ине. Ул ваҡытта хужалыҡтарҙа бөтә нәмә бар ине. Техникалар яңы, малдар ишле, ҡуралар бөтөн. Уларҙы имен сағында эшлекле кешеләргә таратып бирһәк, бөгөн бындай уҡ ҡыйралышҡа барып етмәҫ инек. Шул мөлкәтте алған кешеләр барын үҫтереп, халыҡты эшле итер ине. Ә беҙҙә колхозды кем теләне, шул таланы. Тәүҙә малдар, техникалар ҡанатланды. Унан бына тигән фермалар емерелеп бөттө. Йыбанмағандар барыһын да ҡутарып, һүтеп алды.

Сер түгел – күп крәҫтиән хужалыҡтары бығаса эшләп килгән колхоздар нигеҙендә барлыҡҡа килеп, уларҙың техникалары, биналар менән көн күрә.  Йорт-ҡуралар ҙа элекке. Ә "Ватан"ды Ғәйнетдин Ғәзиз улына бөртөкләп йыйырға тура килә. Еңел машинаһын һатып, техникалар йүнләй. Бөтәһе өс мең гектар майҙан ере булған  "Ватан" хәҙер районда ғына түгел, республикала иң тотороҡло эшләгән предприятеларҙың береһе. Ғәйнетдин Ғәзиз улын таныйҙар, беләләр, иҫәпләшәләр. Өҙлөкһөҙ хеҙмәт, ныҡышмалылыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Бер "КамАЗ"дан башланған хужалыҡтың техник базаһы күптәргә өлгө булып тора. Предприятие үҫемлекселек, йылҡысылыҡ һәм иттән төрлө продукциялар етештереү йүнәлешен алған.

Бөгөн хужалыҡтың һәр тармағында эш гөрләй. Бер баҫыуҙа ашлыҡ йыйһалар, икенсеһендә киләһе йыл уңышын хәстәрләйҙә - арыш сәсәләр.

 

2014 йылда предприятие яңы төр эшмәкәрлек – элиталы орлоҡтар етештереүгә сертификат ала. Бөгөн улар көнбағыш, һоло, ҡара бойҙай арыш, ужым бойҙайы орлоҡтарын республика хужалыҡтары ғына түгел, Ырымбур өлкәһе эшсәндәре ҙур теләк менән һатып ала.

Шулай ҙа Ғәйнетдин Ғәзиз улының төп эшмәкәрлеге - халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсебе - йылҡыслыҡ. Бөгөн уның ҡураһында 600-ләгән йылҡы малы булһа, киләсәктә  бер башҡа  мең еткереүҙе  маҡсат иткән. Ҡасандыр бер нисә мал ҡураһы һатып алһа, бөгөн бында иркен, өр яңы ат һарайы, ангарҙар төҙөлгән. Ҡоймалар ныҡлы тимер материалдары менән урталып, буялып ҡуйылған. Тау-тау булып өйөлгән бесән төргәктәре мал аҙығын мул әҙерләнеүе хаҡында һөйләй.

- 1,250 тонна бесән, 2 мең тонна һалам тупланыҡ, шаҡтай һоло бар. Беҙҙең өсөн ҡыш ҡурыҡыныс түгел, - Ғәйнетдин Ғәзиз улы.

 

Үҙҙәре етештерә, үҙҙәре эшкәртә

Бөгөн күптәрҙән, ауыл хужалығында эшләү табышһыҙ, файҙаһы булмаған шөғөл, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Баҙарға сығыр өсөн дә тәүәккәллек, белем кәрәк. Берәүҙәр көс түгеп үҫтергән малын кемгә һатырға белмәй арзанға аралашсыларға тоттороп ебәрә. Икенселәр дәрте төшөп, ташлап ҡуя. Тап шуға ла республика етәкселеге  етештереүсе генә булыуҙан ҡотолоп, продукцияңды өҫтәлгә ултыртҡансы үҙеңә шөғөлләнеү кәрәклеген хаҡында йыш һүҙ күтәрә.Был йәһәттән Ғәйнетдин Ғәзиз улының тәжрибәһе күптәргә өлгө булырлыҡ, сөнки ул бер үк ваҡытта үҫемлекселек, малсылыҡ һәм уларҙы эшкәртеү менән дә шөғөлләнә. Ҡыҫҡаһы, ул етәкләгән ойошма кемдәргәлер әҙер сеймал, табыш сығанағы булып ҡына хеҙмәт итмәй. Үҙҙәре етештергәнде ҡулланыусыға бөгөндән өҫтәлгә ҡуйырлыҡ әҙер продукция итеп эшкәртеү йүнәлешенә юл тотҡан. Был йәһәттән дә эштең һуңғы һөҙөмтәһен күреү һәм тауарыңды ҡулланыусыға еткереү өҫтәмә табыш сығанағы булыуын яҡшы  аңлаған Ғәйнетдин Ғәзиз улы күптән хужалыҡта маҡсатлы эш алып бара. Бының өсөн 2002 йылда уҡ колбаса цехы һәм тирмән һатып алып, уны заманса итеп йыһазландырған. Әҙер аҙыҡ Күмертау ҡалаһындағы "Ватан" исемле магазиндарҙа һатыла. Шартына еткереп эшләнгән йылҡы һәм һыйыр малынан эшләгән колбаса, ҡаҙылыҡ, фаршты район халҡы ихлас һатып ала.

Колбаса цехында үҙ һөнәренең нескәлектәрен яҡшы белгән кешеләр эшләй. Мәҫәлән, цех начальнигы Фаил Батыршин  үҙе технолог вазифаһын  да башҡара. Ҡасандыр район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләгән уҙаманды етәксе маҡтап бөтә алмай. Альбина Кәримова, Гүзәл Аллаберҙина, Флүзә Моратова, Фәнүзә Баязитова, Маским Смагин һәр береһе цехта үҙ эшен белеп башҡара.

Бөгөн бында 33 төр продукция әҙерләнә. Көндә 200 - 300 килограмм продукция сауҙа кәштәләренә оҙатыла.  Бынан тыш, теләүселәргә төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Мәҫәлән, халыҡҡа үҙенең итен ыҫлап йәки колбаса әҙерләп бирәләр. Йәнә хужалыҡ кеҫәһенә өҫтәмә табыш килә. Киләсәктә  етәксе Өфөлә, Ырымбурҙа ла үҙҙәренең магазинын асыу хәстәре менән йәшәй.

"Эшселәрҙе хөрмәт итергә кәрәк"

- Күп урындарҙа етәкселәр эшсе ҡулдар етмәүгә зарлана. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек? - тип ҡыҙыҡһынам Ғәйнетдин Ғәзиз улынан.

- Эйе, бындай аһ-зарҙы миңә лә йыш ишетергә тура килә. Эш хаҡтары, шарттар менән  менән ҡыҙыҡһына башлаһам, шул асыҡлана - хеҙмәт хаҡы аҙ, булһа ла өҙөп-йолҡоп ҡына бирәләр. Ә хужа үҙенә бер нәмә лә йәлләмәй, затлы машинала елдерә, сит илдәрҙә йөрөй. Әлбиттә, бындай ойошмала кем бушҡа һеперелергә торһон. Һәр кем эш хаҡы тотороҡло, иртәгәһе көнө ышаныслы булыуын теләй. Нимә генә тимә, бөгөнгө заманда аҙым һайын аҡса кәрәк, ауырып китһәң дә, балаңды уҡытам тиһәң дә. Шуға  иң тәүҙә эшселәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Һәр кемдең ғаиләһе, балаһы, донъяһы бар.

Был йәһәттән "Ватан"да эшләүселәр үҙҙәрен бәхетле һанай. Хужалыҡта хеҙмәт хаҡы уртаса 20 мең тирәһе тәшкил итә. Бынан тыш, тулы социаль пакеттар ҡаралған. Түләүле отпуск бар, шифаханаларға бушлай юллама бирелә.

Донъя булғас, ауырып-һыҙлап та китәһең. Бындай хәлдәрҙә Ғәйнетдин Ғәзиз улы үҙе ярҙамға килә. Бөгөн поликлиникаларҙағы, дауаханаларҙағы мөнәсәбәт менән барыбыҙ ҙа осрашып торабыҙ. Һыу буйы сират, кәрәкле табибыңды көтөп хәлдән таяһың. Унан дауаханаға алырға ла көтөп кенә тормайҙар. Тап шуға ла хеҙмәткәрҙәрен дауаханға урынлаштырыуға ла ҙур тырышлыҡ һала етәксе.

Туйҙар, юбилейҙар үткәргәндә лә, яҡынын һуңғы юлға оҙатҡанда хәстәрлекле етәксе ярҙам ҡулын һуҙа. Бер ни ҡәҙәр бушлай һалам да, бесән дә бирәләр. Уларҙы ихаталарына уҡ илтеп ҡуялар.

Шуны әйтергә кәрәк, ойошмала Ырымбур өлкәһенән килеп эшләгәндәр ҙә бар. Улар өсөн матур дөйөм ятаҡ төҙөлгән.

 Тап шуға ла "Ватан"да эшләүселәр үҙҙәренең үҙ хәстәрлекле һәм яҡлаулы итеп тоя.

Архив. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас