Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Иҡтисад
12 Октябрь 2022, 04:25

Ҡыҙылъяр ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы асылды

Балалар тауышынан гөрләп торған парк, ысынлап та ла, киләсәк быуынға оло бүләк!

Ҡыҙылъяр ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы асылдыҠыҙылъяр ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы асылды
Ҡыҙылъяр ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы асылды

Нуриман районы Ҡыҙылъяр  ауылында 2022 йылда мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү планлаштырылғайны. Парк урынлашҡан микрорайонда йәш балалы ғаиләләр күпләп йәшәй. Шуға ла, беренсе сиратта, уларҙың ихтыяжына яуап бирерҙәй ял итеү урыны кәрәк ине. Тиҙ арала белгестәр паркты төҙөкләндереү концепцияһын тәҡдим итте. Ул спорт, уйын, балалар һәм ял зоналарын булдырыуҙы үҙ эсенә алды. 23 сентябрҙә ауыл халҡы паркты асыу тантанаһына  йыйылды. Спорт менән шөғөлләнеү, ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы парк һәр кем күңеленә хуш килде. Балалар тауышынан гөрләп торған парк, ысынлап та ла, киләсәк быуынға оло бүләк!

Бөгөн бында спорт һәм балалар майҙансыҡтары, волейбол-баскетбол уйындары өсөн айырым майҙансыҡ барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ мәҙәни саралар үткәреү, балаларға велосипедта, роликтарҙа саф һауала йөрөү өсөн дә урындар билдәләнгән.

Парк "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" проектының дөйөм дәүләт "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" төбәк проектына ярашлы барлыҡҡа килде. 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас