

Гөлсараны яҡшы уҡыусылар иҫәбендә йөрөтәләр ине. Улар класында төрлө йәштәге балалар уҡый ине, хатта ҙур ғына апай-ағайҙар ҙа бар. Ул ҙурҙарға Гөлсараны гел өлгө итеп ҡуялар. Ана бәләкәс кенә ҡыҙ ҡысҡырып, шыма итеп уҡый, таҙа яҙа. Ниндәй ҙурһығыҙ, ижекләп тә уҡый белмәйһегеҙ, тип уҡытыусы ҙурҙарҙы әрләгәне иҫтә ҡалған. Күп тә ыҙаламайынса ул ҙурҙарҙы ФЗО-ға ебәреп бөтөрҙөләр. Башланғыс класта яҡшы уҡыусыларға бүләктәр бирәләр. Яҡшыраҡ кейемдәрҙе лә һәйбәт уҡығандарға бирәләр ине. Уҡыуы насар, тәртипһеҙерәктәргә өҫтәлмә эш ҡушалар ине.
Пионер йәшенә етеү менән тантаналы ант бирҙереп, пионерға алдылар. Бик тиҙ матур итеп уҡый тип шиғыр ятларға бирә башланылар. Гөлсара уларҙы нисек өйрәтәләр шулай баҫым яһап, урын-еренә еткереп һөйләр ине һәм байрамдарҙа шиғыр менән концерттарҙа ҡатнаша башланы. Ташбулат балалар йортона Өфө, унан ары яҡтарҙан да балалар тулды. Шулар араһында Том исемле татар малайы бар ине. Уның Мөслимә исемле апайы булды. Том бик оҫта итеп ҡарт “Бабайҙар бейеүе”н башҡара торғайны. Уның шул бейеүен Гөлсара бер ҡарауҙа отоп алды һәм үҙ алдына бабайҙар эшләп, концерттарҙа бейей башланы. Ошо “Бабайҙар бейеүе” менән ҡыш айҙарының бер көнөндә толопҡа урап санала Аҫҡарға олимпиадаға алып барҙылар. Ҡыҙ балаларҙың сәстәрен дә алалар ине. Клубҡа барып ингәс бабайҙар кейемен кейеп, билбауҙы тағып сәхнәлә йөрөп ятҡанда, сәхнә шаршауын аса биреп ҡарап торғанда, залда халыҡ шығырым тулы, бик матур апайҙар күҙгә салынып ҡалған. Шаршау ябыҡ, ә Гөлсара уны ҡыҫып ҡына асып кешеләрҙе ҡарарға маташа, һәм, яңылыш сәхнәнең ситенә яҙа баҫып халыҡ ултырған яҡҡа ҡолап төшә лә (ул бейек кенә була), ҡысҡырып илап ебәрә. Билалов фамилиялы бер ағай (мәктәптәрҙе, балалар йорттарын тикшереп йөрөүсе) Гөлсараны күтәреп ал ла “Егет кеше иламай” тийеүгә, ҡатнашып йөрөүселәр араһынан берәү: “Ул егет түгел, ҡыҙ”, тип яуап бирә. - Ә ҡыҙ икән, егет булып кейенеп алған, бына молодец”, - тип маһайта биреп ҡуйҙы Билалов ағай. Шул мәлдәрҙән башлап балалар йорто исеменән ҡуйылған концерттарҙан, эстафета-смотрҙарҙан ҡалдырманылар. Башланғыс кластарҙа уҡығанда Гөлсара уҡытыусыһы Рауза Ситдиҡоваға ғашиҡ ине. Ҙурайғас кем булаһың тип һораһалар, уҡытыусы булам, тип яуап бирер ине.
Бер ваҡыт Баймаҡ артистары Ташбулат ауылына килделәр. Улар “Һаҡмар” (С. Мифтаховтың) драмаһын ҡуйҙылар һәм бер нисә номер концерт та күрһәттеләр. Балаларҙы көндөҙ стройға теҙеп алып барҙылар. Араларында Зөбәйеров тигән бар ине. Зөбәйеров етәкселәре ине булһа кәрәк. Артистар кейенеп-яһанып, декорация әҙерләгән арала Зөбәйеров шаршау алдына сыҡты. Хәрби кейемдә, балалар менән һөйләшеп алды. Ҙур булып үҫкәс һеҙҙең арананан да артистар сығыр, тырышып уҡырға, тәртипле булырға кәрәк, тип төрлө тормош ваҡиғаларын һөйләп алды. Күп тә үтмәне шаршау асылды, спектакль башланды. Зөбәйеров ағай үҙе Юлай, ә Айһылыу ролен Азаматова башҡарҙы. Ул мәлдәрҙә Ирназарова, Абезгильдина апайҙар, Хәмзә Курсаев кеүек күренекле артистар бик матур тәьҫир ҡалдырҙылар. Спектакль менән концерт бөтөүгә артистарҙың сығышының тәьҫиренән сыға алмай, клубтан ҡайтмай, иң аҙаҡҡа ҡалып, уларҙың ҡайтып киткәненә ҡайғырып, ҡасан Баймаҡ артистары килер икән, мин дә шулар менән китәм тип, илаулап йөрөй башланы Гөлсара. Һәм шул көндән башлап был артислыҡ һөнәре уға тынғылыҡ бирмәне. Һәр ҡараған спектаклдән күренеш, һәр киноның йөкмәткеһен отоп алып ҡайтып, артис булам тип йөрөгән балаларҙы йыйып, үҙ группаһында һәр ҡыҙға роль биреп, һүҙҙәре менән таныштырып, уны ятлатып, простыня, таҫтамал, кемдә ниндәй арыуыраҡ материал, шәл, яулыҡ, кейем-һалым, сепрәк табып, шуларҙы кейем итеп кейеп, воспитательницаның ҡайтып киткәнен генә көтөп, тәҙрәләрҙе ҡорғанлап, ишекте бикләп, башҡа балаларҙы ҡаратып ултыртып спектакль уйнап, концерттар ҡуйыу менән булыша ине. Улар йәшәгән группалағы 18-20 бала күсеп китмәле гөр килеп тора торғайны. Тиҙ арала Гөлсараны пионерҙарҙың звено вожагы итеп тәғәйенләнеләр. Унда ул пионерҙар менән төрлө хикәйәләр уҡып, концерт әҙерләп йөрөй башланы. Төрлө мәлдәр һәм хәлдәр килеп сыға торғайны. Закон балалар өсөн дә бик ҡаты (военная дисциплина кеүек). Иртәнге 7-лә подъем, зарядка, йыуынаһың, урын йыяһың. Столовый эргәһенә бер ҡалын һәм яңғырауыҡлы тимер элеп ҡуйылған. Бер мәртәбә яңғыраһа – 1-се группа, ике мәртәбә яңғыраһа – 2-се группа һәм шул тәртиптә ашарға йөрөү була. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа Гөлсаралар бәләкәй группа балаларына килтереп ашата торғайнылар. Балалар иҙәнгә түңәрәк яһап ултыралар, уртаға одеял түшәлә, алюмин сеүәтәләргә аш бүлеп һалалар. Икмәк иртәнсәк һәр балаға 100 г., төш 50 г., кис100 г. ҡара икмәк бүлеп һалына.
Шулай бер мәл ныҡ иҫтә ҡалды, тип һөйләй Гөлсара. Ҙурҙар бүлмәһенән бер нисә ҡыҙ бала столовыйға Ҡарабалыҡлы күленән һыу ташырға тейеш була. Бәләкәйҙәргә йөндән носки бәйләп кейҙерҙеләр. Группа старостаһы Аҫылбикә ҙур ҡыҙ, теге һыу ташыусыларҙың араһынан берәүһенең ҡулында бейәләйе булмағас, Гөлсаранан носкийын биреп тороуын һораны. Ул ҡаршылашып торманы, аяғынан систе лә бирҙе һәм носкиның кемгә бирелгәнен дә белмәне. Иҙәндә түңәрәк яһап ашарға ултырған мәлдә иптәштәре араһынан берәү тәрбиәсегә был хаҡта әйтеп, ошаҡлап өлгөрҙө. Һәм тәрбиәсе Сәриә апай ишектән килеп инде лә, бик ҡыҙып китеп аяғындағы быймаһы һәм өҫ кейемендә килеш балаларҙы ашаҡлап үтте лә Гөлсараның уң ҡулынан үҙенең уң ҡулы менән өҫкә күтәреп алды ла, ишеккә табан бырағытты. Был бәреүҙән ишек асылып китте һәм Гөлсара коридор уртаһына барып ятты. Ялан баш, ялан аяҡ, өҫтөндә ситса күлдәк кенә көйө. Ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙың бер көнө. Сәриә апай Гөлсараны илап торған була тип, елтерәтеп тышҡа сығарып, ҡар өҫтөнә баҫтырып ҡуйҙы. Группалағы бөтә балаларҙың ҡысҡырып илағаны ишетелә ине. Гөлсара илап нисә сәғәт тышта ҡар өҫтөндә баҫып торғандыр. Балалар йортона Теләш ауылынан Сәйфулла һәм Сәйфелмөлөк ағайҙар ат менән утын ташыйҙар ине. Шул көндө Сәйфулла ағаһы аты менән утын килтереп бушатып торғанда Гөлсараны күреп ҡалды ла, балалар йорто директорына китте. Директор менән ағайы килеп етеп ятаҡҡа индергәнсе, Гөлсараның илауҙан һене ҡатып, бер нәмә лә һиҙмәй ине. Балаларҙы шулай гел шатлыҡ ҡына түгел, бәләкәй генә хата ебәргән өсөн наказаниелар ҙа һағалай ине. Шаярып шәм кәрәсинен түгеү, йә зарядка ваҡытында һул аяҡ менән башлап баҫыу урынына уң аяҡ менән баҫыу, ҡулдарҙы дөрөҫ болғамау, дәфтәргә яңылыш ҡына ҡара тамыҙыу йә яҙған саҡта буш ара ҡалдырыу кеүек моменттар Сәриә апай тарафынан ҡаты наказание менән тамамлана ине. Яҙға ҡарай ул апайҙың балалар йортонан китеүе Гөлсаралар күңелендә шатлыҡ уятты. Ул үҙенең йәшел күлдәге, уҫал йөҙө менән Гөлсараның күҙ алдынан бик оҙаҡ китмәй йонсотто. Сәриә апайҙары киткәндән һуң уларҙың группаһына тәрбиәсе итеп Шәүрә исемле апайҙы ҡуйҙылар. Ул Әбйәлилме, Баймаҡмы районынан ине шикелле, фамилияһы ла иҫтә ҡалмаған.
Шәүрә апай бик һылыу, түңәрәк йөҙлө, сикәләре алһыуланып тора, түп-түңәрәк һоро күҙле. Уң битендә ҙурыраҡ ҡына миңе лә бар. Уртаса буйлы, бик мөләйем. Йылмайһа, туп-тулы түңәрәк ай кеүек йөҙҙәрен һиңә баға ла, һинең менән йомшаҡ ҡына итеп һөйләшә. Уның ҡысҡырған, әрләгән ваҡытын Гөлсараның бер ваҡытта ла ишеткәне булманы. Йырлауға, бейеүгә бик һәләте юҡ, әммә мандолинала яҡшы уйнай һәм бик һәйбәт тәрбиәсе. Сабыр холоҡло, ауыртүләк тиҙәр ундайҙар тураһында. Уның тәрбиәһендә һис бер ҡурҡыу белмәй иркен тын алып йәшәүҙәр хәтерҙә матур бер мәл булып ҡалды, ти Гөлсара йылмая биреп.
Һуғыш көндәренең икенсе бер мәле. Колхозсылар иртәнге ҡара таңдан тороп эшкә йүнәлә. Ҡатын-ҡыҙ ат егеп хужалыҡ эштәрен атҡара, йөк ташый, мал аҫтын ҡарай, тәрбиәләй, ҡырсылыҡта эшләй. Бөгөн уларға хеҙмәт хаҡын (трудодень) тараталар. 200 г. бойҙай үлсәп өләшеп торалар. Колхоз келәте (мөгәзәй) балалар йортоноң артында урынлашҡан, барыһы ла күренеп тора. Шул хеҙмәт көнлөгөн колхозсы ҡатын яулығының аҫҡы бер осона ғына төрөп алып, бер-ике көнгә аҙ ғына булһа ла тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ булды тип, бер аҙ шатлана биреп өйөнә ҡайтып инә. Бойҙай йә арышын бер бәләкәй сеүәтә төбөнә һалып торҙо ла, биҙрә көйәнтәһен алып, һыуға тип сығып китте. Бына ул һыу алып ҡайтып, тулы биҙрәләрен һикегә ҡуйып, усағына ут яғыр өсөн күмеп ҡуйған ҡуҙҙары һүнеп бөткәнлектән, күршеһенә ут алырға тип ҡуҙһалғысын тотоп сығып китте. Тиҙ арала күршеһенән ҡуҙ алып инеп, усағына һалып, кистән әҙерләгән сыраларын ҡуҙ өҫтөнә өйөп һалды ла, бер-ике өрөп ебәреүгә ут янып китте. Өйөлгән сыраға бер нисә утын ағасы өҫтәп һалды ла, ҡаҙанына биҙрәләге һыуҙан бер нисә сүмес һыу алып ҡойҙо. Ҡаҙандағы һыу эҫегәнсә малын ҡарап инергә сығып йүгерҙе. Ашау самалы булғанлыҡтан, арыҡланып ҡалан яңғыҙ һыйыр менән кәзәһенә һалам һалып өйөнә инеүенә ҡаҙанда парланып ултырған һыуҙы самауырын ҡағып ебәреп һыуҙы ҡойоп, усаҡта баҙлап ятҡан ҡуҙҙарҙың эреләрен һайлап самауырға һалды ла, ҡайнатырға соланға сығарып ҡуйҙы. Усаҡта ҡалған вағыраҡ күмерҙәр һүрелеп бөтмәҫ элек, көлөнә кире күмә һалды. Биҙрәлә ҡалған һыуын йылынып торһон өсөн ҡаҙанына ҡоя һалып, ябып ҡуйҙы. Самауыры ҡайнап сәй урынын әҙерләүгә, сатан ҡарты (ауылда уны “Колчак бабай” тип йөрөтәләр ине. Баҡтиһәң ул колчактар менән Граждандар һуғышында ҡатнашып, шул саҡтан бирле яралы йөрөгән, ауылда тороп ҡалған берҙән-бер бабайҙы колхоздың игендәр келәтенең ҡарауылсыһы икән) иртәнге сәйгә тип өйгә ҡайтып инде. Өҫ кейемен сисеп элеп, битен йыуып, урындыҡтың тәҙрә эргәһендәге иң түренән урын алып, сәйгә ултырҙы. Ҡыҙҙары Хәтирә батмус менән ашъяулыҡҡа ҡоршаулы бер-ике пар сынаяҡ, бер стакан, бер сеүәтә килтереп ултыртты. Зәлиә инәй кисә генә алып ҡайтҡан 200 г. бойҙайының яртыһын ҡурмас итеп ҡыҙҙырған да, шуны һәр кешенең алдына берәр ағас ҡалаҡ итеп бүлеп һалды ла, һәр сынаяҡ, стаканға яртышар ҡалаҡ һөт һалып, самауырҙан ҡайнар һыу ағыҙып һәр ҡайһыһының алдына ҡуйып сыҡҡас, Гөлсараны ла сәйгә ултырырға саҡырҙы. Гөлсара ла сәй эсергә ултырҙы, сөнки ҡаршылыҡ итеү һанға һуҡмау булыр ине.
Улар шул ғына ризыҡ менән тамаҡ ялғап, тағы ла ауыр хеҙмәттәрен дауам итергә әҙерләнделәр. Гөлсара уларҙы яҡын күреп, йыш барып йөрөй ине. Зәлиә инәй көндөҙ колхоз эшендә эшләһә, төнгә балалар йортона төнгө ҡарауылсы булып килә. Ул йәтим балаларҙы йәлләй һәм бик яҡын күрә. Күңел йылыһы менән балалар күңеленә асҡыс таба белә ине. Төндәрен балалар йортоноң тирә-яғын ҡарауыллап инә лә, бәләкәйҙәр ятағында уға ятып йөрөү өсөн урын да әҙерләп ҡуйылған. Шунда инеп ятҡылап ала, балалар менән һөйләшеп тә ала, тышҡа сығарып алып инә. Зәлиә инәй кеүек йомшаҡ күңелле, ипле һүҙлеләр балаларҙың әсәйҙәрен алмаштырып, иң яҡын кешеләренә әүерелә. Тура килгәндә ҡыҙ балалар берәмләп уларҙың өйҙәренә барып, ҡулдан килгәнсә ярҙам да итәләр ине. Ҡыҙҙары Хәтирә менән Гөлсара дуҫлашып алғандар. Хәтирә лә Гөлсаралар группаһында йыш була. Шыршы байрамдарында, концерттарҙа ла ҡатнаша ине.
Өйҙәренең эсендә бер нәмәлә лә юҡ тиһәң дә хата булмаҫ. Гәзитте төрлөсә һүрәттәр яһап киҫеп, тәҙрәләренә ҡорған итеп элгәндәр. Иҫкергән балаҫ урындыҡтың яртыһына ғына етә, бер-ике түшәк, ябынып ятыу өсөн Хәтирәнең бер ҡорама юрғаны, иҫке генә бер ҙур юрғанды атаһы менән әсәһе ябына. Ошондай ауыр тормошта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, улар бик дәртле, уйынсыл, йырсылар. Хәтирә оҫта ғына баҫып бейей, ул Гөлсаралар менән бергә уҡыны.
Ул замандың кешеләре бер ваҡытта ла тормош ауыр, ашарға, кейергә юҡ тип зарлана белмәйҙәр ине. Ауыр булған һайын һыр бирмәй, ғорур ҡалып көн күреү сараһын йүнләп, эҙләп таба белә ине. Һәр табышы өсөн, ул ҙурмы-бәләкәйме, шуға шатлана, шөкөр итә һәм башҡа кешеләр менән уртаҡ бүлешә белә ине. Һыйыры быҙаулаһа – күршеләре менән һөтөн бүлешә, мунса яҡһа, мунсаһыҙҙар менән уртаҡлаша, мунсаһына саҡыра. Уларҙағы күңел киңлеге, изгелеклек диңгеҙ тәрәнлеге шикелле тәрән һәм самаһыҙ киң ине. Хәҙергеләрҙең ҡайһы берҙәренә хас булған көнсөллөк, бер-береңде күрә алмау тигән ғәҙәттәрҙең әҫәре лә юҡ. Бары тик көсһөҙҙәргә ярҙам итеү, белемле итеү, һәләтен үҫтереүгә көсөн, белемен, дәртен йүнәлтеү ине.
Балалар йорто Гөлсараға тыуған йортон алмаштырғандай булды. Ул хәҙер 5-се класс уҡыусыһы. Төрлө фәндән төрлө уҡытыусылар уҡыта. Рус теленән Теләш аулында тыуып-үҫеп, һуғышта ҡатнашып, Ташбулат ауылында башланғыс синыфтарҙы уҡытыусы Мәзүнә апай менән йәшәгән Нәбиуллин Нәҡип Йосоп улы уҡыта, география, ботаниканан Ташбулат ауылы егете Нурғәлин Зиннур ағайҙың ҡатыны Ғәптиә апай, тарихтан мәктәп директоры Усманов Ғәзинур ағай, физика, математиканан Салауат ауылы егете Ишмырҙа Хәйернур улы ине. Аҙаҡтан медицина институтына уҡырға китте. Немец теленән уҡытҡан уҡытыусының исем-фамилияһы иҫтә ҡалмаған.
Балалар йортонда 1950 йылдан башлап хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Һәйбәт кенә ашата башланылар, ябыҡтарға өҫтәлмә ашау ойошторҙолар. Бер сеүәтә ойотҡанға бер аш ҡалағы шәкәр һалып бирәләр ине. Гөлсара ла унда йөрөп туҡланып, түп-түңәрәк, йоморо ҡыҙыҡай булып китте. Бер көндө Фәйрүзә апайы Ташбулат ауылындағы больницаға килгән ине. Хисаметдин еҙнәй һуғышта үлеп ҡалыу сәбәпле, ул хәҙер Алсынбай (Әүмеш тип тә йөрөтәләр) ауылынан Ғарипов Зарифҡа тормошҡа сығып, уның менән йәшәйҙәр ине. Алсынбай ауылы Ташбулатҡа 4-5 саҡырым тирәһе. Гөлсараға әйҙә ҡайтайыҡ, тип өндәште, ә ул, юҡ ҡайтмайым, бында һәйбәт тип яуап бирҙе. Балалар йорто ысындан да бик яҡшы, үҙтөйәккә әүерелде. Урта майҙансыҡта оло бағана ултыртып әүһәләк эшләп ҡуйҙылар, балалар гөр килеп әүһәләк эйҙеләр. Ҡыҙылдар-аҡтар, Һуҡматуп, арҡан тартыш, йүгереү ярыштары, оҙонлоҡҡа, бейеклеккә һикереү, иртән торғас балалар йорто майҙанында күмәкләшеп зарядка яһау, һыу инеү, кистәрен милли уйындар ойошторола ине. Киске уйындарға Әйүпов Буранбай ағай килеп мандолина уйнап, Ғайсин Мөждәбә ағай гармунда, хатта Алсынбай ауылынан Иркәбай ағай оҫта итеп гармунда уйнап бейетеп, йырлатып ҡайтып китәләр ине. Гөлсаралар группаһындағыларҙы хәҙер ҙурыраҡтар группаһы тип йөрөтәләр, төрлө эш ҡушалар ине. Балалар йорто биләмәһен таҙалау, йәшелсә үҫтереү, балалар йорто һыйырҙарына бесән йыйыу, ятаҡта дежурит итеү, үҙ керҙәрен үҙҙәре йыуыу, столовыйҙа дежурить иткәндә Ҡарабалыҡлы күленән биш-алты көйәнтә һыу ташыу, аш бешереүселәргә ярҙам итеү, һауыт-һаба таратыу. 6-7-се кластарҙа уҡығанда колхоз эштәренә лә йөрөтәләр ине. Үләнде станцияһына йәйәүләп барып утап, ҡараңғы төшөүгә генә ҡайталар. Калибровка совхозына машинаға тейәлеп барып, аҙналар буйы шундағы барактарҙа ятып, көнбағыш, борсаҡ йыялар, көҙҙәрен ағас ултыртыуға ла алып китәләр ине.
Бер ваҡыт Гөлсараның аяғына ҙурҙан ике-өс күпертке сығып, атлай алмай һыҙлана ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ай-вайына ҡарамай, йәйәүләп Үләнде станцияһына башҡалар менән бергә иген утап йөрөп ҡайтты. Ошолай талапсан булды ул осор тәрбиәселәре. Йәйҙәрен балалар йорто өсөн еләк, сейә нормаларын йыйып тапшырыуҙар ойошторола ине. Байрамдарҙа шул емештәрҙән пирожки бешереп ашаталар ине. Балалар өсөн төрлө түңәрәктәр эшләп торҙо: бейеү, йыр, шиғыр һөйләргә өйрәнеү, сигергә, тегергә өйрәнеү һ.б.
Киноларға, спектаклдәргә алып баралар ине. Пионер йәшендәгеләргә күпләп китап уҡыу, һәр уҡыған китаптың йөкмәткеһен һөйләтеп ҡараталар ине. Һуғыш тураһындағы фильмдарҙан: “Молодая гвардия”, “Они защищали Родину”, “Салават Юлаев”, “Чапаев”, “Катовский”, “Коммунист”, “Как закалялась сталь”, “Лиза Чайкина”, “Зоя и Шура” фильмдарын ҡарап, “Овод” тигән китапты уҡып фекер алышып, төрлө сборҙар ҙа шундай итеп уҙғарыла ине.
Бер ваҡыт Баймаҡ артистары “Йәш гвардия” спектакле килтереп ҡуйҙылар. Был спектаклде ҡарау өсөн балалар йорто тәрбиәләнеүселәре көндөҙ барҙылар. Шул спектаклде ҡарағандан һуң бер-ике көн үтеүгә, Гөлсара группалағы ҡыҙҙарға ролдәр бүлеп биреп, үҙе Любовь Шевцова ролен алып, әҙерләнеп, ҡышҡы йылы көндәрҙең береһендә тауға үрмәләп менеп, разведчиктар булып ҡарҙа шыуышып йөрөп, үҙҙәренсә спектакль уйнанылар. Шул фәһемле китаптар, кинофильмдар, спектаклдәр балаларға героико-патриотик тәрбиә алыуға ярҙам итә ине. Гөлсара күп китап уҡый, үҙенең уҡығандарын башҡаларға һөйләй, кисерештәре менән уртаҡлаша.
Шул мәлдәрҙә хеҙмәт һөйөүсе ир-егеттәргә ихтирам, хатта яратыу тойғоһо барлыҡҡа килеүен йәшермәй әйтеп ҡуя ине. “Минең тормош иптәшем ошондай хеҙмәт кешеһе буласаҡ!” тип ҡуя. Гөлсара яңғыҙыраҡ йөрөргә лә ярата ине. Үҙ алдына һөйләнеп, тауға сығып ағастар менән һөйләшеп йөрөгән саҡтары ла була ине. Яңғыҙы йәйәүләп алыҫыраҡ йөрөп килгеләй. Хатта 6-сы класта уҡығанда, минең өс ҡыҙым буласаҡ, исемдәрен дә уйланым, тип ҡуя торғайны. Бик шаян булды Гөлсара. Нимә булһа ла тиҙ генә отоп ала һәм шуны группалағы бүтән ҡыҙҙарға тәҡдим итә. Мин агитбригадаға Бибинур Көмөшҡулованы, Фәтиханы, тағы бер-ике ҡыҙҙы эйәртеп, ниҙер өйрәтеп, үҙе сыбыҡтан ат яһап шуға атланып алып, теге ҡыҙҙарҙы артынан теҙеп, “Но!” тип, бер ауылдан икенсе ауылға концерт, йә агитбригада тип балалар йорто территорияһы буйлап сабып килеп үҙ группаларының һикәлтәһенә туҡталып, шунда концерт ҡуя башлайҙар ине.
Аҫҡарҙан Коммунар исемле апайҙың бригадаһының сығышын ҡарап, күп кенә нәмәләрен отоп алып (Мәҫәлән: Шәрифә ялҡау:
- Ҡайҙа әле барайым әле, бригадирҙы табайым әле, йәнен алырмын, әгәр әйткәнде белмәһә, тағын-тағын-тағын эштән ҡалырмын).
Бригадир:
- Нишләп йөрөйһөң Шәрифә? Мин һине эҙләп йөрөйөм иртәнән бирле. Ун көн эшкә сыҡмайынса бригадирҙан ҡасып-боҫоп йөрөйһөң инде. Кем эшләмәй, шул ашамай, тигәнде ишеттеңме һин? Ул кемдең һүҙе?
Шәрифә:
- Шәрифә ялҡау тигәс тә, әллә шуны ла белмәҫкә, Лениндың һүҙе. – Быларҙан һуң мин аңланым, ялҡаулыҡтың ни икәнен. Һис артта ҡалмам. Колхоздарҙа тырышып эшләп, бер көн эштән ҡалмайынса ударник булам!
Бергә: Был һүҙҙәрҙе кем колхозсы, кем ударсы, кемдәр ялҡау шуларға әйтәбеҙ. Киләсәктә коммунизм төҙөү өсөн, бергәләшеп алға, әйҙәгеҙ!
Һәм тағы бер нисә интермедия уйлап сығарып, уларын да ҡыҙыҡ итеп уйнап, башҡаларға өйрәтеп, группа ҡыҙҙарына ҡуйырҙар ине. Үҙе егет йә бабай булып бейеп, шиғыр һөйләр ине.
Артистка булырға хыялланды Гөлсара. Белорет ҡалаһындағы балалар йортона йәйгеһен эстафета тапшырырға һөнәрле, яҡшы уҡыусы егермеләп бала, тәрбиәсе һәм пионервожатый юлланды. Юлда ашарлыҡ аҙыҡ-түлек, бешереү өсөн һауыт-һаба алдылар.
Йәйәүләп ауылдар аша Балапан, Нияҙғол ауылдарында туҡталып, шул ауыл халҡына концерт ҡуйып барҙылар. Концерттан һуң милли уйындар ҙа уйнанылар. Йыйылған халыҡ: “Был Гөлсара айырылып тора, бик авторитетлы булыр, моғайын артистка булыр”, - тип һөйләшеп ултырырҙар ине. Ә Ташбулат ауылы халҡы Гөлсараны артистка тип йөрөттө. Уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә бик яҡын күреп яраталар ине. Группа ҡыҙҙары дәрес әҙерләргә ултырып бөткәс, тәрбиәселәре Тәнзилә, Гөлсараны йырлатып ала торған булды һәм аҙаҡтан был ҡыҙ ябай ғына артистка булмаҫ, бик күренекле артистка булыр тип һығымта яһап ҡуйыр ине. Бабай булып бейеп йөрөгәне өсөн уны малайҙар “старик” тип үсекләйҙәр ине. 6-7-се синыфтарға барып етеүгә уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә үҙгәреп кенә торҙолар. Физика, математика дәресенән оло йәштәге Кәбиров фамилиялы уҡытыусы уҡытты. Ул Өфө яғынан ине. Балалар йортонда пионервожатый булып эшләүсе Кутушева Рәшиҙә апайға өйләнде. Рәшиҙә апай ҙа Өфө яғыныҡы ине. Ул филармонияла йырсы булып эшләгән. Бик матур йырлай ине. Гөлсараның артистка булам тип йөрөгәнен белеп ҡалғас: “Балаҡай, ул һөнәр бик ауыр, һәр ваҡыт юлда булырға тура килә, ғаилә мәсьәләһендә лә яңғыҙ ҡалыуҙы талап итә. Артистар араһында көнсөлдәр бик күп. Мин сәхнәнән йырлап сыҡҡансы матур күлдәктәремде лезвия менән телгеләп ҡуйған саҡтар ҙа йыш була ине. Араларында ғәйбәт таратыусылар ҙа осрай. Һин йәтим бала, ундай хәлдәрҙе күтәрә алмаҫһың. Һин бик нескә тойғоло бала. Йәлләйем”, - тип әйтә торғайны. Һәм Гөлсара балалар йортонан китер саҡта куклалары менән төшкән фотоһын бүләк итте. Ул әле лә Гөлсараның альбомында бер ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Ташбулат балалар йортона Өфө яҡтарынан Рәйсә, Тәнзилә, Рәйлә, Зифа исемле тәрбиәсе апайҙар килделәр.
Шулай бер ваҡыт Мостай Кәрим менән осрашыу линейкаһы уҙғарҙылар. Ул үҙенең “Үлмәҫбай” поэмаһын ятҡа һөйләне. Матур, йәш ине әле ул саҡта. Һуғышта булған ҡайһы бер эпизодтары менән дә таныштырҙы ул.
Балалар йорто директоры Ризай Лоҡманов дәүерендә балаларҙы тәрбиәләү эше бик күңелле һәм әүҙем барҙы. Ул һуғышта ла ҡатнашҡан, бер аҙ аҡһап атлай ине. Тормош иптәшенең исеме Асия, иң оло улдары Үзбәк исемле ине. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Бик ҙур шәхес, күренекле фән эшмәкәре. Нәғимә, Зилә, Мөсәлимә, Ғайсиндар Ғәле - Мөждәбә, Дүңгәүер кеүек күренекле хеҙмәткәрҙәр, эшселәр, төрлө һөнәр эйәләре тәрбиәләп сығарҙы Ташбулат балалар йорто тәрбиәселәре. Тәртип, уҡыуҙа өлгәш, ҡул эштәре, спорт, үҙешмәкәр түңәрәктәр эштәренең кимәле буйынса Ташбулат балалар йорто республикала икенсе урынды алып торҙо ул мәлдәрҙә. Ташбулатта ете йыллыҡ мәктәп кенә булыу сәбәпле, Гөлсара артистка булырға теләүе арҡаһында, Рәйсә исемле тәрбиәсеһе етәкселегендә Өфөгә юлландылар.
Шулай итеп, Йомороғор тауы сейәләрен йыйып, Магнитҡа китә торған оло юл өҫтөндә ятҡан Өйрәкле тауҙары, Айыуһаҙы юлдары буйлап еләкә йөрөп, тау-яландарында хыялланып, шаярып-уйнаҡлап, һыуҙарында кинәнеп йөҙгән Ҡарабалыҡлы күле, төрлө һынға инеп, күгәүендәр кеүек геү килеп оса-ҡуна йөрөп үҫкән балалар йорто ошо мәлдәрҙән Гөлсараның бала һәм үҫмер саҡтары хәтирәләре булып, мәңге юйылмаҫ һәм иң ҡәҙерле үҫмер йылдары күңеленә берсә моңһоу, берсә бик күңелле уҙған балалыҡ дәүеренә шатланып та, болоҡһоп та, уй-кисерештәргә бирелеп, һуңынан ошондай шиғыр яҙып ҡуйҙы ул:
Балалыҡ һәм йәшлеккә ҡайтыу
Әбйәлилем... Әбйәлилем....
Минең ҡәҙерле илем.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем
Эстем һыуың, алдым һутың
Һуланым иркен һауаң
Тәпәй баҫып, ҡолай, ҡолай
Һиндә тәүге телем астым
Өндәштем әсәй, атай!
Ҡәҙерле тыуған ауылым Теләш
Булғанмын тулы бәхетле
Һиндә барлығы өс йәш.
Атай, әсәй, өләсәй, ағай
Апайҙарға сорналып.
Һис бер уйһыҙ, моңһоҙ
Бала булып йәшәгәнмен
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле
Иркәләрҙән-иркә
Бер ҡыҙ бала булып.
Тәүге ҡайғы – атай үлеме...
Өс йәш тулғас,
Тыуған ауылымды
Ташлап күсеп киткәнбеҙ
Дүртенсе йәш киткәс...
Биш-алты йәшкә еткәнсе
Әсәй тип уралып үҫһәм,
Ә алтыла инде ҡалдым
Үкһеҙ йәтим булып
Әсәйем үлгәс.
Алты йәшем тулыуға
Ташбулатта детдом асылғас,
Ун алтыға ҡәҙәр
Шунда тәрбиә алдым
Хоҙай ҡушҡас!
Ул йылдарҙа, 1953 йылда, Өфөләге сәнғәт училищеһы ябылыу сәбәпле, тәрбиәсе Рәйсә апай Стәрлеләге Ләнин исемендәге мәктәпкә урынлаштырҙы һәм, бер-бер кейәүгә сығып ҡуйма, ҡара уны, тип ныҡлап киҫәтеп әйтеп ҡалдырҙы. Был кәңәш Гөлсараның ҡолаҡ төбөнә ныҡ инеп ятты. Гөлсара ҡыҙ бала булараҡ, һәр саҡ шулай ир-егеттәрҙән шикләнеп үҫте. Тәрбиәсе апайҙар ҙа был хаҡта күп иҫкәртәләр ине. Ир-егеттәрҙең ҡыҙҙарҙы көсләүҙәре хаҡында ул осорҙа күп хәбәрҙәр булғылай ине. Ҡайҙа йөрөһә лә бик һаҡ ҡына, һәр ваҡыт иптәш менән йөрөргә, ир-ат араһында яңғыҙ ҡалмаҫҡа, йылмайып һүҙ ҡушһалар, тупаҫыраҡ яуап әҙерләргә, ебеп өтшмәҫкә, ҡараңғыға ҡалмаҫҡа тигән кәңәштәрҙе һәр ваҡыт иҫендә тотоп йәшәне. Унан һуң көс яғынан мөсһөҙ булмаҫҡа, һәр ваҡыт күнекмәләр яһау кеүек төшөнсәләрҙе иҫендә тоторға тырыша ине.
Ленин исемендәге мәктәптең 8-се синыфында уҡыған осорҙа бөтә фәндәр ҙә рус телендә алып барыла ине. Тәрбиә үтә ҡаты. Уҡырға барһың, дәрес әҙерләйһең, иртәгәһен тағы мәктәп. Бик йыш собраниелар үткәрәләр, бәләкәй генә сәбәпте лә оло мәсьәләгә әйләндереп тикшерәләр, яуапҡа тарттыралар. Профсоюз, комсомол йыйылыштары йыш уҙғарыла, 1954 йылда был мәктәп интернатҡа әйләндерелә һәм 9-сыға бара торғандарҙы ремесленныйға урынлаштырырға булдылар. Гөлсараның документтары ла шул училищеға барып ятты. Гөлсара бик бошондо. Мәҙәниәт-ағартыу мәктәбенән уҡыусыларҙы бейергә өйрәтеүгә килеп йөрөүсе Бикә Биктимеровна был хәлде белгәс, Гөлсараны үҙе эшләп йөрөгән мәктәпкә уҡырға саҡырҙы. Ә тәрбиәсеһе Софья Никифоровна Гөлсараны медицина учлищеһына барырға өндәне. Медучилищела минең бик яҡын танышым уҡыта, шунда урынлаштырам. Миндә ятып уҡырһың, ә мәҙәниәт мәктәбен бөткәс, һыуыҡ, тәҙрәләре ярыҡ, скамейкалары емерек клубтарҙа эшләп йөрөрһөңмө? Ә медучилищены бөткәс, йылы больницала, аҡ халат кейеп эшләрһең тине. Ләкин Гөлсара документтарын ремесленный училищеһынан барып алып, мәҙәниәт мәктәбенә алып барып бирҙе. Һынауҙарын уңышлы тапшырып, мәҙәниәт мәктәбенә уҡырға инде. Мәҙәниәт мәктәбе ҡаланың Ленин урамында ине. Ул Гөлсараға бик яҡын һәм үҙенә тартып торған бер йорт булды. Дөйөм ятағы булмау сәбәпле, квартираға урынлашты, ай һайын стипендияһының 50 һумын түләп йәшәне. Уҡыу йортон бик яҡын күреп, тиҙ арала яратып өллгөрҙө ул. Унда бирелгән һәр дәрес бик аңлайышлы, рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыла ине. Театр һәм режиссура дәрестәре уға айырыуса оҡшай ине. Ул дәрестәрҙе Учалыла тыуып-үҫкән, Өфө сәнғәт уҡыу йортон бөтөрөп, ситтән тороп БГПИ-ла уҡып йөрөүсе Вәлиева Римма Шагивалиевна алып бара ине. “Основа сов. искусства” тигән фәндән халыҡ артисы Яҡупов алып бара, Клубоведение тигән фәндән Эткин фамилиялы уҡытыусы бик йәнле итеп уҡыта ине. Уны бөтә студенттар ҙа бик яратты. Башҡорт теле һәм фольклористика тигән фәндән Валеева Магия Хакимовна, ИЗО тигән дәрес тә уҡытыла ине. Массовые игры, сцен. речи дәрестәрен Мәскәүҙә уҡып бөтөргән йәш егет алып бара. Музыковедение тигән дәрес тә инә ине. Тарих фәнен уҡыу йорто директоры Гимаев алып барҙы, рус теле һәм литератураны Ираида Ивановна, аҙаҡ Фаина Ивановна алып барҙы. Бальные танцы дәрестәре бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле үтә ине. Башҡорт бейеүҙәре буйынса Яҡупова Бикә Биктимер ҡыҙы өйрәтә ине. Күмәк бейеүҙәрҙән “Гөлнәзирә”, “Зарифа”ларҙы ҡуйҙы, Гөлсараны һәр ваҡыт солистка итә ине. Башҡорт ҡыҙҙарының лирик бейеүен Гөлсараға Бикә Биктимер ҡыҙы һалды, унан курсташ Ғәлимов менән икеһен “Һунарҙа” тигән парлы бейеү ҡуйҙы.
Гөлсара театр-режиссура дәресендә лә башҡа курсташтарынан айырылып торҙо. Уның был һәләтен күреп, Римма Шагивалиевна поэмаларҙан өҙөк, шиғырҙар ятларға бирә ине.
Һынауҙарҙы ла “4”, “5” билдәләренә бирә торғас, уны был мәктәптә танып алдылар һәм фотоһүрәтен “Почет таҡтаһы”на элеп ҡуйҙылар. Беренсе курсты тамамлағас, Стәрлетамаҡ зерносовхозына эшкә ебәрҙеләр. Йәйге стипендияһы йыйылып торҙо һәм шул йыйылған стипендияға пальто алып кейҙе. Аяғында быйма йә йылы аяҡ кейеме булмағанлыҡтан, резиновый итек кейеп ҡыш сығырға тура килде. Көҙгө пальто, резина итек кейеп йөрөй торғас һыуыҡ тейҙереп, Гөлсара бик ҡаты йүткереп ауырып китте. Квартира хужаһы иртә тороп тире эшкәртеү заводына эшкә китә, ә малайҙарын иртәнге һигеҙҙә балалар баҡсаһына йөрөтәләр. Балалар менән иремә йоҡларға бирмәйһең тип, квартира хужабикәһе өйөнән сығарып ебәрҙе. Шунан һуң Стәрле буйлап йөрөп эҙләп, Маруся исемле ҡатынға квартираға урынлашты Гөлсара. Маруся апай столовыйҙа ашнаҡсы булып эшләй, Эдик исемле төҫкә-башҡа сибәр генә улы менән йәшәй.
Тире эшкәртеү заводы эшселәре һәм мәҙәниәт-ағартыу мәктәбе хеҙмәткәрҙәре өсөн бер ларек бар ине. Шул ларекта ваҡ-төйәк ризыҡ та һатыла. Ларекка көн дә ат арбаһы менән күк төҫтәге таҡтанан эшләнгән будка менән биш-ылты йөҙ тирәһе икмәк килтерәләр. Ә икмәккә сират бик ҙур. Ҡайһы берәүҙәр баш өҫтөнән сиратһыҙ ҙа ала. Ҡаты һыуыҡтарҙа сиратта тороп та, күп осраҡта икмәкһеҙ ҡалырға тура килә. Икмәкте сәғәт 10-12-ләр тирәһендә килтерәләр. Сиратта тороп та икмәкһеҙ ҡалған осраҡта, Гөлсара резина итектәрен парта аҫтына сисә һалып ташлап, туңған аяҡтарын бөкләп осаһы аҫтына һалып, партаһына тубыҡланып ултырып, ике ҡулын сәс араларына индереп ыуып йылытып, ике күҙенән сорҙап йәштәре ағып ултырыр ине. Был икмәк етмәгәнлектән түгел, ә бушҡа тороп, дәрестәре ҡалыуҙан шулай илар ине. Бөтә курсҡа бер китап. Әҙерләнеүгә мөмкинлек булмағанлыҡтан, Гөлсара курсташ ҡыҙҙарына китап һорарға барҙы. Бер квартирҙа дүрт ҡыҙ йәшәйҙәр ине. Тоҡлап он, ярма, йәшелсә, өйрәк, ҡаҙ иттәре күренә, ә үҙҙәре итле аш ашап ултыралар ине. Әйҙә ултыр, тип береһе лә өндәшмәне. Гөлсара бик ас ине, хатта ашағыһы килеүҙән башы әйләнде. Китапты алып, үҙ квартирына ҡайтып, күп итеп картуф ҡыҙҙырып, тамағын туйҙырҙы.
Берҙән-бер көндө, көтмәгәндә, хат килеп төштө. Ул хат Теләш ауылында йәшәгән Зәйтүн ағаһынан ине. 15 кг. посылка һалдыҡ, тиҙҙән алырһың тип яҙылған ине. Гөлсара был көтөлмәгән хәбәргә бик ҡыуанды. Ҡыуанысын хужабикәһе Маруся апайға ла һөйләне. Ул хатта май, он, шәкәр, сәй, йөн ойоҡ, бейәләй һалыуҙары тураһында яҙылғайны. Гөлсара ашҡынып көттө ул полсылканы һәм ул көн килеп етте. Посылка ауыр булыр тип, Эдик менән барҙы. Алып ҡайтҡас посылканы Эдик асты. Асҡас, һалынған бер комок шәкәр, таҡта сәй киҫәге, малдың туң эске май киҫәге, бейәләй менән йөн ойоҡ он менән болғанып, он да тас ҡыл булған. Бейәләй менән йөн ойоҡ ҡылсыҡлы йөндән иҫке ҡуңысҡа яңы баш бәйләнеп һәм улар ир кеше кеймәле ҙурлыҡта ине. Гөлсара оялышынан ни эшләргә лә белмәне. Маруся апай менән Эдиктан оялды. Ондо тышҡа сығарып түкте, шәкәр менән сәй онтағын да файҙаланманы. Носки менән бейәләйҙе эшкә кейермен тип, күрше ир алды. Шул көндән башлап Гөлсара туғандарынан биҙҙе, хат-хәбәр яҙманы, бик ныҡ ғәрләнде һәм әсенде. Туғандарым юҡ, тип кенә һөйләшә ине был хәлдән һуң.
Бер мәл икенсе курста уҡып йөрөгәндә, Октябрь байрамы еткәс, Стәрлебаш районынан курсташ ҡыҙ Нәҙирә Гөлсараны үҙенең ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Бер аҙнаға яҡын ауылда ҡунаҡ булып йөрөнөләр. Байрам үтеүгә юлға сыҡтылар. Ҡар яуған, буран, ныҡ һыуыҡ көн. Улар килеп сығыр машинаны көтөп оҙаҡ торҙолар. Гөлсараның өҫтөндә көҙгө пальто, башында яулыҡ, аяғында резина итек. Ул бик ныҡ өшөй ине. Машина көтөүселәр күп кенә йыйылды. Халыҡ ҡышҡы кейемдә ине. Араларынан бер ир: былай оҙаҡ машина көтмәй торғайныҡ, тимәк беҙҙең арала бер невезущий кеше бар тип, Гөлсараға төртөп, бына кем ул, тип күрһәтте. Рус кешеһе ине ул. Был ваҡиғаны Гөлсара һис онота алмай ыҙалай ине.