Ауырғазы районы Мораҙым ауыл халҡының төп бесәнлеге Ҡыҙыл йылғаһы буйы туғайҙарында урынлашҡан. һуңғы ваҡытта бесәнлектәр йыл әйләнәһенә һыу аҫтында ҡала. Бесән сабыр алдынан ауылыбыҙҙың маҡтауға лайыҡ бер нисә ир егете быуылған урындарын еңелсә таҙартып, көс еткәнсә ҡул менән быуып, бар ауыл халҡына бесән сабырға мөмкинселек бирә. Сәбәбе - ҡондоҙҙар ағастарҙы ауҙарып быуыуҙары. Был, әлбиттә, йылғаның һыу кимәлен тотоу өсөн бик һәйбәт, шатлыҡлы күренеш. Ләкин уларҙың быуыуҙарынан зыяны ла етерлек, йылға төбөнә сүп, тупраҡ ултырып, йылғаны һайыҡтыра, хуш еҫле матур бесәнлекте мал ашамаған ҡыя үләндәре баҫа.
Ауыл старостаһы Зиннур Лоҡманов, ауылыбыҙ аҡһаҡалы Исмәғил Яхин, бар сарала әүҙем ҡатнашыусы Фәрғәт Ҡудашев ауыл советы хәкимиәте менән берлектә һөйләшеп, Ҡыҙыл йылғаһын таҙартыу буйынса өмә ойошторҙолар. Ауылдаштарыбыҙ Идеал Нәҙершин, Таһир Яхин үҙҙәренең экскаватор тракторҙары менән килеп, эште бик ныҡ еңеләйттеләр, ә Рим Мырҙабаев һәм Миниғәли Ноғомановтарҙың бысҡыларына көнө буйы эш етерлек булды. Барыһы ла өмәлә ҡатнашыусылар тырышып эшләнеләр, ҡуйылған бурыстар үтәлде. Йылға таҙартылды, һыу йырып аҡҡан урындар быуылды.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Альмира Тимерхан ҡыҙы бар өмәлә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Сығанаҡ: "Ауыл йәме -кешеләр".