Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иҡтисад
31 Октябрь 2022, 04:25

Солтанбәктәрҙең ҡыуанысы

"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыу файҙаға булды. 

Солтанбәктәрҙең ҡыуанысыСолтанбәктәрҙең ҡыуанысы
Солтанбәктәрҙең ҡыуанысы

 

Күптән түгел Асҡын районы Солтанбәк халҡы“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, “Ҙур ауылдар” номинацияһында икенсе урынды һәм  уларға 3,5 миллион һумға сертификат тапшырылды. 

Аҡсаға урындағы “Сарс” лагеры бинаһы эргәһенә спорт майҙансығын эшләү ҡарар ителде. Спорт инвентарҙарын ҡороу тамамланған, уйын майҙансығына резина япма һалынған. Шунда уҡ бында баскетбол уйнау өсөн зона һәм гимнастика күнегеүҙәре өсөн урын бар. Майҙансыҡ асылыу менән теләгән һәр кемгә баскетбол уйнау йәки спорт тренажерҙарында шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. 

Спортты, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла ярҙам итә.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас