

Тормош ауыр, ҡайҙа барма – эшһеҙлек, тип зарланырға ярата күбебеҙ. Бәләкәй генә эш хаҡы алып йөрөгәнсе, өйҙә ятам мин, тип тә ебәрә ҡайһы берәүҙәр. Ә бәғзеләр күп уйлап тормай, зарланып та ултырмай, тота ла башлай. Уңһа – артабан дауам итәсәк, уңмаһа – икенсе юлды һайлаясаҡ. Һаулығың бар икән, аяҡ-ҡулың йөрөй икән, тимәк, тормош юлында үҙеңә-үҙең юл һалырға, алға барырға кәрәк, тик ятһаң, һиңә берәү ҙә "мә" тип килтереп тоттормаҫ.
Илүзә Алсынбаева Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында 3-сө кинйә бала булып донъяға килә. Ағаһы Юлай, апайы Лилиә менән бергә улар бәхетле бала саҡ кисереп, ата-әсәһенең яҡшы тәрбиәһен, һөйөүен тойоп, бәләкәйҙән һәр төрлө эшкә өйрәнеп үҫә. Ғаилә башлығы Ришат Лоҡман улы урман сәнәғәтендә – шофер, ә әсәйҙәре Рәшиҙә Әнүәр ҡыҙы балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Уҙған быуатт 90-сы йылдарындғы илебеҙҙәге бола ваҡыт уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. 1996 йылда әсәй кеше ҡыҫҡартылыуға эләгеп, башҡа ҡатындар кеүек, мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫа. Унан һуң күп уйлап тормай, балаларын аяҡҡа баҫтырырға, уҡытырға, кеше итергә кәрәк, тигән уйҙар менән эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, ауылда беренселәрҙән булып, үҙ эшен асып, аҙыҡ-түлек магазинын булдыра. Был ваҡыттарҙа инде буй еткергән уҡыусы балалары ла ярҙамлаша, 8 класта уҡыған Илүзә каникул ваҡыттарында әсәһенең ярҙамсыһына, уң ҡулына әүерелеп, һатыусы эшен үҙләштерә, тәжрибә туплай. Хәҙерге ваҡытта үҙе кейем-һалым магазины асыуға, эшҡыуарлыҡҡа тотоноуына тап шул ваҡыттарҙа уҡ нигеҙ һалына.
Әйткәндәй, әсәләре Рәшиҙә Әнүәр ҡыҙы китаптар, гәзит-журналдар уҡырға ярата, өйөнә уларҙы күпләп яҙҙыра һәм балаларында ла уҡыуға һөйөү уята. Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, өлкән улдары Юлай Ришат улы Ишбирҙе мәктәбендә математика фәненән уҡыта. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә башта Рәми Ғарипов гимназия-интернатында уҡытып, хәҙер Илүзә менән бергә эшләй.
Мәктәп йылдарында шиғырҙар яҙа, улар район гәзитендә, республиканың "Аҡбуҙат", "Аманат", "Йәншишмә" матбуғат баҫмаларында донъя күрә. Ишбирҙе ауылында 9 класты тамамлағас, Илүзә артабан ике йыл Баймаҡ лицей-интернатында белем ала. Сибай институтының "Биология" бүлегендә уҡый. Бөтә ерҙә лә тырыш ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. Әммә һөнәре буйынса уҡытыусы булып эшләргә тура килмәй. 4 курста уҡығанда ул туйҙа үҙенең буласаҡ тормош иптәшен Илфатты осрата. 1 йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ҡоҙа менән ҡоҙаса, мөхәббәткә юл асып, йәштәр өйләнешә. Диплом алыр мәлдә уның ҡыҙы Эльвина донъяға килә.
Ул осорҙа дипломлы белгестәрҙе тәғәйенләнеш менән мәктәптәргә ебәрәләр ине. Бәпәй менән 1 йыл өйҙә ултырғас, Илүзә эш эҙләп, мәғариф бүлеге тупһаһын тапай башлай. Уйҙары – Сибайҙа төпләнеп ҡалыу. Әммә бер нисә тапҡыр эш һорап барыу ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Әсәһе уға һөнәрен үҙгәртеп, икенсе профессия алырға кәңәш бирә. Шулай ҙа Илүзә ҡабаттан уҡырға ҡабаланмай, ике туған апаһының магазинына һатыусы булып эшкә урынлашып, 2 йыл эшләп ала. Әммә институт бөтөп, һатыусы булып тороуынан ул ояла, ғәрләнә, шулай ҙа һөнәренә ярашлы эш табылмағас, ваҡытлыса, тип, үҙен йыуата. "Һатыусы булыр өсөн "бишле”гә генә институтта уҡыныңмы инде?" – тип мыҫҡыллы һәм ауыр һүҙҙәр әйтеүселәр ҙә табыла. Бынан һуң Илүзә икенсегә бәпәй таба, улы Инйәр тыуа. Декрет ялында ултырғанда, башҡа әсәйҙәр кеүек үк, ул да аптырана, аҡса етмәй, әҙ генә суммалағы пособие тиҙ генә бөтә. Шунда ул өйҙә нисек аҡса табырға була, ниндәй эштәр башҡарырға мөмкин тигән уйҙар менән яна. Бер осор ул төрлә пряжалар һатып алып шәлдәр бәйләү менән булыша. Уларҙы төрлө магазиндарға ҡуйып, һаттыра, бер аҙ килем ала. Был ваҡытта улар өй төҙөй башлаған була. Улы Инйәргә 6 ай тулғас, Илүзә ойоштороусы һымаҡ интернеттан тауар ойошмаларын табып, уларҙан заказдар эшләп, үҙенә айырым бит асып, альбомға тауарҙарҙың фотоларын ҡуя, дуҫтарға кешеләрҙе өҫтәй, һатып алыуға төрлө әйберҙәр тәҡдим итә башлай. Баштан уҡ ул үҙенә шундай талап ҡуя: бер ҡулланыуға ғына яраҡлы Ҡытай әйберҙәрен һатмаҫҡа! Илүзә сифатлы Рәсәй әйберҙәренә өҫтөнлөк бирә, Ишембай, Дәүләкән, Иваново кеүек ойошмаларҙың кейем-һалымына заказдар йыя. "Интернеттан нисек кейем алмаҡ кәрәк, тотоп, кейеп ҡарамайынса?" – тип шикләнеүселәр ҙә табыла. Сөнки ул ваҡытта интернет-магазиндар Өфө кеүек ҙур ҡалаларҙа ғына була. "Бәйләнештә" төркөм асып, кешеләрҙе ылыҡтырырлыҡ фотолар ҡуйылғас, баштан уҡ заказдар күп йыйыла. Сөнки Илүзә тәҡдим иткән кейем-һалым, башҡа төрлө тауарҙар сифатлы ғына түгел, ә осһоҙ булыуы менән дә халыҡҡа оҡшай.
Бер тин аҡсаһыҙ башлаған Илүзә ҡапыл ундай тауарҙа һорауҙың күп булыуынан албырғап-аптырап ҡала, үҙенең генә ваҡыты етмәйәсәген аңлай. Был ваҡытта уның бер туған апайы Лилиә лә бәләкәй бала менән өйҙә декрет ялында ултыра. Илүзә ҡайҙан кеше табырға тип күп уйлап тормай, апаһына мөрәжәғәт итеп, икеһе бергә эшҡыуарлыҡ эшенә ныҡлап тотоналар. Аҡмаһа ла яйлап аҡса тама башлай. Әммә ҡыйынлыҡтар ҙа килеп сыға: төрлө клиент тура килә, кемдер заказ эшләп тә тауарын алмай. Бер-ике тапҡыр Илүзәнең башында әллә ташларға ла ҡуйырғамы тигән уйҙар ҙа барлыҡҡа килә. Сөнки тауар хаҡына улар 15 – 20 процент өҫтәп һатыуға ҡуялар. 100 процент ҡуймай ни, ул ғына хаҡ өсөн мин эшләп тә тормаҫ инем, эшең алға бармаҫ, үҙеңдең елкәңә сығыуы бар, тип эштәренә кәртә булыусылар ҙа табыла. Тик осһоҙораҡ хаҡ ҡуйған кешенең бит тауары ла үтемле була, һорау ҙа күбәйә, килеме лә арта. Бушҡа ғына халыҡта "Күпте һораған – аҙҙан ҡалған" тигән әйтем барлыҡҡа килмәгәндер бит. Шулай ҙа ҡара тырыш, бәләкәйҙән бер эштән дә ҡурҡмай үҫкән Илүзә, киреһенсә, эшҡыуарлыҡ баҫҡысы буйлап яйлап-яйлап өҫкә күтәрелә бара. Мауығып ҡына башлаған эше көндән-көн оҡшай барып, күңеленә йәм һәм тәм бирә. Ул инде ошо һатыуға артабан дәртләнеп тотоноп, үҙенең төп һөнәре икәнен аңлап, алға ынтыла. Шулай итеп, ул Баймаҡ ҡалаһында ҡуртымға бина алып, үҙ магазинын аса. Интернеттан заказдар алып ҡына ҡалмай, ә магазин кәштәләрен дә сифатлы тауар менән тултыра. Башта уға тормош иптәше машина менән тауар ташый, әммә уның үҙенең дә төп эше бар, һәр ваҡыт ҡатынына ярҙам итеп йөрөй алмай. Көн ҡаҙағына машина кәрәк тигән мәсьәлә ҡалҡып сыға. Илүзәне лә, апайы Лилиәнең да машина йөрөтөргә хоҡуҡтары ла, машиналары ла юҡ. Үҙ-ара һөйләшеп, Илүзә танытма алыу өсөн, уҡып сығырға була. Уның ҡыҙы Эльвина менән улы Инйәрҙе Лилиә апайы ҡарап, көтөп тора, ә Илүзә, шулай итеп, уҡып, ҡулына машина йөрөтөүгә танытма ала. Әммә йөрөтөргә машина юҡ, иренә үҙенә машинаһы кәрәк. Ҡулланылмай ятҡан кредит картаһынан аҡса алып, ул бер үҙе барып, 50 меңгә "Ока" машинаһы һатып алып, көн дә Баймаҡҡа йөрөй. Хәҙерге ваҡыттарҙағы кеүек транспорт хеҙмәте ул саҡта булмай, алыҫ ҡалаларҙан тауарҙы ҙур фургон машиналарҙа Магнитогорск ҡалаһындағы келәттәргә алып килеп ҡалдыралар, һин үҙең барып алырға тейешһең. Бәләкәс кенә "Ока"һы менән Илүзәгә аҙнаһына 2-3 тапҡыр, ҡайһы саҡ хатта 4 тапҡыр Магнитогорскийға барырға тура килә. Ҡурҡыу тигән нәмәне белмәй оло юлға йөрөй ныҡыш ҡыҙ. Ҙур-ҙур йөк машиналары үтеп киткәндә "Ока" һелкенеп-һелкенеп ҡала. Ҡарлы-ямғырлы көндәрҙә уның тәҙрә таҙартҡысы эшләп өлгөртә алмай... Хәҙер инде "Тойота Rav-4" машинаһын "эйәрләгән" Илүзәгә ул хәлдәр көлкө кеүек күренә. Әммә ул ваҡыттарҙа бер ҙә көлкө килеп тормай, эште башлағас, дауам итергә кәрәк, халыҡтың ышанысын бер яулағас, уны юғалтырға ярамай. 1 йылдан һуң, бер аҙ килем туплағас, Илүзә машинаһын яңыртып, "Лада-Калина" һатып ала. Шулай итеп, инде үҙҙәре үҙ аллы булып, булған эшҡыуарлыҡ эшен яйға һалып, тамам өйрәнеп китә апайлы-һеңлеле ҡыҙҙар.
Баймаҡта 7 йыл бер урында ҡуртымға бина алып эшләгәс, ул үҙенә айырым бина һатып алып, магазинын күсерә. Хәҙер бер аҙ еңелләшә. Һатып алыусыларҙың күбеһе Баймаҡтан һәм Сибайҙан булыуын иҫәпкә алғанда, уларға баймаҡтарға тауарҙы таратыуы еңелгә төшә. Ә сибайҙарға эштән һуң, кискеһен йә өйҙән, йә фатирҙан таратырға тура килә. Был бик күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә Сибай ҡалаһында ла магазин ихтыяжы барлыҡҡа килгәс, Илүзә күп уйлап тормай, ипотекаға фатир һатып ала ла, ремонт яһап, 2019 йылда "Онлайн" исемле магазин итеп аса.
Магазиндың ике ҡалала ла булыуы эште күпкә еңелләштерә: шунда уҡ һатыу ҙа ойошторола, заказ да ҡабул ителә, алынған тауарҙы ошонда уҡ тараталар ҙа, эшкә һатыусылар ҙа алына. Ике магазиндың булыуы тик яҡшы һөҙөмтәләр генә бирә. Хәҙер инде клиенттар базаһы ла артҡан, 9 йыл эсендә һәр кеше тиерлек Илүзәнең яҡынына әүерелгән, күбеһе таныш булып, яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылған. Әгәр ҙә һатып алыусыға тауар оҡшамай, йә размеры тура килмәй икән, Илүзәнең магазинында уны кире ҡайтарырға, йә оҡшағанына алыштырырға, йә аҡсаһын кире алырға мөмкинселек бар.
Магазиндың ассортименты бик бай. Улар кешенең теләктәрен иҫәпкә алып, һәр төрлө кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәрҙе зауыҡ менән килтерергә тырыша. Әйтеп үткәнебеҙсә, Илүзә менән Лилиә Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы кейемдәргә өҫтөнлөк бирә. Клиенттарҙың теләген үтәргә, уларҙың күңеленә ятырлыҡ зауыҡлы һәм сифатлы кейемдәр менән тәьмин итергә бар тырышлыҡтарын һалалар.
Эйе, бөгөн күптәр эшһеҙлек заманында йәшәйбеҙ, аҡсаның бәрәкәте юҡ, тиҙәр. Ә замана ҡатын-ҡыҙы уларҙы нисек йырып сыға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, ирҙәрҙе лә уҙҙырып, эшҡыуарлыҡҡа тотона, машина йөрөтә, тауар ташый һуң? Үҙ эшен асырға теләүселәр, баштан уҡ абынып-йығылмаҫ, уйынан кире ҡайтмаһын, башлаған эшен ташламаһын өсөн нимәләрҙе белергә тейеш? Илүзә менән был турала ла һөйләштек. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә инде шаҡтай ваҡыт егелеп эшләүсе булараҡ, ул үҙенең шундай кәңәштәре, тәжрибәһе менән бүлеште:
– Әгәр ҙә кешенең башында тотонорғамы-түгелме тигән һорауҙар килеп сыға икән, иң дөрөҫө – эшләп ҡарау. Аҙаҡтан бушҡа тотонмағанмын тигән үкенеү тойғоһо булмаясаҡ. Килеп сыҡмай икән,тимәк, ул һеҙҙеке түгел. Исмаһам, башлап ҡарағанһығыҙ, нимәләлер тәжрибә йыя алғанһығыҙ, эшләп ҡарағанһығыҙ. Миңә лә ваҡытында, өҫтө-өҫтөнә магазин, уны асып уңмаҫһың, тип әйтеүселәр ҙә булды. Әммә мин ул фекер менән килешмәйем. Сөнки һәр кешенең үҙ клиенты, үҙ маҡсаты, үҙ йүнәлеше. Эшләгең килһә, бер ҡаршылыҡҡа ҡарамайһың, тотаһың да башлайһың. Күптәргә бизнес буйынса тәҡдимдәр әйтһәң, улар һиңә бына, мәҫәлән, шиномонтаж хеҙмәте йә башҡаһы аҙым һайын, улар бигерәк күп, конкурентлыҡ була, килеп сыҡмаҫ, тиҙәр. Бындай хата уйҙарҙан ҡотолорға кәрәк. Тырыш, маҡсатлы кеше барыбер йүнен таба, яңыса алымдар менән эшләргә мөмкин. Барыһы ла үҙеңдән тора. Ә миңә, һин, әлбиттә, ҡурҡмай өҫтө-өҫтөнә магазин асаһың инде, һеҙҙең бит ул ҡанда, тиҙәр. Йәнәһе, әсәйем элек үк үҙ эшен асҡас, беҙ әҙергә генә тотонғанбыҙ. Был йәһәттән әсәйем тәүәккәл булды, ваҡытында бер нисә магазин тотто ул, атайым уға тауар ташыны, беҙҙе лә эшкә өйрәттеләр, шуға бик тә рәхмәтлемен. Әсәйемдең әйткән теләктәрен мин һәр ваҡыт иҫемдә тотам һәм үтәргә тырышам. Ул миңә бар аҡсаны ла күпләп эшләй алмаҫһың, ял итә-итә эшлә, һаулығыңды ла уйла, тине. Күптәр анһат уйлай бит инде: һатыусы ҡуйҙың да, эшең алға үҙе гөрләп китәсәк. Әгәр ҙә хеҙмәтең һиңә килем килтерһен, алға барһын тиһәң, үҙең дә уның уртаһында ҡайнарға, тырышырға, уйлап етеңкерәмәгән ерҙәренә тағы ла өлөш индерергә, бәйләнеште өҙмәй тырышырға кәрәк. Ваҡытында әсәйемә ауырға тура килде, сөнки бер ваҡытта өс балаһы ла студент булғас, беҙҙе уҡытырға, кеше итергә күп көс һалды.
Баштараҡ, эш башлаған дәүерҙә, Илүзәгә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәткә сумырға тура килә, сөнки һатыусы алырға финанс яғы етеңкерәмәй. "Өйгә йоҡларға ғына ҡайтаһың бит һин, ирең нисек түҙеп йәшәйҙер?" – тип, уның ваҡыты етмәгәнлегенә ишаралап, уйынлы-ысынлы әйтеүселәр ҙә табыла. Был йәһәттән ул тормош иптәшенә бик тә рәхмәтле, сөнки ире Илфат уға ныҡ ярҙам итә, кәрәгенсә ваҡытын бүлә, тауарын ташый, балаларҙы ҡарап тора, йәғни ҡатынына ныҡлы тыл, терәк була. Төп эшенән тыш, Илфат Әбделәхәт улы бал ҡорттары тота, улар менән булашыу күңеленә ята. Ҡәйнәһе баҡыйлыҡҡа күскәс, улар иренең атаһын үҙҙәренә күсереп ала. Ҡайныһы Әбделәхәт Әйүп улы хәҙер улар менән бергә йәшәй, өйгә тере йоҙаҡ булып, балаларына таяныс, ейән-ейәнсәрҙәренә лә күҙ-ҡолаҡ булып йәшәй. Уның ярҙамы, кәңәштәре өсөн дә килен кеше ҙур рәхмәтле.
Хәҙер инде эшкә һатыусылар йәлеп иткәс, Илүзәнең ғаиләһенә лә ваҡыты күберәк ҡала, эш менән ялды аралаштырып ала. Улар бергәләп диңгеҙгә ял итергә барырға тырышалар, саф һауала йөрөйҙәр, еләк-емешкә баралар, саңғыла шыуалар, шәшке, шахмат уйнайҙар, туғандары менән осрашалар. Балаларының бәләкәй саҡтарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлап, бәлки, бер аҙ ваҡыты ла ҡалмағандыр әсәй кешенең. Шуға күрә хәҙер уларға иғтибарын күберәк бүлергә тырыша Илүзә. 2017 йылда улар өсөнсөгә Инсаф исемле малай алып ҡайталар. Әлеге ваҡытта тормош иптәше менән икеһе бер уйлы, бер маҡсатлы булып, балаларын тәрбиәләйҙәр, Иҫке Сибай ауылында донъя көтәләр.
Илүзә, ҡыйыу аҙымдар менән эшҡыуарлыҡҡа тотоноп, барыһын да бер үҙем генә башҡара алмаҫ инем, тип һанай. Был йәһәттән ул тормош иптәше Илфаттың, Лилиә апайының, ата-әсәһенең, ҡайныһының ярҙамын һәм йылыһын тойоп, һәр береһенә рәхмәтле булып, бер-береһенә терәк булып, ярҙамлашып башҡаралар. Һатыу итеү, кешеләр менән аралашыу тап үҙенең эше икәнлегенә ныҡлап инанған йәш эшҡыуар хәҙер инде магазин эшенә бар күңелен һала. Илүзә үҙе бәләкәй сағынан бер тотонғанды аҙағынаса алып барып еткерергә кәрәк, тигән уйҙар менән нығынып, сәмсел булып, алдына алғанын ҡуймай эшләп, үҫә. Хәҙер ҙә ул был холҡон ташламаған, шуға күрә уның бер башлаған эшҡыуарлыҡ эше үҫеүен дауам итә. Балаларын да бер башлаған эшегеҙҙе аҙағынаса матур итеп еткереп ҡуйығыҙ, тип өйрәтә.
Тормошта ауыр хәлгә ҡалған, етем балаларға ярҙам итеүҙе, хәйриә эштәрен ойоштороуҙы ла үҙ бурысы итеп һанай Илүзә. Йыл да Сибай ҡалаһында приюттағы балаларға ярҙам йөҙөнән кәрәкле әйберҙәр менән өлөш индерә. Мохтаждарға ярҙам итһәң, күңелдә лә тыныс, ул киләсәктә үҙеңә лә икеләтә артығы менән ҡайта, тигән фекерҙә йәш эшҡыуар ханым. Бынан тыш, тыуған ауылына, шулай уҡ төрлө саралар үткәреүҙә лә ул бағымсы булып, хәленән килгәнсе ярҙам итеүҙән баш тартмай.
Күптән түгел Илүзәнең ата-әсәһе Ришат Лоҡман улы һәм Рәшиҙә Әнүәр ҡыҙы үҙҙәренең 70 йәшлек юбилейҙарын билдәләнеләр. Эшҡыуар ханым үҙенә ғүмер бүләк иткән, тормош юлында ныҡлы аяҡта баҫып торорлоҡ тәрбиә биргән, һәр эшкә өйрәткән, бәхетле бала-саҡ бүләк иткән ата-әсәһенә рәхмәт йөҙөнән өр яңы "Лада-Гранта" машинаһын бүләк итте. Бындай сюрприздан ололарҙың шатлығының иге-сиге булманы, ҡыҙҙарының уңыштарына һөйөнөп, бүләккә балаларҙай ҡыуанды.
"Тәүәкәлләгән – таш йотҡан", ти халыҡ мәҡәле. Илүзә Алсынбаева һымаҡ ныҡышмал, тырыш, сәмсел йәш эшҡыуарҙарҙың киләсәге лә өмөтлө. Һаулыҡ ҡына булһын. Әсәһе Рәшиҙә ханым әйтмешләй, булған аҡсаны барыбер эшләп бөтөп булмай, ә һаулыҡҡа иғтибар бирергә, ваҡытында ял да итә белергә кәрәк. Ғаиләһенең йылыһын, яҡлауын һәм ярҙамын тойоп, эштәрен бергә-бергә башҡарып, тылы ныҡ һәм ышаныслы булғанға ла ул берләм һуҡмаҡ буйлап үҙ юлынан атлар, яйлап-яйлап баҫҡыстың үренә лә менеп етер, Аллаһы бирһә!
Земфира ТАҺИРОВА.
Баймаҡ районы.
Архив. 2021 йыл.