Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Декабрь 2022, 18:05

Быуаттар тоташҡанда... Зөфәр Йәнекәйев

Ҡыш буйы кистәрен, төндәрен конспекттар яҙып, тарихты ентекләп өйрәндем. Атай-әсәйем, бигерәк тә әсәйем, тик “бишле”гә уҡып, көтөүсе булып ҡалдың, тип ғәрләнә ине, шуға күрә ике йыл стажды тултырмайынса, Свердловскиға уҡырға барырға булдым.

Быуаттар тоташҡанда... Зөфәр Йәнекәйев
Быуаттар тоташҡанда... Зөфәр Йәнекәйев

II

Мәктәп йылдары

Беҙҙең ауылда фәҡәт башланғыс мәктәп кенә булды. Ул 60-сы йылдарҙа самандан һуғылған, балсыҡтары ҡойолоп торған бинала, беҙҙең өй ҡаршыһында ғына урынлашҡан ине. Ҡыш көнө һыуыҡ, күпме утын яҡһалар ҙа, йылынмай.
Һуңынан миңә, 3–4-се класта, бүрәнәнән һалынған йортта уҡыу бәхете тейҙе.
Уҡыусылар етмәүе сәбәпле, 1-се класс балалары менән 4-се класҡа ҡәҙәр бергә бер бүлмәлә уҡый инек. Һәр класта 5–6 бала, бөтәһе – 20-ләп уҡыусы. Берҙән-бер уҡытыусы дүрт класҡа ла бер юлы дәрес бирә торғайны. Хеҙмәт һәм йыр дәрестәре уртаҡ.
Минән ике йәшкә өлкән Ғайса ағайым, әлбиттә, минән ике йыл алда уҡырға барҙы. Минең, биш йәшлек баланың, уның менән бергә уҡырға барырға теләгем ҙур ине, ләкин 1 сентябрь көндө иртәнсәк йоҡлап ҡалдым.
Иртәнсәк тороп мыжый башлағас, әсәйем мине кейендерҙе лә: “Бына ҡаршыла мәктәп тора, ләкин ишекте туҡылдатып, “рөхсәтме инергә, мөмкинме?” тип инерһең”, – тип өйрәтеп ебәрҙе. Тик минең өсөн был бик сәйер тойолдо, әле һаман хәтеремдә... Мәктәптең ишеген астым да артҡы парта артына барып ултырҙым. Бер аҙ ултырғас, уҡытыусы эргәмә килде лә: “Был ниндәй уҡыусы рөхсәтһеҙ килеп ултырған?” – тип һорағас, мин әҙерәк ултыра бирҙем дә, был уҡыу тигәндәре бик ҡатмарлы икән, тип, мәктәптән сығып, йүгереп ҡайтып киттем. Шунан һуң, ике йыл ваҡыт үткәс кенә, ете йәшемдә 1-се класҡа уҡырға барҙым.
Яҙып үтеүемсә, 1-се кластан алып 4-се класс уҡыусыларына бер үк ваҡытта, бер үк класта дәрес бирә торғайнылар: кемгәлер – математика (4-се кластарға, мәҫәлән, арифметика), кемгәлер – рус теле, кемгәлер – рәсем, ә беҙ, 1-се класс уҡыусылары, әлбиттә, әлифбаны өйрәндек. Ләкин 1-се класҡа барыр алдынан әлифбаны өйрәнеп барҙым һәм ижекләп уҡый белә инем. Шуға күрә ярты йыл эсендә 1-се класс программаһын үҙләштереп, 2-се класс балаларына нимә өйрәтеүҙәрен тыңлай торғайным.
Ул ваҡытта кемдәр насар уҡый, уларҙы икенсе, хатта өсөнсө, дүртенсе, йылға ҡалдыра торғайнылар. Мин 1-се класта уҡығанда, 4-се класта Юлай һәм Ғәлимйән исемле егеттәр уҡый ине, һәм 5-се класта мин уларҙы ҡыуып еттем. Беҙҙең ауылдан 10 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Әхмәр ауылына 8 йыллыҡ мәктәпкә өсәүләп уҡырға йөрөй торғайныҡ. Улар минән дүрт йәшкә өлкәндәр ине. Әхмәр мәктәбендә бер йыл уҡыным. Дөйөм ятаҡта йәшәнек. Ятаҡ тигәне – ул ҙур бер йорт, утын яғып йылытаһың. 1-се кластан алып 8-се класҡа тиклем бала-сағалар менән бергә 16 йәшлек егеттәр уҡый, тәмәке тарта торғайнылар. Шул тәмәке еҫенә ыҙалай инем. Миңә лә тәмәке тарттырып ҡаранылар, ләкин сәсәнем дә башҡа тартманым.
Ул ваҡытта балалар “Башҡортостан пионеры” гәзитен уҡыны. Унда Темәс мәктәп-интернаты тураһында күп кенә мәҡәләләр баҫтыралар ине. Минең ошо мәктәптә уҡыу теләге ҙур булды. Шуға күрә 6-сы класҡа уҡырға барыр өсөн, атайым менән арбаға ултырып, иртәнге алтыла Ирәндек тауы аша Моҡастан Темәскә 50 саҡрымдан йырағыраҡ араға юл тоттоҡ. Төшкөлөккә барып еттек. Мине мәктәп-интернаты­на ҡабул иттеләр, ә атайым әйләнеп ҡайтып китте.
Темәс мәктәп-интернатына уҡырға мин бик ныҡ ҡыуанып барҙым, ул минең өсөн данлыҡлы уҡыу йорто кеүек ине. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, үҙемде Гарвард университетына уҡырға ингән кеүек хис иттем.
Бер сирек уҡығас, ноябрь каникулдарынан һуң, беҙҙең Темәс мәктәп-интернаты Баймаҡ ҡалаһына күсте. Унда бик матур дүрт ҡатлы йорт төҙөгәндәр. Ул ваҡытта ундай биналар районда бик һирәк ине. Унда бөтөн уңайлыҡтары булған, бер яғында ҡыҙҙар, икенсе яғында малайҙар өсөн ятаҡ урынлашҡайны. Уҡыусылар “Интернатым – пар ҡанатым” тип шиғырҙар ҙа яҙа торғайнылар.
Төп уҡыу йорто шул уҡ бинала урынлашты. Дөрөҫөн әйткәндә, аҙналар буйы тышҡа сыҡмайынса шунда йәшәү мөмкинлеге лә булды. Ул ваҡытта беҙ сәмләнеп, тырышып уҡыныҡ, белемгә ынтылыу бик ҙур ине. Беренсе сиректән һуң ете фәндән “өслө” сыҡты. Намыҫланып, тырышып-тырмашып уҡып, шуларҙың барыһын да “бишле”гә төҙәттем. Иң яҡшы уҡыусы, тип бер байрамда президиумға ултырттылар, атай-әсәйгә маҡтау ҡағыҙы ебәрҙеләр. Баймаҡ мәктәбендә яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр йыйылғайнылар. Улар беҙгә тейешле белем бирҙеләр, шуға мин бик ныҡ рәхмәтлемен. Мәҫәлән, химия фәнен бигерәк яратып уҡыным, киләсәктә, бәлки, химия фәндәрен тағы ла тәрәнерәк өйрәнеп, химик булырмын, тип тә уйлағайным. Математика фәненән 8-се класҡа тиклем район, ҡала-ара олимпиадаларында ҡатнаштым. Ләкин 8–9-сы кластарҙа киләсәктә юрист, эҙәрләүсе һөнәре буйынса эшләү теләге тыуҙы. Шул йүнәлештә бик күп китаптар уҡыным. Нәфис әҙәбиәттән “Шерлок Холмс и доктор Ватсон” китабы минең иғтибарымдан ситтә ҡалманы. 9–10-сы кластарҙа Николай Чернышевскийҙың “Что делать?” исемле китабын уҡып сыҡтым һәм төп герой Рахметовтың донъяға, үҙ-үҙенә булған мөнәсәбәтен өлгө итеп алдым, үҙемдең алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн барлыҡ көс һалдым. Юридик институтҡа инеү өсөн өс фәндән: рус теленән яҙма һәм телдән, тарихтан экзамендарға әҙерләнә башланым. Математиканы ныҡлап өйрәнеүҙе, ғөмүмән, ташланым, ләкин химияға булған мөхәббәт мине ситкә ебәрмәне. Ул фән буйынса өҫтәмә юғары мәктәптәргә тәғәйенләнгән китаптарҙы һатып алып, мәсьәләләрҙе сисә инем. Ҡала һәм район олимпиадаларында әүҙем ҡатнаштым.
Тарихтан әле генә университет тамамлаған Нәҙерғолов Хәмит ағай, мәрхүм, бик һәйбәт дәрестәр бирә торғайны. Минең ынтылышты күреп, 10-сы класта Энгельстың “Происхож­дение семьи, частной собственности и государства” тигән китабын уҡырға, һуңынан класс алдында доклад менән сығыш яһарға ҡушты.
Баймаҡта рус телендә һөйләшеүселәр, урыҫтар аҙ булыуға күрә, беҙ, сит телде белмәгән кеүек, рус телен дә бик насар белдек. 8-се класҡа тиклем, рус телен белмәү сәбәпле, китапханала тик башҡорт телендә генә китаптарҙы уҡыным, ләкин башҡа уҡырға китап ҡалмағас, башҡортса-русса һүҙлек менән ярты ай дауамында “Война и мир”ҙың беренсе томын, рус телен үҙләштереп, уҡып сыҡтым. Башҡа томдары еңелерәк бирелде, һәм ошо әҫәр тәьҫире аҫтында миндә рус әҙәбиәтенә һөйөү уянды.
9-сы класта беҙгә Ишбирҙина Римма апай (билдәле тел ғалимы, профессор Эрнст Ишбирҙиндың бер туған һеңлеһе) рус теленән уҡытырға килде. Шунан алып мин ныҡлап рус телен өйрәнә башланым. Уның бик бай шәхси китапханаһы булды. Үҙебеҙҙең мәктәп-интернатта булмаған китаптарҙы, минең әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙы күреп, үҙенең шәхси китапханаһынан биреп торҙо. Ул биргән дүрт томлыҡ “Тымыҡ Дон” әҫәрен дүрт көндә уҡып сығып, китаптарҙы уға тапшырғас, ул бик ныҡ аптыраны, шуға күрә уҡығанлығымды тикшерер өсөн минең менән әҫәр буйынса фекер алышты һәм һуңынан ғына инанды.
Ғөмүмән, мин рус әҙәбиәте донъяһында “йөҙә” инем. Шундағы геройҙарҙың тормошо менән йәшәй инем. Ашханала сиратта торғанда ла, ашап ултырғанда ла, берәй төрлө саралар ваҡытында ла китап ҡулдан төшмәне. Әле лә был ғәҙәтте ташламаным. Хатта һүҙ ҡушҡан кешене күрмәнем дә, ишетмәнем дә.
Мин шул тиклем йотлоғоп, сумып уҡыным, ҡайҙа барһам да, ҡулымдан китап төшмәне. Физика, математика, биология кеүек дәрестәрҙә лә, ашханаға инергә теҙелеп торғанда ла, ашап ултырғанда ла һәм башҡа ерҙәрҙә лә, төндә лә, йоҡо ҡалдырып, уҡыным. Мәктәп-интернат китапханаһының рус һәм рус телендә нәшер ителгән сит ил классикаһын үҙләштерҙем: Бальзак, Гете, Гейне, Байрон, Хафиз, Ғүмәр Хәйәм һ.б. Ҡыҙыҡһындырған урындарын, күп фекерҙәрҙе, өҙөктәрен яҙып, ятлап алдым. Әле лә студенттарға лекция уҡығанда уларҙан цитаталар килтерәм. Шул китаптар аша рус теленең нескәлектәрен өйрәндем. Һәр һөйләмде уҡығанда уның грамматик һәм орфографик төҙөлөштәрен үҙләштерергә тырыштым, сөнки башҡорт мәктәбен тамамлаған үҫмергә рус телендә имтихан тотоп, Свердловск юридик институтына уҡырға кереү маҡсаты тора ине. Даими рәүештә “Комсомольская правда” гәзитен уҡый башланым. Белмәгән һүҙҙәрҙе һүҙлек аша тәржемә итә инем. “Алые паруса” тигән үҫмерҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы рубрикаһы ла бар ине...
Инглиз телен өйрәнеүгә көслө теләгем бар ине, ләкин беҙгә уҡытыусы мәктәпте тамамлаған йылдың икенсе яртыһында ғына килде, һәм беҙ ныҡлап алфавитты ла өйрәнә алманыҡ.
Беҙ уҡығанда мәктәптең территорияһы бик ҙур ине, һәм беҙҙе, үҫмер егеттәрҙе, апрель-май айҙары етеү менән ағас ултыртырға сығара торғайнылар. 2–3 гектарлыҡ ергә соҡор ҡаҙып, алмағастар ултырта инек. Ер туң булһа ла, шуны соҡоп төшәбеҙ. Шулай итеп, беҙҙе хеҙмәткә йәлеп иттеләр. Әлбиттә, алмағастар тик 5–6 йылдан ғына емеш бирә башланылар, ул ваҡытҡа беҙ мәктәпте тамамлағайныҡ.
Шулай уҡ мәктәптең күмер менән яға торған ҡаҙанлыҡ бүлмәһе бар ине. Йөк машинаһы менән күмер алып килһәләр, беҙ егеттәр менән уны бушатып, ҡап-ҡара булып ҡайта торғайныҡ. Айына бер-ике тапҡыр 100–200-әр носилка күмер ташыйбыҙ, өҫтәп утын яра инек.
Баймаҡтан 40 саҡрым алыҫлыҡта, Һаҡмар буйында Ярат ауылында, мәктәптең йәйге лагеры булды. Унда беҙ яҙ көнө төрлө йәшелсәләр, кәбеҫтә, картуф һ. б. ултыртабыҙ. Йәй буйына уларға һыу ҡойоп, картуфты утап, күмәбеҙ. Һаҡмарҙа һыу инеп, балыҡ тотабыҙ.
Ул ваҡытта автобустар юҡ, шуға күрә грузо-такси менән йөрөнөк, интернаттың ике машинаһы булды.
Интернаттың үҙенең ярҙамсы хужалығы, унда 5–6 аты ла бар ине. 9-сы класты тамамлағас, беҙҙе Ирәндек тауына бер айға бесән сабырға ебәрҙеләр. Әлбиттә, салғы менән бесән сабыуы ауыр булды, сөнки ауылда бесән сапһалар, өмә итәләр, һарыҡ һуялар, ә беҙ макарон, консерва ашап ҡына көнө буйы бесән сабабыҙ, асыға инек. Кискә табан хатта салғыны күтәрергә лә хәл ҡалмай. Һуңынан 10-сы класта совхоздарға йәйге өмәләрҙә бесән сабыу еңелерәк булды, сөнки аҙмы-күпме оҫталыҡ бар. Шулай итеп, хеҙмәт һәр саҡ беҙҙең менән булды.
Мин 4-се класта уҡығанда, атайым, Кеннеди 41 генә йәшендә бөйөк илдең президенты булды, тип, һоҡланып һөйләгәс, ныҡ үҫешкән АҠШ, Англия, Франция, Канада кеүек илдәрҙең сәйәси системаһы һәм дәүләт ҡоролошо менән ҡыҙыҡһына башланым. “Совет Башҡортостаны” гәзитендә АҠШ-та һәм Францияла президент һайлауҙары, кемдең кем менән көрәшкәне, Англияла һәм Канадала ҡайһы партияның күпселек тауыш йыйып власҡа килеүе тураһында мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡып барҙым. Беҙҙең илдә ни эшләп ил башлығын һайлап ҡуймайҙар, тигән һорау менән атайымды йонсотоп бөтөрәм.
Совет осоронда мәктәптәрҙә аҙнаһына бер тапҡыр “политинформация” үткәрә инеләр. Сәйәсәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһынғас, Баймаҡ мәктәп-интернатында мине 6-сы класта уҡ политинформатор итеп ҡуйҙылар. Класташтарым миңә хатта “Зөфәр-политик” тигән ҡушамат таҡтылар. Сәйәсәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныу мине, 9-сы класс үҫмерен, мәктәп-интернатта өс көнлөк аслыҡ (голодовка) иғлан итеүгә этәргес көс булды.
Уҡытыусылар тураһында һүҙ ҙә юҡ, уларға рәхмәтемде әйтеп бөтөргөһөҙ.
Беҙ уҡығанда һәр класҡа ике тәрбиәсе булды. Беҙҙең 6-сы класта тәрбиәсебеҙ Ғәбитова Миңлебикә апай үҙебеҙҙең әсәй кеүек булды. Беҙ уны яраттыҡ һәм Баймаҡта следователь булып эшләгәндә күрешеп, хөрмәтемде белдереп, ярҙам итеп йөрөнөм.
Шул уҡ ваҡытта кисә генә мәктәпте тамамлап, институтҡа уҡырға инә алмаған ҡыҙҙарҙың интернатта тәрбиәсе булып ҡалыуҙары ғәҙәткә әйләнде. Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәп етәкселегенең бик аҡыллы сәйәсәте, балаларға ҡарата хәстәрлек күрһәтеүе булды, сөнки яңы ғына мәктәпте тамамлаған ауыл балаларына барып “морон төртөргә” урын кәрәк ине. Улар эш стажы туплап, күптәре ситтән тороп юғары белем алып сыҡтылар, ләкин шуларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйып, беҙҙе, тиңдәштәрен, урынлы-урынһыҙ аҡырып, әрләп, аҡыл өйрәтеп маташалар ине. Ни өсөндөр 1967 йылдың ноябрь айында шул йәш тәрбиәселәрҙең, беҙ һеҙҙе ашатабыҙ, ҡарайбыҙ, тип әйтеүҙәре ғорур үҫмер башҡорт егеттәренең намыҫына тейҙе. Барыһы ла уларҙың педагогик белемдәренең булмауы менән аңлатыла ине.

Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.

Ш. Бабичтың “Башҡортостан” исемле шиғырынан ошо юлдар миңә һәм класташ дуҫтарыма ҡеүәт өҫтәне. Беҙҙең 9-сы “б” класы тулыһынса ашханаға төшкө ашҡа барҙыҡ та, бер аҙ ултырғас, ҡалаҡтарға ла ҡағылмай, һалдаттар һымаҡ минең команда буйынса сығып киттек. Киске ашҡа класс барҙы, ә мин үҙ-үҙемде һынап ҡарар өсөн өс көнгә ашханаға юлды онотоп торҙом. Уҡыусылар исеменән ни өсөн протест белдергәнде директорға яҙып бирҙем. Дәрестәрҙе ҡалдырманым. Директорыбыҙ Сәғитов Алмаз Абдрахман улы бик тәрән аҡыллы, төплө шәхес ине. Ул миңә ҡарата бер ниндәй ҙә “репрессив” саралар ҡулланманы. Күрәһең, директорыбыҙ йәш тәрбиәселәр менән һөйләшеү үткәргәндер. Шунан һуң уларҙың беҙгә ҡарата ҡараштары ныҡ ҡына үҙгәрҙе. Ләкин йәш тәрбиәсе ҡыҙҙар менән минең арала “мөхәббәттең” дауамы булды. Күрәһең, бигерәк тә үҙ һүҙемде һүҙ итеү, хәҙерге тел менән әйткәндә, үҙ мөстәҡиллегемдә йәшәгәнмендер. Йәш тәрбиәсе ҡыҙҙар ни өсөндөр, әллә киләсәктә буласаҡ ирҙәре менән мөнәсәбәттәр тәжрибәһен тупларға, ахыры, минең “скромный персона”ны һайлағандарҙыр.
Уларҙың аҡыл өйрәтеп маташыуҙарына мин битараф булдым. Әлбиттә, улар Зөфәр беҙҙе һанға һуҡмай, тип ҡабул иттеләр. Ул йәштә миндә ҡыҙҙарға ҡарата мөхәббәт тойғолары, күрәһең, уянмаған ине.
Ниндәйҙер комсомол йомошон үтәмәгән өсөн, 1967 йылдың апрель айында, минең комсомолға ҡарата булған мөнәсәбәтте тикшерер өсөн, ултырыш үткәрҙеләр. Ойошманы 8–9-сы класс уҡыусылары, йәш уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр тәшкил итте. Нимә һөйләгәндәрен хәтерлә­мәйем, сөнки тәмәке тартып, тәртип боҙоп йөрөүселәрҙән булманым. Трибуна артына Ишбирҙина Римма Фәйзрәхмән ҡыҙы сыҡты, минең турала бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Химия уҡытыусыһы Венера апай уның һүҙҙәрен хупланы.
Шулай итеп, комсомол ойошмаһы ултырышын ябыҡ, тип иғлан иттеләр. Тәүге сығыш яһаусылар мине мәктәп-интернаттан ҡыуырға, тигәйнеләр, ләкин был тәҡдимдәр ҡабул ителмәне, ситтә тороп ҡалды. Ул тәрбиәселәрҙең исемдәрен мин хәтерләмәйем дә инде...
Мәктәптәге шуҡлыҡтарҙы яҙғас, түбәндәгене бәйән итеү урынлы булыр тип уйлайым.
Яҙғы сәсеүҙәр ваҡытында үҙебеҙҙең интернат лагерынан брезент менән ҡапланған йөк машинаһында Баймаҡҡа ҡайтып барғанда, малайҙарға эйәреп, беҙҙең ҡыҙҙар ҙа тәмәке көйрәтеп ҡарарға булдылар. Машинала, йомшаҡ булһын өсөн, һалам түшәлгән ине. Әлбиттә, ул яна башланы. Машинаны туҡтатырға мәжбүр булдыҡ. Директор алдында булған ғәйепте үҙ өҫтөмә алдым. Минең тәмәке тартмағанды белә ине. Башҡаларҙы сығарып ебәреп, икәүҙән-икәү ҡалғас, Алмаз Абдрахман улы көлөмһөрәп: “Анауында, стенала, һинең фотоң тора, шикелле, бар, алып кил”, – тине. Иң яҡшы уҡыусылар рәтенән фотоны йүгереп барып алдым да, был һеҙгә иҫтәлеккә, тип индереп бирҙем. Бер айҙан һуң фото урынында тора ине. Алмаз ағай һуңынан Сибай ҡалаһына эшкә күсте. Мин аспирантурала уҡығанда, ваҡыты-ваҡыты менән осрашып, һөйләшеп, фекерләшеп ала инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаҡлы ялға ла етмәй, инсульт арҡаһында иртә китеп барҙы.
Беҙҙең интернат Баймаҡ ҡалаһының ситендә урынлашҡан ине. 60-сы йылдарҙа енәйәтселек көслө булды. Беҙгә тәүге йылдарҙа 20–30-лап урыҫ малайҙары һөжүм итә торғайны. Беҙ, егеттәр, дәррәү йыйылып сығабыҙ һәм улар беҙгә яҡын килеп һуғышырға баҙнат итмәй ине, таш ташлауҙан һуғыш ары китмәне.
Спорт менән ныҡ шөғөлләндек. Ҡыш етеү менән конькиҙа, саңғыла шыуабыҙ, гимнастик залда штанга, гер күтәрә, бокс бирсәткәләре кейеп, бер-беребеҙҙе дөмбәҫләй торғайныҡ. Рус телендә әҙерәк һупалай башлағас, көс-дәрт уйнап торған саҡ, кистәрен ике-өс малай Баймаҡ буйлап сығып китәбеҙ. Бер нисә тапҡыр шунда Баймаҡ малайҙарын осратып, өскә-өс, икегә-ике һуғышып ҡайта инек. Танауҙарын емереп, күҙҙәрен күгәртеп ҡайтарған ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алырлыҡ. Шулай беҙҙең интернат малайҙарынан урындағы малайҙар ҡурҡа башланылар, аҙаҡ теймәнеләр, сөнки мин 9-сы класта автовокзалдан ҡайтып килгәндә, өс әҙәм аҡтығы минең бирсәткәне систерергә маташты. Күҙ күгәреүен күгәрҙе, ләкин тәү тапҡыр ҡулыма төшкән мөлкәтте ситтәргә ебәрмәнем. Икенсе аҙнала уларҙы табып алып, өскә-өс һуғыштыҡ. Дуҫтарым Аллаяров Илдусҡа һәм Зәйнуллин Рәмилгә рәхмәтлемен.
Ғөмүмән, беҙ, интернат балалары, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дуҫ йәшәнек, ярышып уҡыныҡ.
Мәктәпте тамамлап, имтихандарҙы тапшырып, аттестатты алғандан һуң өс төн буйы уйнап, күңел асып, иртәнге ҡояшты ҡаршы алдыҡ. Беҙ, ысын мәғәнәһендә, бер ата-әсәнең балалары кеүек бер-беребеҙҙе яҡын күрә инек. Айырылышҡанда, хатта егеттәрҙең дә күҙҙәре йәшләнгән ине. 1990 йылдарҙа мин депутатлыҡҡа һайлау барышында Баймаҡ райо­нында йәшәгән һәм эшләгән минең класташтарым әүҙем ҡатнашып, ярҙам иттеләр. Уларға мең рәхмәтлемен.

Ирәндек совхозында эшләүем

Аттестат алып сыҡҡас, минең алда юридик институтына әҙерләнеү маҡсаты торҙо. 1968 йылда Өфөлә Свердловск юридик институтының киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре генә бар ине. Ә Советтар Союзында юридик институттар фәҡәт Һарытау, Свердловск һәм Харьков ҡалаларында ғына булды. Ул ваҡытта юридик институтҡа уҡырға инеү өсөн ике йыл хеҙмәт стажы мотлаҡ булды, шуға күрә лә мәктәптән һуң үҙебеҙҙең Ирәндек совхозында эшләргә ҡарар ҡабул иттем. Июль-август айҙарында совхозға бесән әҙерләүҙә ҡатнаштым. Октябрь-ноябрь айҙарына тиклем трактор менән һалам өйҙөк, ә инде ҡыш еткәс, ауыл фермаһында көтөүсе булып эшләнем.
Беҙҙең ауылдан минән 8 – 9 йәшкә олораҡ тракторист Самат ағай, нишләп уҡырға бармайһың, тип һорай торғайны. Зөфәр, уҡы, миңә бына уҡыу эләкмәне, шуға тракторист булып ҡалдым, ти ине. Атай-әсәйгә һөйләгәс, улар көлдөләр, сөнки Самат ағай үҙе 4-се класты тик 17 йәшендә генә тамамлаған, һәр бер класта 2 – 3 йыл ҡалып уҡыған. Ул ваҡытта, мин бәләкәй саҡта, уларҙы Һөйөндөк исемле ағай уҡытҡан. Егет булып үҫеп еткәс, Самат ағай хатта уның менән дә һуғышып йөрөгән. Әлбиттә, беҙҙең өсөн был хәл лаҡап кеүек булып ҡалды һәм йыш ҡына йәштәргә Самат ағайҙың һүҙҙәрен ҡабатлайым “уҡы, ҡустым, уҡы, беҙгә уҡыу эләкмәне”, тип.
Ҡыш етеү менән Баймаҡ китапханаһына барып тарихтан китаптар яҙҙырып алдым. Улар тарих факультетында уҡыған студенттарға тәғәйенләнгән, бер нисә томдан торған йыйынтыҡтар ине. Ошо китаптар ярҙамында ныҡлап тарихты өйрәнеүгә тотондом. Ҡыш буйы кистәрен, төндәрен конспекттар яҙып, тарихты ентекләп өйрәндем. Атай-әсәйем, бигерәк тә әсәйем, тик “бишле”гә уҡып, көтөүсе булып ҡалдың, тип ғәрләнә ине, шуға күрә ике йыл стажды тултырмайынса, Свердловскиға уҡырға барырға булдым.
Магнитогорск ҡалаһына барып, самолетҡа билет һатып алдым. Шул уҡ ваҡытта дуҫ егет, класташым Буранбай Исҡужинды ла бергә юридик институтҡа уҡырға инергә өндәнем, сөнки мәктәпте тамамлағас, Свердловск геологик институтына уҡырға инә алмағас, Йылайыр совхозында эшләй ине. Имтихандарҙан бер ай алда Свердловск ҡалаһына юл тоттоҡ. Унда барғас, вокзалда төн үткәрҙек, совет заманында ҡунаҡханаларҙа буш урындар булмай торғайны. Икенсе көнөнә юридик институтты табып барғас, беҙҙе ятаҡҡа урынлаштырҙылар. 17 кеше бер бүлмәлә яттыҡ.
Милли мәктәпте тамамлағандарҙы бер төркөмгә туплап, диктант яҙҙырттылар. Буранбай менән икебеҙ бер ай буйы бер-беребеҙгә белер-белмәҫ рус телендә диктант яҙҙыртыҡ. Һуңынан был беҙгә бик ныҡ ярҙам итте. Буранбай менән икебеҙ диктантты “дүртле”гә яҙҙыҡ. Ғөмүмән, 90 кешенең 50-һе “икеле” билдәһе алды. 8 – 9 кеше “дүртле”гә өлгәште. Ҡалғандар “өслө”гә яҙҙы.
Унда Советтар Союзының күп милләтле вәкилдәре йыйылған ине. Бер ҡаҙаҡ егете беҙҙең менән бергә йәшәне. Унынсы тапҡыр имтихан бирергә килгән ине. Диктанттан “икеле” билдәһе алғас, тыуған яғына ҡайтып китергә мәжбүр булды.
Рус теленән имтиханды телдән “дүртле”гә, ә тарихты “бишле”гә тапшырҙым. Тарихтан имтиханды ҡабул иткән комиссия ағзалары, ҡайҙан шулай тарихты яҡшы беләһең, тип, һорағас, ҡайһы китаптар буйынса әҙерләнеүемде әйттем. “Бик төплө белемлеһең”, – тинеләр.
Буранбай дуҫыма көндөҙгө факультетҡа инергә бер генә бал етмәне, киске факультетта уҡырға мөмкинлек биргәйнеләр, ризалашмай ҡайтып китте. Ҡайтҡас, Өфө дәүләт авиация институтына уҡырға инде.
Беренсе курста уҡығанда ул миңә Свердловск ҡалаһына посылка менән еҙ ҡурай ебәрҙе. Шул ҡурайҙа студенттар араһында уйнап, күңел аса инек.
Курсты тамамлағас, Өфөгә Баймаҡ районы студенттарының яҡташтар ойошмаһы йыйылышына, ул ваҡытта Сәфәрғәли Йәнтүрин етәксе ине, Свердловск өлкәһенең Башҡортостан студенттары ойошмаһы президенты булараҡ килдем. Шишмә районында төрлө уйындар, көрәш менән һабантуй ҙа үткәрҙеләр. Шулай дәртләнеп аҙаҡ Өфөгә ҡайттым. 70-се йылдарҙың май айы, Буранбай дуҫым менән осрашып, төнө буйы һөйләшеп сыҡтыҡ. Ошо һөйләшеүҙә ул миңә, Зөфәр, техник һөнәре мине ҡыҙыҡһындырманы, мин шиғырҙар яҙғым, яҙыусы булғым килә, тине һәм беҙ икенсе йылға уға Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инеү тураһында фекергә килдек. Шул уҡ йылдың көҙ айында уҡыуын БДУ-ла дауам итте.
Уҡыуҙы тамамлағас, билдәле шағир, прозаик һәм драматург, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ танылыу яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә мәрхүм булып ҡалды иң яҡын бала саҡ дуҫтарымдың береһе Буранбай Исҡужин.

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: