

3 декабрҙә «Өфө-Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» республика фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл был ярышта республиканың 10 районы оҫтабикәләре ҡатнашты.
"Традицион мамыҡ шәле" номинацияһында Ейәнсура районы оҫтаһы Зөлфиә Иҙрисова, "Селтәрле шәл" номинацияһында Гөлсимә Иҫәнғолова ( Мәләүез районы) Һәм Әлмира Йәғәфәрова (Ейәнсура районы) Гран-при яуланы. "Традицион мамыҡ шәле" номинацияһында Рyзалия Рәшитова (Мәләүез), "Селтәрле шәл" номинацияһында Cәриә Рысаева (Стәрлебаш), "Туҡылған башҡорт шәле" номинацияһында Бөрө ҡалаһы Рәзилә Ғарифуллина (Бөрө ҡалаһы) I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Шулай уҡ II – III дәрәжә лауреаттар билдәләнде.
Сығанаҡ: Республика халыҡ ижады үҙәге.