Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2022, 15:35

Бөйөк Балҡар илендә

Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы хөкүмәте етәксеһе саҡырыуы буйынса  14 – 17 декабрҙә бөйөк  шағир, СССР-ҙың В.И. Ленин, М. Горький исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған хәтер сараларында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Бөйөк Балҡар илендә
Бөйөк Балҡар илендә

Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы хөкүмәте етәксеһе саҡырыуы буйынса  14 – 17 декабрҙә бөйөк  шағир, СССР-ҙың В.И. Ленин, М. Горький исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған хәтер сараларында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шағирҙың  юбилей тантанаһына  тауҙар, ҡаялар иленә  илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән бихисап ҡунаҡтар йыйылды.  Башҡортостанда иһә был байрамда М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры  Салауат Сәғитовҡа  һәм миңә ҡатнашыу бәхете насип булды.  Әйткәндәй, балҡар шағиры менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде, ике милләт улын эскерһеҙ дуҫлыҡ бәйләгән. Тап шуға ла Башҡортостанда Ҡайсын Кулиев һәр кем күңеленә яҡын. Шағирҙың 100 йыллыҡ юбилейы Өфөлә республика етәкселеге тарафынан киң билдәләнде. Уның “Яралы таш” китабы нәшер ителде.

Байрам программаһы бик бай ине. “Түңәрәк өҫтәл”дә шағирҙың ижады, тормош юлы хаҡында һөйләшеү йәнле барҙы. Хәтер кисәһе кисен Нальчик ҡалаһының Музыкаль театрында дауам итте.

Әйткәндәй, ҡалала шағирға бер нисә урында мөһабәт һәйкәл ҡуйылған. Ошо һәйкәлдәргә сәскәләр һалғандан һуң шағирҙың Йорт-музейына юлландыҡ. Үҙенең үтенесе буйынса, бөйөк шағир  йорт ихатаһында ерләнгән. Ҡәбер ҙә, һәйкәл дә һәр ваҡыт сәскәләргә күмелгән. “Рәсәйҙең генә түгел, хатта сит илдәрҙән дә бында  килеп, гөлләмәләр һалыусылар бихисап”, - ти хужалар.

Шағир үҙ ижадында маҡтап туя алмаған Чегем йылғаһы, Чегем шарлауығы бөйөк балҡар улының шәхесен, уның ижад юлы хаҡында һөйләгәндәй булды.  Шағирҙың ҡатыны Элизатта Кулиева, балҡар дуҫтар “Яралы таш” китабын ихлас ҡабул итте.  

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: